Ҡандра йөрәктәрҙе яндыра11.11.2015
Ҡандра  йөрәктәрҙе яндыра Ҡандра ауылындағы Әсғәт Мирзаһитов менән Әкрәм Дауытов ҡәберҙәренә зыярат ҡылыу ине тәүге аҙымыбыҙ. Илебеҙҙең бөйөк улдарының әруахтарын сәләмләүҙән башланған был сара мәлендә көн йәмле һәм йәнле булды.


“Әҙәби нағыш”тың киләһе семәре беҙҙе Туймазы ерендә көтә ине. Һәм уның һәр бөртөгө үҙ ижадын бар ғәм хөкөмөнә тап­шырҙы. Башҡорт, татар һәм урыҫ телендә яңғыраған әҫәрҙәр ха­ҡын­да тәүге һүҙҙе әйтеү билдәле яҙыусы, шағирә, Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Гөлнур Яҡупованың иңдәренә ятты. Үҙ телмәрендә әҙибәбеҙ һәр ҡулъяҙманы тәфсирле анализлап, йомшаҡ һәм яҡшы яҡтарын билдәләп сыҡты. Туймазы еренең һәләтле йәштәренә һоҡланыуын да йәшермәне.
Үҙ сиратында татар шағиры Венер Фәттәх образдарға баҫым яһаны. Ә уның тапалған юлдан тайпылырға кәрәк тигән алтын кәңәше Рәми Ғариповтың “Эй, фекерем, булма фәхишә!” тигән юлдарын иҫләтте.
Урыҫ шағиры һәм тәржемәсе Сергей Янаки:
– Милли шиғриәт үҙ асылын әле булһа һаҡлап килә. Беҙҙеке, билдәле, боҙола заманға ҡушы­лып. Был бигерәк тә һүҙ сәнғә­тендәге тел үрнәктәрендә асыҡ сағыла. Тарихилыҡ һәм ха­лыҡсанлыҡ менән һуғарыл­ғанға шулайҙыр һеҙҙә, – тигән ғәжәп­лә­неү ҡатыш һоҡланыуын белдер­ҙе. Тик үткәндәрҙе киләсәккә йөк­мәп, алға ҡарай яңы аҙымдар яһау хәжәте нисек тә ҡала килә. Хәйер, “Әҙәби нағыш” биҙәгендә йәштәр тауышы ла асығыраҡ төҫмөрләнә хәҙер. Туймазы ере лә быға инандырҙы беҙҙе. Ра­йондың әҙәби картаһы, “Тыуған яҡтың тауыштары” йыйынтығы­ның күргәҙмәһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Йәнә Мәжит Ғафури исемен­дәге әҙәби музейҙың методика бүлеге мөдире Эльмира Хәйбул­лина менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың баш белгесе Лира Моратова, Өфөнөң ҡайнар сәләменә ҡушып, бүләктәрен тапшырҙы.
Әҙәби ултырышты театр за­лын­дағы концерт тамашаһы алыш­тырҙы. Унда инде мәктәп балалары менән сиратлашып ололарҙың йыр-бейеүҙәре берсә күңелдәргә нурҙар сәсеп, күккә осорһа, берсә Бөйөк Ватан һуғышының алғы һыҙығына “ташланы”. Ҡадир Ишбулдин башҡар­ған йырҙарында “Башҡортостан – мөғжизәләр иле”ндә йөрөп, “Ша­кирйән” менән бергә дзот утына ҡаршы сыҡты. Ә “Паспорт” шиғы­ры менән ҡойоп ҡуйған Маяков­скийҙы бер кем дә көтмәгәндер.
Муса Сиражиҙың да яҡташ­тары алдында телмәр тотоуы үҙе бер мәртәбә ине. Шағир һәм публицистың: “Әҙәбиәт йылы, миңә ҡалһа, йыл да ҡабатлана, йүнле кеше һәр ваҡытта ла китап уҡырға тейеш”, – тигән һүҙҙә­рен­дә барыһы ла хәҡиҡәт тапҡан­дыр. Бигерәк тә бөгөн, теләһәң – китаптан, теләһәң планшет йә телефон аша күңел дауаһын табып була бит.
Уҙған юлдарҙа баштан аҙаҡ­ҡаса райондың мәҙәниәт бүлеге мөдире Илдар Сәлихов төбәктең һәр мөйөшөн һүрәтләп барҙы. Уның һүҙҙәрендә һәр күренеш йәнләнә: бына 1912 йылда тәүге паровоз елдерә, бына Афған яуында ауғандар, Советтар Со­юзы Геройҙары ҡалҡа. Ә эргәлә Башҡортостанда тәүге­ләрҙән булып барлыҡҡа килгән “Библиобус” тәгәрәй...
Ул көндә Ҡандракүл буйы халҡының ижади маһирлығы, ихласлығы йөрәктәрҙе яндырҙы. Нағышы уның хәтерҙәргә сигелде.
Ә инде киләһе әҙәби юл беҙҙе Октябрьский ҡалаһына илтәсәк.






Вернуться назад