Ете ҡыҙӨфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың башланғысы менән баш ҡалабыҙҙа “Ете ҡыҙ” һәйкәле асылыу айҡанлы
Сал тарихтан тыйнаҡ етәкләшеп,
Ҡала уртаһына ҡайттығыҙ,
Асылына тоғро йәндәр аша
Таптығыҙмы юлды, Ете ҡыҙ?!
Биҙәр өсөн генә ҡайтманығыҙ
Гүзәлдәрҙән-гүзәл илдәрҙе,
Ҡайттығыҙ һеҙ уйландырыр өсөн,
Уфтандырыр өсөн ирҙәрҙе...
Һиҫкәндерер өсөн ҡатын-ҡыҙҙы
Ҡосағында саҡта яттарҙың,
Һыҙландырһын өсөн көтмәгәндә
Күңел төпкөлөндә ятҡан моң.
Ете һылыу һыу сәсрәтеп уйнай,
Һағыштарын сайҡай Иҙелдә.
Үҙ илендә ҡол булырмы кеше,
Ҡол булмағас хатта сит илдә?!
Табанынан ҡан ағыҙып ҡайтҡан
Ете ҡыҙҙың һомғол буй-һыны
Һеңдерә бит йәнгә рух ныҡлығын,
Ватансылыҡ тигән тойғоно.
Милли асыл ерҙә тапалғанда
Бик ваҡытлы һеҙ бит ҡайттығыҙ,
Сәңгелдәктә батырҙарҙы бәпләр,
Илдең ҡотон һаҡлар Ете ҡыҙ!
* * *
БЮТ-тың “Көндәлек” тапшырыуын ҡарағас...Шәхестәрҙе ҙурлау, рух үҫтереү —
Маҡсаттарың изге, “Көндәлек”.
Туған телгә һөйөү тәрбиәләү —
Ул эшебеҙ булһын көндәлек.
Белем менән беҙ бит мәртәбәле,
Белем менән беҙ бит көслөрәк.
Зыялы ла башҡорт балалары,
Булһаҡ ине илгә беҙ терәк.
Айырым булһаҡ, ҡом бөртөгө кеүек,
Бергә булһаҡ, беҙ тау саҡлыбыҙ.
Улар беҙгә маяҡ булды, тиеп,
Бишле ҡуйһа ине халҡыбыҙ.
Хоҙай алдарында яуап тотһаҡ
(Эштәребеҙ бөткәс көндәлек),
Әйтһәк ине: “Бушҡа йәшәмәнек,
Халҡыбыҙҙы алға өндәнек!”
* * *
Тел ҡөҙрәте бирсе, Хоҙай, халҡым
өсөн,
Ғәмһеҙҙәрҙең күңел ҡылын ҡаҡһын
өсөн,
Үлән кеүек халҡым ҡабат ҡалҡһын
өсөн,
Тел ҡөҙрәтен бирсе, Хоҙай, халҡым
өсөн!
Йөрәгемде яҡтырт, Хоҙай, халҡым
өсөн,
Ҡараңғыла яҡты юлды тапһын өсөн,
Хаҡлыҡ эҙләп, ул ҡояшҡа баҡһын
өсөн,
Йөрәгемде яҡтырт, Хоҙай, халҡым
өсөн!
Күҙҙәремде нурла, Хоҙай, халҡым
өсөн,
Күңелдәргә иман нуры яҡһын өсөн,
Ил-дәүләтем күкрәп сәскә атһын өсөн,
Күҙҙәремде нурла, Хоҙай, халҡым
өсөн!
ӨнһөҙлөкТаш йорттарҙы, гүйә, йәнле итә
Үҙебеҙҙең милли орнамент,
Ошо матурлыҡҡа хайран ҡалып,
Күҙҙе алмай, торам арбалып.
Боронғолоҡ күсә йәндәремә,
Хәтерләтмәй ҡалам сит илде,
Ата-бабам Урал тауҙарына
Ырып яҙған тарих шикелле
Бик күп әйбер һөйләй миңә таштар.
