Төнгө шәүләләр, йәки "заманса мәҙәниәт" шулай буламы?13.11.2015
Төнгө шәүләләр, йәки "заманса мәҙәниәт" шулай буламы? Яҡтылыҡҡа талпынған күбәләктәр кеүек, ҡала йәштәре төнгө клубтарҙың сағыу нурҙарына ынтыла. Клуб тигәс, төрлө саралары менән гөрләп торған мәҙәниәт усағы иҫкә төшә. Барыбыҙҙың да үҫмер саҡ ауыл клубтарында концерттар, спектаклдәр ҡарап, төрлө уйындарҙа мәж килеп үтте бит. Ул биналар хәҙер йә бөтөнләй һүтеп ташланған, йә ишегендә ат башындай тутығып бөткән йоҙаҡ эленеп тора. Ауылдарҙа клубҡа йөрөр йәштәр юҡ. Улар хәҙер ҡалаларҙың төнгө клубтарында типтерә. Ә унда хәлдәр нисегерәк икән һуң?

50-гә етеп килгәндә, шул төнгө клуб тигәндәрен бер тап­ҡыр булһа ла барып күрәйем әле тип, Сипайлово биҫтәһендәге­һенә йүнәлдем. Был клубта киске сәғәт 9-ҙан таңғы 6-ға тиклем күңел асырға була. Тупһа аша атлау менән ишек төбөндә торған әзмәүерҙәй егет алдыма килеп баҫты.
– Билетың бармы? – тине ул миңә, сәйер ҡарап. Клубҡа инеү өсөн генә лә билет алырға кәрәк икәнен уйлап та ҡарамағайным. Баҡһаң, инеү хаҡы, урынына ҡарап, 700-ҙән 1400 һумға тиклем тора икән. Бер килгәс инде кире боролоп тороу юҡ, ярай, мин әйтәм, ике йәшәмәйбеҙ бит, барлы-юҡлы аҡсаны сығарып һалырға тура килде. Иртәрәк килгәнмен, күрәһең, кеше әллә ни күп түгел. Бер нисә өҫтәл янында һыра һемереп, гәп һатып ултырыусылар күренә, талғын көй ағыла. Тышта уҡ иғландарға иғтибар иткәйнем: һалмыш килеү, үҙең менән алкоголле эсемлектәр алып инеү ҡәтғи тыйыла. Ә бында ни рәхәтләнеп “төшөрөп” ултыралар ҙабаһа. Әлбиттә, клубта бар эшләй, унда йәнең теләгән иҫерт­кес эсемлекте алырға була. Шунһыҙ ул үҙенең сығым­дарын ҡаплай алмаҫ ине.
Сәғәт 11-ҙәр тирәһендә клуб­ҡа шаулаша-шаулаша төркөм-төркөм йәштәр ағыла башланы. Бында тәүге тапҡыр килмәгән­дәре күренеп тора, үҙ өйҙәрен­дәге кеүек ҡыланалар, офи­циант­тарға исемдәре менән өндәшәләр. Улары йүгереп йөрөп төрлө эсемлек килтерә. Хаҡтарына күҙ һалғайным, ҡот осорлоҡ. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан таба икән был йәш-елкенсәк?
