Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының әһәмиәте13.11.2015
ХХ быуат башы Рәсәй яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған тарихи ваҡиғаларға — революцияларға, һуғыштарға — бай булған ҡатмарлы осор. Илде ялмап алған тетрәнеүҙәр, бер яҡтан, һанһыҙ кеше ҡорбандарына, илдең иҡтисадына ҙур матди зыян килтерһә, икенсе яҡтан, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыуға, төрлө ойошмаларҙың, милли хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.


Ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының артыуы ла ошо шарттарҙа ба­ра. Демократик реформалар көсһөҙ затты ла йәмәғәт эш­тә­рендә әүҙемләшеүгә этәрә. ХХ быуаттың башында Баш­ҡорт­остан тарихында тәүге ҡа­тын-ҡыҙ ойошмалары бар­лыҡ­ҡа килә. Үткән быуаттың башынан 1917 йылға тиклем асылған ошондай ойошмаларҙың һаны 70-кә етә. 1907 йылдан Өфөлә эшләй башлаған “Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы” (“Мусульманское дамское общест­во”) шуларҙың тәүгеһе була.
“Мосолман ҡатын-ҡыҙ ойош­маһы” 1907 йылдың 12 де­каб­рендә Өфө ҡалаһында бар­лыҡҡа килә. Уға Мәрйәм Солтанова етәкселек итә. Ус­тавта ойошманың маҡсаты – мәҙәни-мәғрифәт, әхлаҡ-тәр­биә эштәре тип күрһәтелә. Бы­ны тормошҡа ашырыу өсөн улар төрлө типтағы ҡыҙҙар мәктәптәре ойошторорға, уҡыу һәм тәрбиә эшен яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға матди яр­ҙам күрһәтергә, мосолман ҡа­тын-ҡыҙҙарына мәктәптән тыш ғилми, профессиональ белем биреүҙе хәстәрләргә, китапханалар, уҡыу залдарын, төрлө шөғөлдәргә өйрәткән оҫтаха­налар асырға, халыҡ алдында лекциялар үткәрергә пландар билдәләй. Шулай уҡ дауаханалар, амбулаториялар, ҡыҙҙар өсөн приюттар асыу ҙа маҡсат итеп ҡуйыла.
ХХ быуат башында барлыҡ­ҡа килгән йәмәғәт ойошмалары араһында “Ырымбур мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте” (“Орен­бургское мусульманское женское общество”) айырым урынды алып тора.
Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары ХIХ-ХХ быуат сигендәге ваҡи­ға­ларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау менән бергә, тыныс ваҡытта ла, һуғыш осоронда ла дәүләт, халыҡ өсөн күп файҙалы эштәр башҡара.

Римма СӨЛӘЙМӘНОВА,
тарих фәндәре кандидаты.
(“Киске Өфө”).



Вернуться назад