Кәмһетелгән. Еңгән. Онталған...
Әммә бирешмәгән! Ана, нисек
Мең төҫтәрҙә балҡый баш ҡалам!
Түбәтәйле ҡарттар сифатында
Сәләм биргән кеүек таш йорттар.
Их, йәшәһен ине шул йорттарҙа
Милли кейем кейгән башҡорттар!
Һөйләшһендәр ине туған телдә
Аҫыл балалары халҡымдың!
Их, ҡысҡырғым килде ошо хаҡта!
Их, ҡысҡырғым килде... Тартындым.
Әллә ҡурҡтым микән?! Уйланыммы
Үҙем тураһында иң элек:
Иңдәремдә — елән, ә телемдә —
Таш йорттарҙан күскән
Өнһөҙлөк...
“Бауырҙашым!” — тиеп...Ҡаҙағстан — данлы Абай ере,
Йәнтөйәге изге Жамбылдың,
Рух-ҡеүәтең мине әсир итте,
Ҡайтыу менән шуға һағындым!
Һоҡландырҙы далаң киңлектәре,
“Үҙ илемдә!” тигән иркенлек.
Азатлыҡтың тәмен тойҙом шул саҡ,
Булһа ла ул бары бер көнлөк.
Минең дә бит халҡым шундай ғорур,
Ихласыраҡ инде унлата!
Ҙур киләсәк юрап милләтемә,
Алып ҡайтайымсы аҡ бата.
Рух тигәнең, ул бит һәр башҡорттоң
Хәтер төпкөлөндә һаҡлана...
Ҡыйыулығың менән арбаның да
Күҙҙе ҡыҙҙырҙың шул, Астана!
Үҙ илеңдең ысын хужаһы һин,
Эй, оҡшай ҙа ошо һыҙатың!
“Бауырҙашым!” — тиеп ҡабул иттең,
Именлектәр теләп оҙаттың...
* * *
Ер йөҙөнә
Әлмисаҡтан
Күпме нәби килгәндер —
Барыһы һинең
Балаларың,
Олуғ Әҙәм пәйғәмбәр!
Әҙәм булып,
Әҙәм булып(!)
Ер йөҙөнә килгәндәр
Аллаһуны һинең кеүек
Һөйһөн ине,
Эй, Ибраһим пәйғәмбәр!
Ялбарайыҡ,
Кемдәр бөгөн
Аҡ намаҙлыҡ йәйгәндәр.
“Өммәтем!” — тип саҡырғанда
Һинең сафта
Булһаҡ ине,
Эй, Мөхәммәт пәйғәмбәр!
Ҡояшым бар!Күктә илай, йәшен һылай
Ҡап-ҡара болот,
Гүйә, күңелем сыуағын
Алмаҡсы йолоп.
Йөрәгемдә ҡояшым бар:
Нуры яп-яҡты,
Болоттарҙы бар тип белмәй,
Нурлай ян-яҡты.
Кешеләрем! Мин бит һеҙгә
Бәхет теләйем,
Йөрәгемдәге ҡояшым
Һеҙгә тәғәйен!
Күктәге ҡара болоттай
Булмағыҙ бойоҡ,
Йәшәгеҙ һеҙ йөрәгемдең
Йылыһын тойоп!
* * *
Хистәремде гөлдәй теҙеп,
Үргем килде таҡыя.
Минең хистәр бик күп төҫтә —
Йөрәгемә саҡ һыя!
Хистәремде йәйғор итеп,
Сөйгөм килде күктәргә,
Хистәремдең ете төҫө
Оҡшар ине күптәргә!
Япраҡ сыңы — хистәремдә
Тамсылары ямғырҙың.
Шул хистәрҙе һинән күпме
Йәшерәм, тип ҡаңғырҙым.
Ә бит ара шундай яҡын,
Аралар түгел йыраҡ,
Тик хистәрем йоҙаҡланған
Буяу кибете һымаҡ...