Тора-бара талғын көйҙө ҡолаҡ тондорғос заманса музыка алмаштырҙы. Бейек бул­маған сәхнәгә ярым-шәрә сибәр ҡыҙ бейергә сыҡты. Бейеү тип әйтеп булмай, бөтә ағзаларын уйнатып эйелә лә бөгөлә шунда. Халыҡҡа арт һынын күрһәтеп эйелдеме, зал геү итеп ҡала, берәүҙәр һыҙғырып ебәрә. Ҡыҙмаса булған йәштәр ҙә бейергә төштө. Ситтән ҡарап торһаң, хас та ен туйы инде. Бында “һалып” алған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Ярым ҡараңғы залда кемдең нимә эшләгәнен дә күрерлек түгел, егет менән ҡыҙ-ҡырҡын бер-береһенә һыйынып ышҡыла шунда... Иҫеректәр артҡандан-арта бара. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың егеттәргә ҡарағанда ла нығыраҡ “ысҡыныуы” йәл. Алйыған бер йәш кенә ҡыҙҙы уртаға сығарып өйөрөлтә башланылар, уныһы аяғында саҡ баҫып тора, етмәһә, былай ҙа ҡыҫҡа итәген күтәреп маташа. Ир-ат ҡул саба, хуплап ҡысҡыра. Күп тә үтмәне, ул ҡыҙҙы ике егет ҡултыҡлап ҡайҙалыр алып китте. Мажара нимә менән бөткәнен ул меҫкен ҡыҙ үҙе лә хәтерләмәйҙер...
Теге ишек төбөндә торған һаҡсы миңә һынсыл ҡарап, әллә нисә тапҡыр эргәнән үтеп китте. Эсмәй ултырыуым, бейергә төшмәүем шик тыуҙыра, күрә­һең.
Бер мәл минең өҫтәл янына йәш кенә ике ҡыҙ килеп ултырҙы. Башта һүҙ ялғанмаһа ла, танышып киттек. Исемдәре Оля менән Алина, әгәр ысын булһа. Оляның теле телгә йоҡмай, Алина шым ғына тирә-яҡты күҙәтә, кемделер эҙләгән дә кеүек. Бер аҙ ултырғас, Оля миңә текләп:
– Беҙҙе һыйларға уйламай­һыңмы? – тине.
– Минең финанстар романс йырлай, – тигән булдым, һүҙҙе шаяртыуға борорға теләп.
– Кеше клубҡа аҡсаһыҙ килә­ме ни! – тине Оля асыулан­ғандай.
Кәйефтәре ҡырылды ҡыҙҙар­ҙың. Минең янда биш минут та ултырманылар, төптәрәк ултыр­ған өс егетте шәйләп, улар янына киттеләр. Тегеләр шуны ғына көткән, күрәһең, ҡыҙҙар янында орсоҡтай өйөрөлөргө тотондо, алдарына бокалдар ҡуйҙы...
Ун икеләр тирәһендә, бәлә­һенән баш-аяҡ тип, тайыу яғын ҡараным. Ә бит әле төнгө клуб­тың ҡыҙа башлаған сағы ғына. Юҡ, башҡаса бындай урынға аяғымды баҫмаясаҡмын!
Былар минең бер-ике сәғәт эсендә генә күргәндәрем. Төнгө клубтарҙағы мажаралар тура­һын­да ишетһәң, сәстәр үрә торорлоҡ!
Мәҫәлән, Пермь крайының Березники ҡалаһындағы төнгө клубта “iPhone” отор өсөн ҡыҙ­ҙар шәрә килеш сәхнәлә бейергә риза була. Уларҙың был ҡылығы урындағы халыҡтың асыуын ҡабарта, социаль селтәрҙәр нәфрәтле яҙмалар менән тула: “Ниндәйҙер “iPhone” өсөн үҙеңде нисек хөрмәт итмәҫкә мөмкин?! Был – мәғәнәһеҙлек. Улай йәшәргә ярамай!” – тип аптырай халыҡ.
Бындай “уйын”дар йыш ҡа­бат­лана икән төнгө күңел асыу йорттарында. Санкт-Петербург­тың бер клубында ике видеоблогер шундай “бәйге” ойоштороп ебә­рә. Бернард Шоуҙың: “Бөтөн ҡатындар ҙа һатыла, хаҡын ғына билдәләргә кәрәк”, – тигән һүҙ­ҙәрен үҙҙәренсә иҫбатларға теләй улар. “iPhone 6” йәки 35 000 һум аҡса уйнатыла, тип бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы сәхнәгә сығаралар. Ярыштың шарты ябай ғына: кемдең өҫтөндә иң әҙ кейем ҡала, шул – еңеүсе. Иҫерткес эсемлектәрҙән ҡыҙып алған ҡатын-ҡыҙҙарҙы өгөтләп тороу ҙа кәрәкмәй, ғәм халыҡ алдында сәмләнеп барлы-юҡлы өҫ кейемдәрен сисеп бәрә башлай­ҙар. Күҙ асып йомған арала шәп-шәрә ҡала улар. Ләкин тәғәйен бүләктәр бер кемгә лә эләкмәй. Баҡһаң, ике егет уларҙы йәше­рен камераға төшөрөп, Интер­нет­ҡа һалып, үҙҙәренсә әх­лаҡ­һыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшә, имеш.
