Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның “Ғүмер кисеүҙәре” тип исемләнгән яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙған яңы әҫәрҙәре тупланған. Тамара Ғәниева ижадының тәүге осоронда уҡ билдәләгән ҡиблаһына тоғро: был китапта ла ул яҡты кисерештәр һәм тойғолар, һағыш-һыҙланыуҙар, юғалтыу-табыштар, рухиәт, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ кеүек ҡәҙимге лә, фәлсәфәле лә төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Ил, тел, ер, халыҡ яҙмышы− шағирәнең уй-хистәре ана шундай даирәләрҙе айҡай.
Яңы баҫманы “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында йәки сайт аша электрон вариантта һатып алырға мөмкин.
Тамара Ғәниева –− шағирә, әҙәбиәтсе, прозаик, драматург, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. Ул төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Беренсе китабы – “Осрашырбыҙ әле” – 1980 йылда донъя күргән. Артабан уның “Күсмә ҡоштар”, “Көмөш ямғырҙар”, “Уйлы сағым”, “Ҡондоҙ ҡойроғо”, “Ҡыпсаҡтар”, “Арҡайым”, “Аҡыҡ көмбәҙ”, “Мөхәббәткә ышанам” һәм башҡа йыйынтыҡтары нәшерләнгән.