Асылдарын асҡан донъяның18.11.2015
Тап шулай тип атағым килде Фәнзил Санъяровтың ижадына бағышланған яҙмамды, сөнки Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты нәшриәтендә ташҡа баҫылған “Асылдарын асам донъяның” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығында ир-уҙаман маҡсатына өлгәшмәй ҡалмаған. Шиғри ҡалыпта кеше күңелен солғап алған байтаҡ һүҙҙәрҙең, хистәрҙең, күренештәрҙең эске мәғәнәһен асып һалған.
Шиғри йыйынтыҡтың “Серҙәр сылбырының юҡтыр сиге” исемле бүлегендә автор башҡорт кешеһе, уның моңо һәм заман кеүек күренештәргә иғтибар йүнәлтә. Аҙмы-күпме дәрәжәлә уларҙың асылына төшөнөргә ынтыла. “Ысын башҡорт ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауҙы йыш үҙәккә ҡуя һәм, мөмкинлек табып, уға “Ышаныс” шиғырында аныҡ яуап бирә:
Тапҡыр әйткән З. Вәлиди:
Башҡорт – аҡтамыр!
Фәнзил Санъяров фекеренсә, башҡорт милләтле кеше, ир затынанмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, аҡтамыр һымаҡ теремек булырға, иңенә ауырлыҡ төшкән һайын йәшәүгә дәрте өҫтәлеп торорға тейеш. Юғиһә уны милләт булараҡ юҡҡа сығыу афәте һағалап тора.
Шағир әҫәрҙәрендә башҡорттоң моңона, уның йыр һәм уйын сәнғәтенә ҙур урын бирә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең
“Әгәр ҙә һин ысын башҡорт булһаң,
Йырлап күрһәт миңә “Урал”ды!
тигән юлдары эпиграф итеп алынған бер шиғырында ул былай ти:
Сал быуаттар аша бағамын да
Йөрәкһеп үк китәм “Урал”дан.
Илем тетрәнгәндә яу-ялҡындан
Айырылмаған башҡорт йыр-моңдан.
Шул юлдар менән башҡорт йәшәһә, уның моңо ла өҙөлмәйәсәк тигән идеяны ярып һала.
Әлеге шиғырҙың һуңғы строфалары бәғер төпкөлдәренә үтеп керә:
Ысын башҡорт булыу – ғорурлығым,
Сағыла ул йырҙа, ҡурайҙа.
Минең кеүек аҙмы милләттәшем
“Урал”ымды ярһып йырлайҙар.
Шул рәүешле автор был донъяла яңғыҙы түгеллеген, башҡорт моңона ғашиҡ йәндәрҙең байтаҡ икәнен белдерә. Элекке замандарҙа ла халҡыбыҙ “Урал”ды һуҙып йырлаған, әле лә онотмай тип ҡыуана ул.
Заман тигәндән... Фәнзил Санъяров шиғри кү­ңеле менән башҡорттоң еңел ғүмер кисермәгәнен нескә тоя. Шуға күрә байтаҡ шиғырында лирик геройы зар илай. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа эйәреп яҙылған “Өс көнөнә түҙмәй байрамдарҙың” шиғырында, әсенеп, былай ти:
Ата – улды, инә ҡыҙҙы белмәй,
Шуға ҡалды беҙҙең замана.
“Заманам” шиғырында зар-һағыш тағы ла көс­лөрәк яңғырай:
Эй, заманам!
Бәғерем ҡата бара,
Әллә шуны үҙең һиҙмәйһең?!
Ҡосағыңа һыйыныр урын юҡта,
Йыһанда мин ышыҡ эҙләйем.
Шулай ҙа лирик герой күңелендә яҡшы заман­дар­ға ышаныс, өмөт йәшәй. Әлеге ауырлыҡ­тар­ҙың ваҡытлыса икәнен, иртәме-һуңмы барыһы ла үҙгәрәсәген, халҡының шанлы даны йыраҡтарға тараласағын тойомлай. Шул шатлыҡлы миҙгел­дәрҙе яҡынайтыу маҡсатында тик ултырмаясағын да белдерә:
Болғауыр ҙа ошо замандарҙа,
Ситтән күҙәтеүсе —
Мин түгел!
Бар хыялым һине рухлы итеү,
Заманға ла кәрәк киң күңел.
Ғөмүмән алғанда, Фәнзил Санъяровтың ижад емештәрендә зар, һағышҡа бирелеү, һыҡтау, башҡа төшөнкө рухлы хистәр аҙ урын ала. Булған хәлдә лә, һуңынан улар күтәренке хис-тойғо менән алмашына. Ирей. Юҡҡа сыға. Шуға күрәлер, авторыбыҙ әҫәрҙәренән йыш ҡына йылылыҡ, нур, яҡшы киләсәккә һүрелмәҫ өмөт бөркөлә.