Өфөбөҙҙә, респуб­лика­быҙ­ҙың башҡа ҡалаларында ла хәлдәр шунан ары китмәгән. Тәртип һаҡсылары Черни­ковкалағы бер төнгө клубҡа рейд үткәргәйне. Маҡсаттары йәше­рен мигранттарҙы асыҡлау ине. Әммә клубтағы ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы яҡлап полиция хеҙмәт­кәрҙәренә ташланған. Бер ҡыҙ хатта тәртип һаҡсыһының автоматын тартып алырға маташҡан. Уны ҡулға алғандар, ләкин ҡа­нында “шайтан һыуы” йүгергән ҡыҙ бының менән генә тынысланмай, полиция хеҙмәткәр­ҙәре ултырған “ГАЗель” ма­шина­һының тәҙрәһен ҡоя һуҡҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарама­ғындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Константин Потнин әйтеүенсә, Черниковкалағы әлеге клубта тәртип боҙоуҙар йыш ҡабатлана, унан полиция хеҙмәткәрҙәренең юлы өҙөлмәй. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығы һағайта.
Бындай тикшереүҙәр ҡа­лабыҙ­ҙа йыш уҙғарылһа ла, әлегә һөҙөмтә тойолмай. Тәртип һаҡсылары китеү менән төнгө клубтар үҙ “асылына” ҡайтып йәшәй башлай.
Тағы ла бер ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Төнгө клуб янындағы туҡталышта такси көтөп торған Сания Темәсеваны билдәһеҙ кешеләр туҡмап киткән.
– Көтмәгәндә бер машина килеп туҡтаны, унан егеттәр килеп сыҡты ла мине кабинаға тартҡылай башланы. Ярай әле спорт менән шөғөлләнәм, егет­тәргә бирешмәнем. Унан такси водителдәре килеп етеп, ярҙам итте, – тип хәтерләй ҡыҙ.
Сания төнгө клуб һаҡсы­ларына ла ярҙам һорап ялбара. Ләкин, туҡталыш биләмәһе беҙгә ҡарамай тип, ярҙам итеүҙән баш тарта улар.
Социаль селтәрҙәге сәхифә­һендә Сания ҡыҙҙарға былай тип мөрәжәғәт итә: “Ҡәҙерле гүзәл заттар, әгәр һеҙгә һаулы­ғығыҙ һәм ғүмерегеҙ ҡәҙерле икән, төнгө клубтарға түгел, театрҙарға йөрөгөҙ. Минең менән булған хәлдең һәр бере­геҙ менән ҡабатланыуы мөмкин. Һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ, аҙаҡ һуң булыуы бар. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!”
Төнгө клубтарҙа полиция хеҙ­мәткәрҙәре тарафынан гашиш, нәшә тартып алыныуы тура­һында ла билдәле. Иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар хөкөм һөргән урындың енәйәт ояһы булыуы көн кеүек асыҡ.
Был мәҡәләлә беҙ ҡайһы бер ваҡиғаларға ғына туҡталдыҡ. Күлдә лә күҙгә күренгән ваҡ балыҡтар өҫтә йөҙөүсән, эреләре иһә төптә ята. Шулай булғас, үҙегеҙ хәл итегеҙ: төнгө клубҡа барырғамы, әллә театрғамы?


Вернуться назад