Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлағы17.11.2015
Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлағы Башҡорт театр сәнғәтендә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Кәримова айырым урын биләй. Тамашасы һәм сәхнәләштәре әлегә тиклем уның сағыу ижадына һоҡланыуын йәшермәй.

СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбә­рәкова: “Курсташым Роза – сәхнә өсөн генә яратылған зат. Тәрән тойғолар һәм ҙур оҫталыҡ менән башҡарған төрлө ролдәре бик күп булды, тамашасы уны һағына”, – ти уның хаҡында.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортос­тан­дың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова: “Мин театрға килгәндә, ГИТИС-та уҡып ҡайт­ҡандарҙың сәхнәлә иң күп, иң әүҙем эшләгән мәле ине, уларға мөкиббән ға­шиҡ булдым. Роза Шәйхетдин ҡыҙы ме­нән артабанғы ижад, гастролдәргә йөрөү беҙ­ҙе яҡынайтты”.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортостан­дың халыҡ артисы Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова 1935 йылда Нуриман райо­ны­ның Иҫке Күл ауылында тыуған. А.В. Луначарский исемендәге дәүләт театр сән­ғәте институтын (ГИТИС) тамамла­ған­дан һуң, 1959 – 1989 йылдарҙа М. Ға­фу­ри исемендәге Башҡорт дәүләт ака­демия драма театрында, 1989 – 1995 йылдарҙа М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләгән.
“Ҡунаҡхана хужабикәһе” (К. Гольдони) спектаклендә (диплом эше) ул Мирандолина ролен башҡара. Ә Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә беренсе роле А. Арбузовтың “Эҙләнеү йылда­ры”нда Люси була. Был об­раз­дарҙы Р. Кәримова сағыу һәм һоҡ­лан­ғыс башҡара. Ә һуңынан уға һәр артист хыялланған ролдәрҙе – төрлө ге­рои­ня­ларҙы уйнау бәхете тейә. Күбеһенсә клас­сик әҫәрҙәрҙә: Нина Заречная (“Аҡсар­лаҡ”, А. Чехов), Джен (“Мария Тюдор”, В. Гю­го), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта”, У. Шекспир), Мария (“Салауат”, М. Кә­рим), Ғилминур (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә. Мир­за­һитов), Анна Дмитриевна (“Тере мәйет”, Л. Толстой) һ.б. Роза Шәйхетдин ҡыҙы сағыу лирик, характер­лы һәм комик рол­дәрҙә лә йөҙөп уйнай. Роза Кә­ри­мова – данлы гитиссылар быуынының иң сағыу, талантлы вәкилдәренең береһе.
“Миңә, актриса булараҡ, үҙе­беҙ­ҙең дра­матургтар араһынан Нәжиб Асанбаев, Ән­ғәм Атнабаев, Мостай Кәрим, Ибраһим Абдуллин һәм баш­ҡа авторҙар менән бик яҡындан аралашып эшләргә тура килде. Ғөмүмән, заманыбыҙҙың матур, эшсән, сабыр ҡатын-ҡыҙҙарын данлаған пьеса­ларҙа уйнауым менән бәхетле булдым”, – ти актриса.




Вернуться назад