Милли аманатҡа таянабыҙ13.11.2015
Милли аманатҡа таянабыҙ2010 йыл аҙағы-2015
2011 йылдың 21 октябрендә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең III съезы үткәрелә. Унда 486 делегат ҡатнаша: республиканың бөтә район-ҡалаларынан, Татарстан, Сыуашстан, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь тарафтарынан делегаттар килә.

Съезда Башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙары йәмғиә­тенең рәйесе итеп филология фәндәре док­торы, Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­ти­ту­тының баш ғилми хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева һайла­на. Ул — Халыҡ-ара аҡындар, дас­тансылар конкурсы лауреаты һәм Бөтә Рәсәй “Рәсәй тауыштары” конкурсы дипломанты, М. Аҡмул­ла исемендәге премия эйә­һе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, Аҡтүбә университеты (Ҡаҙағстан) профессоры.
2010 йылдың аҙағынан 2011 йыл­дың октябренә тиклем йәм­ғиәт рәйесе вазифаһын баш­ҡарған Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы етәкселегендә съезды үткәреү өсөн күп ра­йон­дарҙа конференциялар ойошторола, әҙерлек эше алып барыла. Был осорҙа йәмғиәт яңы, ныҡлы, нигеҙле йүнәлеш алып, халыҡты халыҡ итеп тотҡан мәшһүр мәк­тәптәрҙе терелтә. Йәш быуынды рухи-әхлаҡи яҡтан сыныҡ­ты­рыу­ға, үҫтереүгә, башҡортлоҡ бәҫен, милли намыҫты һаҡлауға, мил­ләтебеҙ ҡәҙерен алға сығарыуға ниәт тотҡан оло саралар күбәйә. Улар халыҡ үҙаңын үҫтереүгә, заманға яраҡлашыу һәм унда тотороҡло ҡалыр өсөн киң ҡоласлы проекттар —Башҡорт йолалары, Ағинәйҙәр, Батырҙар, Сәсәндәр мәктәбе, Ирҙәр йыйыны, Урал батыр байрамы, “Бәхетле никах” сараһы республикабыҙҙың төрлө райондарында үтә. Йәмғиәтебеҙҙе һауыҡтырыу, илһөйәрлекте үҫтереү, үҙ ерең, халҡың өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү — йәмғиәт тарафынан атҡарылған эштәрҙең төп маҡсаттары. Шулай уҡ райондарҙа Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең филиалдары төҙөлдө.
Башҡорт — тәбиғәт балаһы һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Беҙҙең милли аңыбыҙҙа Тәби­ғәтте Ана-Инәй итеп ҡабул итеп йәшәү теләге урын алған. Ошо аҡылынан биҙһә, халыҡ милләт булып бер бөтөнлөктә йәшәүҙән туҡтай. “Тәбиғәт — ул балам алдындағы бурысым, мәҙәни әҙәм булыуымдың төп шарты, йәнем һәм рухымдың Әсәһе ул” тип әйтер инем. Шуны онотмаһын ине кеше! Миҫал өсөн яңыраҡ ойошторолған “Тәбиғәтте аяу” байрамын билдә­ләгем килә. Ҡырмыҫҡалы районының Ибра­һим ауылында үтте ул. 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар Ергә, Һыуға, Тәбиғәткә рәхмәттәрен белдерҙе.
Беҙҙең концепциябыҙ милли тамыр көсөнә, үҙаң төпкөлдәренә тәьҫир итә торған эштәрҙе атҡарыуға ҡорола. Бер сара ла исем өсөн үткәрелмәй: башҡорт асылына һәм рухына, күңеленә кәрәкле рухи ҡиммәттәргә баға­быҙ, милли аманатҡа таянабыҙ. Халыҡ үҙенең тотороҡло йәшә­йешенең нигеҙе итеп борондан уйлап тапҡан һәм хаҡ йәшәүенең ҡануны булараҡ билдәләгән тормош һабаҡтары бар: йола­лары­быҙ, сәсән һүҙе, ҡот ҡурсауы, быуындар бәйләнеше, күсәги­лешлелек, ырыҫ культы, намыҫ, ырыу көсө... Милли үҙаң кимә­лендә улар башҡортто борон-борондан тотороҡло, бәҫле, көслө һәм батыр иткән. Шуны онотма­йыҡ. Эскелек, битарафлыҡ, агрессия һәм донъялағы һуғыш тынын тыйырлыҡ идеологиябыҙ “Урал батыр” эпосында бар, бер-береңде ҙурлап йәшәү, ил ҡотҡарыу ҡанундары — йола мәктәбендә. Беҙгәме бирешергә? Ошо оло мәктәптәрҙе, милләтте ҡурсый торған механизмдарҙы ҡорған халыҡ бөгөн килеп яңы тарихи үҫешкә ынтылыр...


Вернуться назад