Шиғри йыйынтыҡтың “Һандуғасҡа сер һөйлә­нем” исемле икенсе бүлегендә автор мөхәббәттең асылын аңларға ынтыла. Һөйөү-сәғәҙәт темаһына ҡараған шиғырҙарында лирик герой әле май ҡояшылай балҡый, йә уның күңел күген зәңгәр болоттар сорнап ала. Миҙгел эсендә эске халәте үҙгәрештәр кисерә. Ул борсола, үрһәләнә. Бер аҙҙан йәнен биләп алған шатлыҡтан, бәхеттән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Ҡыҫҡаһы, өс һүҙ менән әйткәндә, лирик геройыбыҙ ярата. Ошо булмышы, тәбиғәте менән уҡыусыны үҙенә арбай ул. Шиғырҙың башынан алып аҙағына тиклем мөхәббәт хисе менән һуғарылған әҫәрҙәр кешене ышандыра, сөнки уларҙа ысынбарлыҡта сағылыш тапҡан тормошсан һөйөүгә дан йырлана. Был шиғырҙарҙың теле лә һығылмалы, ҡабат­ланмаҫ ғәмле.
Бына “Беҙҙе бергә нимә бәйләй икән” әҫәренән шиғри юлдар:
Беҙ үҙебеҙ әле аңлап бөтмәҫ,
Аса алмаҫ сер бар арала.
Бер саҡ килеп тетрәндерер һөйөү
Ғүмер буйы тыуа, ярала.
Мөхәббәттең серлелеген тағы ниндәй һүҙҙәр менән әйтергә мөмкин булыр ине икән? Ни генә тимәйек, Фәнзил Санъяров һөйөү әҫәрҙәрен матур ижад итә. Һәр һандуғастың үҙ моңо тигәндәй, мөхәббәт шиғырҙарында уның моңо, аһәңе асығыраҡ яңғырай.
Йыйынтыҡтың “Һүҙ ҡәҙерен белер мәлем” исемле өсөнсө бүлегендә автор ғаилә, туғанлыҡ, ижади дуҫлыҡ, остазлыҡ кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөнөргә теләй. Был бүлеккә кергән шиғырҙар тураһында икеләнмәйенсә шуны ла әйтергә мөмкин: улар бағышланыш жанрында ижад ителгән.
Бер төркөмө, әлбиттә, Фәнзил Санъяровтың һөйөклө ҡатынына, балаларына, ейәндәренә арналған (“Эҙләмә һин миңә сөсө һүҙҙәр”, “Шаҡтар ҡатырлыҡ”, “Ир аҫылы”, “Берсә янып, берсә көйөп”). Уларҙа автор сикһеҙ һөйөүен, яҡындары өсөн дөрләп янған утҡа, ташып аҡҡан һалҡын һыуға керергә әҙер булыуын, йәнен аямаясағын белдерә.
Икенселәре Р. Бикбаев, И. Кинйәбулатов, Т.Ғәниева кеүек әҙиптәргә бағышланған (“Шағир заңы”, “Яҡташтарыма”, “Үткенсе тураһында”, “Ҡып­саҡ ҡыҙы”). Уларҙа автор ҡәләм оҫталарының шә­хесенә, ижадына ҡарата ҙур ихтирамын бел­дерә. Шиғри юлдарын эпиграф итеп ала, ҡайһы саҡта тамсы ла боҙмайынса, хилафлыҡ килтермәйенсә яңы әҫәрҙәре туҡымаһына ла керетеп ебәрә. Шуны­һы үҙенсәлекле: нәҡ шағирҙарға бағышланған әҫәрҙәрендә үҙенең дә илһам эйәһе, ижад эше менән шөғөлләнгәнен, йөрәк ҡушыуы буйынса халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусылар рәтендә торғанын белдерә.
Мин дә сафҡа баҫам,
Намыҫ һәм дә хаҡлыҡ хаҡына.
Шағирына кемдер хөсөтләнгәс,
Киҙәнмәҫ тә, тимә, халҡыма! –
ти ул “Шағир заңы” тигән шиғырында.
Өсөнсөләре иһә Фәнзил Санъяровтың һикәл­тә­ле-бормалы юлында осраған зыялы заттарға, М. Зәйнуллин, Б. Әхмәтшин, Р. Аҙнағолов, Д. Тикеев кеүек башҡорт теленең һағында торған ғалим­дарға арналған (“Остазыма”, “Ирәмәл улына”, “Бөлдөрҙөң”, “Балҡып яныр өсөн”). Уларҙа автор олуғ ғалимдарыбыҙҙы остазы итеп таный, бөйөк заттарыбыҙға рәхмәт уҡый.
Төҙөлөшө, йөкмәткеһе, шиғри табыштары яғынан йыйынтыҡ күркәм күренһә лә, унда кәмселектәр ҙә юҡ түгел. Беренсенән, автор ҡайһы бер шиғырҙарында логик эҙмә-эҙлелекте һаҡла­май, йыш ҡына бер фекер яңғырата ла шуға ҡаршы ғөмүмиләштереү яһап ҡуя. Әйтәйек, “Иркенлек” шиғырында ул тәүҙә былай ти:
Ятағанлап ятыуҙарҙан ялҡтым,
Яңғыҙлыҡтар миңә ят икән.
