Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит…18.11.2015
Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит… Вахит Хызыровтың ижадын күптәр үҙ итә. Кемдәр генә уның моңло тауышын ишетеп һоҡланмай икән! Ошо көндәрҙә билдәле йырсының юбилейына арналған тамаша көтөлә.

Үҙенә башҡа бер музыкаль һәләткә эйә ул. Яҡты, яғымлы, йырсының асыҡ лирик тенорлы тауышы тыңлаусыларҙы асыҡлығы һәм ихласлығы менән арбай. Репертуар һайларға йырсыға тәбиғи булмышы, үҙенә ҡарата юғары талапсанлығы ярҙамға килә. Киң һәм күп жанрлы репертуарында урыҫ, украин халыҡ йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙарына интерпретациялар урын алған.
Айырым урынды М. Глинка, П. Чайковский, С. Рахманинов, Н. Римский-Корсаков, А. Даргомыжский, А.Варламов, А. Яковлев, П. Булахов, Н. Калистратов кеүек урыҫ композиторҙарының романстары алып тора. Шулай уҡ үҙенең ижади багажына Вахит Хызыров йыш ҡына З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, Н. Сабитов, С. Низаметдинов кеүек башҡорт композиторҙа­рының әҫәрҙәрен индерә.
Уның матур лирик тенорлы тауышы Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры менән берлектә яңғырай.
Быларҙың барыһын да 30 ноябрҙә “Башҡортостан” концерт залында Вахит Хызыровтың юбилей кисәһендә ишетә алаһығыҙ. “Ихлас йөрәктән, һеҙҙең Вахит...” тигән тамашала юбилярҙың ижадташ дуҫтары һәм уҡыусылары ҡатнаша.
“Һеҙ ниндәй уҡытыусы?” тигән һорауға йырсы: “Бик талапсанмын... Ҡайһы бер йомшаҡлығым үҙемә ҡамасаулап та ҡуя, – тип яуап бирә. – Студенттар балаларым кеүек, уларға ваҡытты хатта үҙемдең улыма ҡарағанда ла күберәк бүләм. Уҡыусы­ларым­дың ихтирамын һәм һөйөүен тойоп йәшәйем, шуның менән бәхетлемен”.
Кисәлә артистың “Улым” тигән китабының исем туйы ла була.


Вернуться назад