Хәтер ташы14.11.2015
Хәтер ташыМатбуғат йорто
ҡаршында
Хистәрҙән ташҡан
Ҡайындарҙың
йөҙөк ҡашы –
Ята уй ташы.
Дәүер менән бәхәс ҡорған
Дәү был уй ташы –
Ижад иленә ингәндә
Юлыбыҙ башы.

Бина ҡалҡҡас, булып
иптәш
Күсте таш бында,
Бер киҫәге Уралтауҙың
Күрә барын да;
Ваҡыттың аҡҡанлығына
Шаһитлыҡ ҡыла,
Ишетә, тоя, кисерә,
Бүтән ни ҡала?..

Йәшлегебеҙҙең таңында
Шул таш янында
Төштөк һүрәткә,
Осҡандай
Аҡбуҙ ялында.
Һүрәттәгеләрҙән хәҙер
Юҡ Динис*, Вафа**,
Йәнә йырсыбыҙ
Сафуан*** –
Аямай афәт...

Таштың юҡ бында ғәйебе,
Таш өнһөҙ илай.
Шаһит булған өсөн генә
Ғәйепләү хилаф.
Хәтерләй таш, ай,
хәтерләй
Төрлө заманды:
Сыуағын да, дауылын да,
Яҡшы-яманды...

Килгән-киткәнде күҙәтеп,
Күҙҙәре тала,
Күпме ҡәләм эйәләрен
Оҙатып ҡала.
Хушлашыуҙар хәтерендә,
Сәйер ҙә ғәжәп.
Күпме ир китте, ә уны
Алманы әжәл...

Үҙе генә ята бында.
Эргәлә – һәйкәл.
Ҡәбер ташы түгеллеген
Таш күптән шәйләй.
Күпме шатлыҡ,
һөйөнөстәр
Янынан уҙа.
Ҡалҡып-ҡалҡып ҡарай ҙа
таш
Ҡыуанып ҡуя.

Ташҡа һеңгән күҙ нурҙары,
Устар йылыһы.
Онотолмай
Таш янына
Килеү йолаһы.

Таш хәтере – оҙаҡҡа, ти,
Күп быуаттарға,
“Матбуғат ташы” булһын
ул
Күп быуындарға.
Хәтер ташы, быуат
ашып,
Ятһын көн күреп.
Матбуғатҡа ҡәбер ташы
Булмаһын берүк!
_____________________
*Динис Бүләков
**Вафа Әхмәҙиев
***Сафуан Әлибай


Вернуться назад