“Ярҙам көтөп ятмайыҡ”13.11.2015
“Ярҙам көтөп ятмайыҡ” 2000-2004 йылдар
2000 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең сираттағы съезы асыла, йәмғиәттең рәйесе итеп филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры урынбаҫары Фирҙәүес Хисамитдинова һайлана.



Был йылдарҙа Н.Х. Мәҡсү­това башлаған эштәр дауам итә, төр­лө кәңәшмәләр үткә­ре­лә, яңы проекттар тыуа, һай­лау­ҙар, баш­ҡорт ҡорол­тай­ҙа­ры, мәшһүр шә­хес­тәребеҙҙең иҫ­тә­ле­ген мәңге­ләштереү маҡса­тындағы са­ра­лар ойошторола һәм башҡа бихисап бурыстар атҡарыла. Йәм­ғиәт етәксеһе­нең урынбаҫары итеп Азия Күсемова һайлана. Азия Ха­шим ҡыҙы әле лә ошо шөғөлөн яратып башҡара. Ул – Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгән.
Фирҙәүес Хисамитди­но­ва­ның тырышлығы менән республиканың төньяҡ-көн­байыш төбәктәрендә ғилми-ғәмәли конференциялар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы Башҡарма комитеты менән берлектә төбәк­тәрҙә, ҡала һәм район­дарҙа ҡоролтайҙар, күр­гәҙмәләр, конкурстар үт­кәре­лә. “Башҡорт ғаиләһе һәм Баш­ҡортостан Республика­һында де­мография проблемалары” тип аталған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияны күптәр әле лә хәтерләйҙер. Фирҙәүес Ғилмет­дин ҡыҙы ошо йылдар арауы­ғында баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙы яҙмышына арнап байтаҡ китап нәшер­ләргә лә өлгөрҙө: “Башкирские женщины на рубеже тысячелетия”, “Мать и дитя народов Башкортостана”, “Корни глубоки” һәм башҡалар. “Бәпес ҡайтты” тип аталған изге сара “Аҡ тир­мә”­лә Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ме­нән берлектә ойошторолдо, ”Башҡорт туйы”, “Бишек йы­ры”, “Йөҙөк – башҡорт туйы” кисә­ләре лә иҫтә ҡалырлыҡ булды.
– Тел һәм мәҙәниәтте һаҡ­лау­ҙа кемдәндер ярҙам кө­төргә кәрәкмәй. Бала­ла­рыбыҙ һәм ейәндәребеҙ ата-ола­тайҙарын, милли тамыр­ҙарын онотмаһын өсөн беҙҙең үҙебеҙҙән башҡа кем борсолорға тейеш һуң? Хә­ҙер күрәм, туған телен, мәҙәниә­тен, милли менталитетын һаҡ­лау өсөн үҙенә яуаплылыҡ алырға әҙер булған кешеләр байтаҡ. Әгәр халыҡтың ошондай үҙ-үҙен ойоштороу принциптары үҫешә икән, тимәк, уҙған йылдар бушҡа үтмәгән: милләт алға бара... — ти Ф. Хисамитдинова.


Вернуться назад