Халыҡ һүҙгә һыуһаған14.11.2015
Халыҡ һүҙгә һыуһаған Әҙәбиәт йылы ҡолас йәйеп ил гиҙеүен дауам итә. Билдәле шәхестәребеҙ – Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың, шағир, журналистика ветераны Әхмәҙин Әфтәхтең, яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡовтың, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Айгиз Баймөхәмәтовтың һәм виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың Иҙел башы төйәгенә “әҙәби десант” булып килеп төшөүе районыбыҙ өсөн оло ваҡиғаға әйләнде.


Ҡунаҡтар тәүге көндә ҡаланың лицей-интернатында башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыу­сылар, тәрбиә­селәр менән осрашты.
Ҡәҙим Аралбаев сығышын “Башҡорт­остан” шиғыры менән башланы, уның “Ҡот”, “Еңеү ик­мәге”, “Замандаштарға”, “Күстәнәс” шиғырҙарын да тамашасы яратып ҡабул итте.
– Мин һеҙгә беренсе тапҡыр киләм. Бала саҡта беҙ бындай лицей-интернат күрмәнек. Уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла, – тип бөгөнгө уңайлыҡтарға һоҡланы­уын йәшермәне күренекле шағир.
Йор, шаян һүҙле Ирек Кинйә­булатов: “Беҙ һағынғанды бел­деңме, әллә үҙең һағынып килдеңме? Яҙыусы өсөн һәр көндә лә, ай, йыл буйына ла Әҙәбиәт йылы дауам итә. Мин һеҙҙе һағынып килдем”, – тип башланы сығышын. Танылған шағир һәммәһенә лә башҡорт баҫма­ларына битараф булмаҫҡа өндәне. “Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит һәм журнал алдырығыҙ, тип сыуаш йә удмурттарға әйтә алмайбыҙ. Шуға ла милли матбуғатты үҙебеҙ күтәрәйек”, – тине Ирек ағай.
Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнет­динов­тың сығышы ваҡы­тында залда себен тауышын да ишетмәҫһең. Тамашасы көйҙөң бер мәлен дә төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышамы ни! Танылған милләт­тәше­беҙҙең коллекцияһында 30-ҙан ашыу ҡорамал бар. Был юлы ул сығышын башҡорт халҡының ағас ҡумыҙында уйнап башланы, шулай уҡ башҡа милләттәрҙекендә лә уйнау һәләте менән уртаҡлашты. “Сал быуаттар ауазы” импровизацияһы һәр кемде быуаттар төпкөлөнә алып киткәндер.
Яҡташыбыҙ, Абҙаҡ ауылынан сыҡҡан шағир Әхмәҙин Әфтәхтең ижадында тыуған ергә, ауылына ҙур урын бирелгән. Был юлы ул Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап “Күпһенмәгеҙ” шиғырын һөйләне.
Сара лицей-интернат уҡыусыла­ры башҡары­уындағы йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы.
Артабан осрашыу ҡаланың Да­уыт Юлтый исемендәге китапхана­һында дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтар менән аралашырға Белорет медицина колледжы студенттары, башҡорт теле уҡытыусылары, китап һөйөүселәр килгән. Сара ҡапма-ҡаршы һөйләшеү өлгөһөндә барҙы.
Китапхана мөдире Флүрә Шакирова осрашыу­ға килгән һәр шәхес­тең тормош юлына байҡау яһаны. Әйткәндәй, уларға арнап буклеттар сығарылған, стендтар әҙерләнгән. Әҙиптәребеҙ уҡыусыһына әйтергә теләгән һүҙҙәрен шиғыр­ҙары, хикә­йәләре аша еткерһә, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡумыҙ моңо аша күңел ҡылдарын сиртте. Яуап һүҙендә шағирәләребеҙ Мәнзүрә Абдуллина, Зөһрә Үтәғолова үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны.
Ә инде иң күркәм сараларҙың береһе – иртәгәһе көнөндә Әхмәт Лотфуллин исемендәге Абҙаҡ мәктәбендә үтте. Унда мәртәбәле ҡунаҡ­тар хөрмәтенә ҙур сара ойошторолдо. Ул әҙәбиәт байрамына әүерелде тиһәң дә, хата булмаҫ, сөнки сараға Учалы, Әбйәлил һәм Белорет районынан урындағы яҙыусылар ойошмалары ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары килде.
Аҙаҡ абруйлы ҡунаҡтар асыҡ дәрестәрҙә ҡат­нашты. Тамаша залында Миңлеғәфүр Зәйнет­динов ҡумыҙ уйнау серҙәре менән уртаҡ­лашһа, Әхмәҙин Әфтәх икенсе класс уҡыусылары менән “Беҙ бәләкәй саҡтарҙа” дәресендә осрашты. Абҙаҡтан йәш шағирә Эльмира Әхмәҙинаға “Балалар әҙә­биәте – мөғжизәле донъя” дәресендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. IX класс уҡыусылары “Тарихта ҡалыр эҙҙәр” дәресендә йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән яҡындан аралашыу мөмкинлеген алды. Шулай уҡ уҡыусылар менән үткәрелгән “Тормоштан илһам алып” дәресендә Ҡәҙим Аралбаев һәм Венер Исхаҡов ҡатнашты. “Ғүмер китабы дауам итә” тип аталған дәрестә иһә балалар Ирек Кинйәбулатов менән рәхәтләнеп әңгәмәләште.
Сараның төп өлөшө “Күңелдәрҙә ижад рухы” исемле музыкаль әҙәби кисәлә дауам итте. Тәбрикләү һүҙе менән район хакимиәте баш­лығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, мәктәп директоры Гөлшат Йомағужина, әҙиптәр исеменән Айгиз Баймөхәмәтов сығыш яһаны.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы, шиғыр-хикәйәләрен уҡыны.
Сығыштар Абҙаҡ мәктәбе уҡыу­сылары һәм уҡытыусылары әҙер­ләгән концерт менән ара­лаш­тырылып алып барылды. Ҡунаҡтар матур, фәһемле сараны ойоштороуға ҙур өлөш индергән лицей-интернат, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана, Абҙаҡ урта мәктәбе коллективтарына рәхмәт белдерҙе.
Йылы тәьҫораттар менән һуға­рылған осрашыу артта ҡалды. Әм­мә ундағы әҙәби мөхит, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбаев, Әхмәҙин Әфтәх кеүек оло ҡәләм­дәштәренән ҡалышмай ижад итергә тырышҡан урындағы ойошмалар­ҙағы яҙыусыларҙың артыуы, милләт­тәштәре­беҙ­ҙең осрашыуға алыҫ ауылдарҙан, ра­йон­дар­ҙан килеүе халыҡтың һүҙгә һыуһағанын күрһәтә ине. Тимәк, яҙыусы һүҙе әле лә үҙ баһаһын юғалтмаған. Бөгөнгө уҡыусы ла халыҡҡа заманында хәл иткес һүҙен әйткән Аҡмулла, Бабич, Ғарипов, Мостай кеүек бөйөк яҙыусыларыбыҙ ижадына тиң булырҙай һүҙ көтә, әҫәр көтә...


Вернуться назад