1990-2000 йылдар
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үҙенең эшен
ХХ быуат аҙағында яңынан йәйелдереп ебәрә. 1988 йылда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен тергеҙеү буйынса Нәжибә Мәҡсүтова етәкселегендә тәүге инициатив төркөм төҙөлә.Йәмғиәттең 1990 йылдың 17 ноябрендә үткән съезында идара составы һайлана, йәмғиәт рәйесе итеп Н.Х. Мәҡсүтова, ә урынбаҫары итеп Т.Х. Күсемова һайлана. Идараның иң әүҙем ағзалары Р. Туйсина, М. Ғәйнуллина, Ә. Сафиуллина, Р. Аҡкучукова, З. Хисмәтуллина һәм Р. Ураҡсина тотош республика райондары буйлап сәфәргә сыға, фольклор материалдары йыя, халыҡ араһында телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә ҡарата һөйөү һәм ихтирам уятырлыҡ саралар ойоштора.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — милләтебеҙҙең һоҡланғыс шәхестәренең береһе. Юрматы башҡорто Зәки Вәлиди менән Силәбенән Оло Ҡатай йорто башҡорто Абдулҡадир Инан кеүек башҡорт телен бөтә донъя кимәленә танытҡан, 1993 йылдың сентябрендә Анкарала 48 илдән килгән ғалимдар алдында бөтә Шәреҡ һәм Европа донъяһын яңғыратҡан атаҡлы башҡорт һәм төрөк диалектологы, лингвогеограф Н. Х. Мәҡсүтова, бөйөк Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев һәм Рәми Ғарипов кеүек үк, Әй буйынан – Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт һөйләштәрен һәм диалекттарын эҙмә-эҙлекле тасуирлап 400-гә яҡын ғилми хеҙмәт яҙған, эштәре, тикшеренеүҙәре Голландия, Америка Ҡушма Штаттары, Төркиә, Финляндия, Швеция, Италия кеүек үҫешкән илдәрҙә баҫылып сыҡҡан. Тап ошо ғалимәбеҙ башҡорт телен Европа телдәренең диалектологик атласына индерҙе. Халыҡ-ара симпозиумдарҙа, Пермь, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан, Мәскәү ғалимдары алдында тәрән һәм төплө ғилми сығыштар яһап, үҙ фекерен ышаныслы яҡлап сыҡты.
Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы башҡорт теленең космонимияһы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәренең сағыштырмаса лексикаһы буйынса тикшеренеүҙәр уҙғарҙы. Ғилми эшмәкәрлегенән тыш, һөйөклө ил инәһе булараҡ, ул рухи, мәҙәни һәм сәйәси өлкәлә лә үҙ-үҙен аямай, фиҙакәр эшләүен дауам итте.
Н.Х. Мәҡсүтованың исеме “Төрки телдәренең диалектологик атласы”н, ”Европа телдәренең лингвистик атласы”н төҙөүселәрҙең береһе булараҡ та кешеләр хәтерендә ҡаласаҡ. “Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге”нең өс томын әҙерләп сығарыуға етәкселек итте. Бер үк ваҡытта Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы республиканың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Ул оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Терминология комиссияһына етәкселек итте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең тәүге рәйесе булды.