Алтын асҡыс — әсә ҡулында13.11.2015
Алтын асҡыс — әсә ҡулында Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина:
— Эйе, көндәлек тор­мо­шобоҙ ҡатмарлана, ха­лыҡ ҡырыҫлана, ту­­паҫ­лыҡ, йәм­һеҙлек күбәйә ба­ра. Әммә оҙон ялҡытҡыс ҡыштан һуң наҙлы яҙ ки­лә, ҡара болоттарҙы йы­рып ҡояш сыға, бөт­мәҫ-төкән­мәҫ ҡараңғылыҡты еңеп яҡты өмөт тыуа. Бөгөнгө ауырлыҡ­та­ры­быҙ ҙа мәңгелек түгел. Үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы матурлыҡтан, әхлаҡ-әҙәптән мәхрүм итһәк, кемгә әйләнербеҙ һуң?
Иң тәүҙә мин донъя тотҡаһы булған ҡатын-ҡыҙ­ға мөрәжәғәт итер инем: матурлыҡ, зауыҡ, әҙәп донъя­һының алтын асҡыс­тары – Әсә ҡулында!
Халҡыбыҙ ғүмер баҡый киң күңелле, кешелекле, эскерһеҙ, ҡунаҡсыл булыуы менән дан ҡаҙанған. Балаларыбыҙ бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла “Беҙ – Башҡорт еренән” тип әй­тергә оялмаһын ине. Улар­ҙы кешелек донъяһына барып ҡушылырлыҡ ғорур тәби­ғәтле, әҙәпле, алдын­ғы ҡарашлы шәхестәр итеп тәрбиәләй алһаҡ, әсәлек маҡсатыбыҙға, бурыста­ры­быҙҙың үтәлеүенә өл­гәштек, тип әйтә алырбыҙ.


Вернуться назад