Унан шул юлдарға поляр булған фекерҙе үреп ҡуя:
Йәшәүҙәрем – өйөрөнән ситкә
Тышау өҙөп сапҡан ат икән...
Быны нисек аңларға? Яңғыҙлыҡтан ары­нырға теләгән лирик герой ниңә көсөргәнешле рәүештә өйөрөнән ситкә саба? Киреһе һорала бит. Ул аҙым һайын өйөргә яҡынлашырға тейеш. Күрәбеҙ ки, Фәнзил Санъяров был шиғырҙың логик тәбиғәтенә иғтибар биреп бөтөрмәгән. Кәрәк ине. Ә үҙе матур, моңло әҫәр.
Икенсенән, автор йыш ҡына семантик яҡтан тәрән мәғәнәгә эйә булмаған һүҙҙәрҙе шиғри юлдар теҙмәһенә һала. Бигерәк тә “анау” күрһәтеү алмашын. “Тауҙарға” иғтибар итәйек:
Баш ҡалала
Осрашыуҙар башҡа,
Күрге килде һине Ҡыйғыла.
Серҙәренә төшөнәһе иттем,
Ошо яҡтың анау “ҡый”ына.
Йә иһә: “Илаһи мәл” шиғырында:
Бөтәме ни
Ерҙә матурлыҡтар,
Күркәмлектәр
Аҙым һайын да:
Йәш миләштән күҙен алалмаған
Күпме сер бар
Анау ҡайында...
Миҫал рәүешендә тағы байтаҡ шиғырҙан өҙөк­тәр килтерергә булыр ине. Былары менән сиклә­неп, шуны әйтке килә: “Тауҙарға” шиғырында “анау” урынына “сәйер”, “Илаһи мәл”дә “ҡап-ҡарт” түгел, ә “ап-аҡ” һүҙе ҡулланылһа, яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә.
Өсөнсөнән, Фәнзил Санъяров шиғырҙың моңон, ритмик тәбиғәтен киҫкен рәүештә үҙгәртергә ярата. Быға ул йыш ҡына үҙ-ара рифма булмаған һүҙҙәрҙе, йә иһә асыҡ /ябыҡ/ рифмалаш һүҙҙәрҙе аралаштырып биреүе аша өлгәшә. Әйтәйек, “Инанамын аҡҡа” шиғыры тәүге юлдарынан көйлө генә килә-килә лә ҡапыл ғына ритмикаһы үҙгәрә төшә. Автор:
Мин, ахыры, бер ҙә төҙәләлмәм,
Юҡ хәбәргә барам ышанып.
Әсәм һүҙе хәтеремдән сыҡмай:
“Бигерәк, балам, булдың ыштанһыҙ... ”–
ти.
Икенсе бер миҫал. Көйлө генә башланып киткән “Хоҙайыма мең ҡат рәхмәт яуһын” шиғырында:
Әсәм һөтө биргән халҡым моңон,
“Тәфтиләү”е һеңгән күңелгә.
“Буранбай”ҙың бығау сыңдарына
Мин әле лә ихлас түгеләм...
– тигән юлдарҙа яңғыраш гармонияһы боҙола төшә.
Шағирҙарыбыҙ йыш ҡына шиғыр ритмынан уңышлы файҙалана. Әйтәйек, А. Юлдашбаев, С. Әбүзәров ниндәй ҙә булһа мөһим фекерҙе уҡыусыға еткереү өсөн шундай аҙымға бара. Фәнзил Санъяровҡа килгәндә иһә, уның көйлө генә килгән шиғырын киҫкен рәүештә көйһөҙ­ләндереүе – ритмиканы тойоп бөтөрмәү, рифмалар тәбиғәтенә тейешле иғтибар итмәү.
Ғөмүмән алғанда, “Асылдарын асам донъя­ның” йыйынтығында шиғыр бар. Унан бигерәк нескә күңелле шағир бар. Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, шуны айырым билдәләге килә: ғаләмдең бар асылдарын асырға ынтылған шағирыбыҙ “Серле донъя” әҫәрендә шиғри юлдарҙы бер-бер артлы үрә-үрә ошондай һығымтаға килә:
Серҙәр сылбырының юҡтыр сиге,
Асылаһы хикмәт күп әле.
Әммә минең өсөн асылмаған
Иң оло сер −– кеше күңеле.
Тимәк, Фәнзил Санъяровтың яҙаһылары алда әле. Ул ғәзиз халҡының, башҡорт моңо­ноң, дуҫлыҡтың, мөхәббәттең асылдарына төшөнөү юлында матур асыштар яһай. Ә кеше күңеле уның өсөн әле һаман да ете ҡат йоҙаҡ аҫтында. Үҙенсәлекле тәрәнлек, күп ҡырлы­лығы уның яңы шиғырҙарында сағылыш табыр, минеңсә. Башҡаса мөмкин түгел. Иманыбыҙ камил, кеше күңеленең серенә төшөнмәйенсә, шағир йәне үҙенә тынғы тапмаясаҡ.

Руслан СӨЛӘЙМӘНОВ,
Башҡортостандың Яҙыусылар
союзы ағзаһы.



Вернуться назад