Шиғырҙар13.11.2015
***
Хоҙай мине мөһөрләгән,
Мөһөрөм минең — башҡорт,
Күрмәгәндәр ҙә күрәлер:
Мөһөрөм тора балҡып!
Хоҙай мине ололаған,
Дәрәжәм минең — башҡорт,
Башҡортлоҡто һаман асам,
Бөтөралмайым асып.
Бөтөрөрлөк түгел асып:
Ергә йәштәш башҡорт мин,
Яңы баштан уйлай башым:
Ергә йәндәш башҡорт мин!
Хоҙай мине бик яратҡан,
Ер күсәре — Уралым,
Ер әйләнә, ә күсәрен
Мин бит тотоп торамын!
Хоҙайҙың мин үҙ балаһы,
Иманым минең — башҡорт!
Ер менән күкте бәйләйем,
Урал тауына ашып.
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Йыһандағы бишегем
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле-татлы һыуҙарым.
Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
Тыуған илем — Башҡортостан,
Мин һиндә тыуып үҫтем.
Урман-тауҙарым йәмле,
Эскән һыуҙарым тәмле.
Һинең киң яландарың
Мең сәскәгә күмелгән.
Әйтерһең дә, кемдер унда
Сып-сыбар балаҫ йәйгән.
Рәсимә Ураҡсина
Башҡортостан
Оҡшаш урман, тауҙар тәңгәленән
Башҡортостан сиген үткәндә,
Тотош донъя ҡапыл балҡып китә,
Барса йәмдәр бында күскәндәй.
Был тупраҡҡа һеңгән халҡым моңо,
Батырҙарҙың эҙе уйылған,
Ямғыр ғына түгел, ул халҡымдың
Күҙ йәштәре менән йыуылған.
Бында торналарға, бөркөттәргә
Халҡым рухы барып ҡушылған,
Үҙ туғанын аяй белмәгәндәр
Саҡ менән Суҡ тигән ҡош булған.
Елдәрендә ҡурай тауышы бар,
Ауазы бар унда ҡумыҙҙың,
Айға менеп баҫҡан Зөһрә – ҡыҙы,
Үләнендә – тәме ҡымыҙҙың.
Һәр бер йылға тарих булып аға,
Йөрәк тибеп ҡуя һулҡылдап,
Уҡтың һыуы аша сыҡҡан саҡта
Уҡтай сая һаман тулҡындар.
Был тәбиғәт – башҡорт бейеүендә,
Был тәбиғәт – башҡорт көйөндә,
Күпме гүзәллек һәм мөһабәтлек,
Башҡортостан, һинең йөҙөңдә!
Йомабикә Ильясова
Ил ҡыҙы
Иле фарман бирһә, яуға сығыр,
Майҙандарҙы яулар ил ҡыҙы.
Ҡырғын килһә, түлен һаҡлар өсөн
Һабан һөрөр, тырмар, ер ҡаҙыр.
Афәт килһә, башын түбән эймәҫ.
Туплай алыр зирәк зиһенен.
Рәхәтлектәр эҙләп ситкә сапмаҫ,
Барын күтәрер ул ил менән.
Тура һүҙен күҙгә ҡарап әйтер,
Сабырлығын һаҡлар бәләлә.
Ул бит үлер саҡта йәшәй белә,
Ятып илар саҡта көлә лә.
Йөрәгенә тотош иле һыйған,
Тамыр йәйгән үҙе еренә.
Күкрәк һөтө — ғәзиз балаһына,
Саф һөйөүе — һөйгән йәренә.
Әйтерһең дә, тоғро һалдат кеүек,
Ил ҡыҙында — илдең хәстәре.
Шуға уның йырлы ҡараштары,
Ә йөҙөндә — иле төҫтәре.
Лариса АБДУЛЛИНА