...Беҙ ауылға килеп ингәндә күктә ҡояш йылмая ине. Әйтерһең дә, февраль түгел, ә яҙ миҙгеле тирә-яҡта. Сиҙәм урта мәктәбенә халыҡ та йыйыла башлаған. Улар арабыҙҙан иртә китеп барған шағир Рәмил Ҡол Дәүләттең хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә ашыға...
Эйе, шағирҙың тыуған яғы менән танышыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Ҡасандыр ул бала ғына көйөнсә ошо урамдарҙан ялан аяҡ йүгергән, ошо яҡтың күкрәктәрҙе өтөп алырлыҡ саф һауаһын һулаған, мәктәпкә белем алырға ашыҡҡан, тәүге шиғырҙарын ижад иткән бит. Бында беҙҙең кеүек уны шиғырҙары аша ғына белгәндәр түгел, шағирҙың әле бала сағын хәтерләгәндәр – яҡындары, туғандары, ауылдаштары көн итә. Шуғалыр йөрәк тә йышыраҡ тибә кеүек, күҙҙәр ҙә кемделер эҙләгәндәй. Бәлки, урам сатынан ижадсы үҙе бына-бына килеп сығыр, йәнәһе...
Юҡ, шағир Рәмил Ҡол Дәүләтте ауылдаштары ғына түгел, республика халҡы, милләттәштәре лә онотмай. Нисек онотһон, ижады шиғриәтебеҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды бит. 90-сы йылдарҙа, милләттәштәребеҙ өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн ҡот осҡос һынау йылдарында тыуҙы Ҡол Дәүләт шиғриәте. Ижадҡа ошо мәлдә килгән башҡа шағирҙар кеүек, ул да милләт иңенә төшкән һынауҙарҙы бергә кисерҙе, халҡы менән бергә шатланды, бергә күҙ-йәш түкте, бергә көрәште. Бөтә көс-ҡеүәтен, ғүмерен ижадҡа арнаны. Бәлки, тап шуғалыр, арабыҙҙан, атылған йондоҙҙо хәтерләтеп, ваҡытһыҙ китеп барҙы.
Юҡ, шағир һүҙе, шағир намыҫы онотола буламы ни? Сиҙәм ауылында үткән сара тағы бер тапҡыр ошоно раҫланы. Бында алыҫ ерҙе яҡын итеп Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, "Йәшлек", "Шоңҡар" кеүек республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Үткән йылдың башында "Йәшлек" гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби премияға конкурс иғлан иткәйне. Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ошо ижад бәйгеһенә лә йомғаҡ яһалды. Ҡәләм тирбәтеүселәргә был конкурстың лауреаты булып танылыу бер шатлыҡ булһа, шағирҙың йәнтөйәген күреү, бындай сарала ҡатнаша алыу тағы бер ҡыуаныс ине.
Был кистә Рәмил Ҡол Дәүләттең шиғырҙары, ул ижад иткән әҫәрҙәргә яҙылған бихисап йырҙар яңғыраны. Сәхнә түренә эленгән фотоһүрәттән шағир гүйә үҙе баға ине бында килгән һәр кемгә. Шуға күрә кисә бер үк мәлдә шатлыҡлы ла, һағышлы ла булып күренде.
– Әбйәлил миңә тыуған яғым кеүек яҡын, – тине хәтер йомғағын сисеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. – Әле лә бында килә ятҡанда үҙемде тыуған Ырымбур яландарында кеүек хис иттем. Был төйәктән сыҡҡан оло шәхестәр менән яҡындан аралашырға насип булғанға, Әбйәлилдең таланттарға ни тиклем бай икәненә төшөнәм. Мин Рәмил Ҡол Дәүләттең 20 йәшлек сағын хәтерләйем әле. 1986 йылда йәш ижадсыларҙың конференцияһының шиғриәт секцияһы ултырышында быға тиклем әҙәбиәттә күренмәгән ҙур ваҡиға булды – бер юлы алты йәш шағирҙың ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарырға нәшриәткә тәҡдим иттек, улар араһында Рәмил дә бар ине. Киләсәктә был быуын ижады менән беҙҙең ышанысыбыҙҙы тулыһынса аҡланы. Бөгөн уның исемендәге ижади конкурс әҙәбиәтебеҙҙә оло ваҡиғаға әйләнде. Шағир өсөн бынан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Бының өсөн бөтәбеҙ ҙә яратҡан "Йәшлек" гәзитенә рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Ошондай ижади конкурстар ойоштороп, ул әҙәбиәтебеҙгә, туған телебеҙгә, милли матбуғатыбыҙға иғтибарҙы бермә-бер арттыра.
Шулай уҡ был кистә сәхнә түренә "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, ошо уҡ баҫманың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире, шағир Мөнир Ҡунафин, "Шоңҡар" журналының баш мөхәррире, шағир Азамат Юлдашбаев менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина ла күтәрелде. "Замана тыуҙыра шағирҙарҙы, шағирҙар күтәрә үҙ заманын. Быуындар һыҙлай, көн боҙола ахыры”, – тип яҙғайны бер мәл Рәйес Түләк. Ғүмерҙәре ялтлап атылған йондоҙ кеүек булһа ла, улар әле лә арабыҙҙа, сөнки был шәхестәрҙең ижады, шиғриәте йәшәй. Шуға ла исемдәре һәр кемдең күңелендә, йөрәгендә һаҡлана", – тине Азамат Юлдашбаев.
Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге ижади бәйгегә килгән һәр шиғыр, һәр әҫәр жюри тарафынан ентекле тикшерелгән һәм баһаланған. Жанрҙа ла, темала ла бер ниндәй сикләү булмаған. Гәзит битендә ике тиҫтәнән ашыу хикәйә һәм нәҫер, 30-ҙан ашыу шиғри шәлкем донъя күргән. Эйе, үҙе тос китап булырлыҡ ижад емеше бит был!
Ниһайәт, сәхнә түренә был ижади бәйгенең республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән лауреаттары саҡырылды. Уларҙың бөтәһенә лә маҡтау
ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ижадсылар үҙ сиратында был конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ни тиһәң дә, һәр кемгә ҡулына ҡәләм алып дәртләнеп ижад итеү өсөн өҫтәмә этәргес бит был бәйге.
Ә бына Рәмил Ҡол Дәүләт исемендәге әҙәби конкурстың еңеүсеһе тип Салауат ҡалаһынан Рамаҙан Ҡолмөхәмәтов табылды. Уға ҡиммәтле бүләк – ноутбук эләкте. Әйткәндәй, конкурста еңеүсе күренекле шағир Рәмил Ҡол Дәүләт менән ҡасандыр яҡындан аралашҡан икән...
Залда Рәмил Ҡол Дәүләттең бер туған апаһы Әнисә Хафизова ла бар ине. Ул шағир тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм бындай сараны ойоштороусыларҙың бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әнисә апай күңелен өйкәп торғандар тураһында ла әйтте. "Бөгөн Рәмилдең тыуған йорто бик аяныс хәлдә. Бәлки, унда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйһалар, йортҡа ҡул һуҙыусы, тейеүсе булмаҫ ине", – тине ул.
...Һуң ғына тамамланды шағирҙың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе. Һәр кем был шәхес тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашырға, рухына арнап һүҙ әйтергә ашҡынды. Был кистә шағир йөрәге тыуҙырған шиғырҙарҙан яңғырап торҙо ауыл. Эйе, арабыҙҙа үҙе булмаһа ла, ижады милләте күңелендә бик оҙаҡ йәшәйәсәк әле...
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН