“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?”11.11.2015
“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” Ошондай исем менән үтте М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт филологияһы факультетының “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ойошторған шиғриәт кисәһе. Сара беренсе минуттарҙан уҡ күңелде арбаны: сығыш яһаласаҡ майҙансыҡҡа ике яҡтан көлтә булып яҡтылыҡ төшә, аудитория буйлап электрон шәмдәлдәр баҙлай. Шуныһы үҙенсәлекле: хис-тойғо ташып торған шиғырҙар менән бергә тамашасыға ҡайнар сәй һәм тәм-том да тәҡдим ителде.
Сараны, төп ойоштороусылар һәм идея авторҙары булараҡ, әҙәби берекмә етәксеһе Айбулат Сәсәнбаев менән Айгөл Йәмилева Башҡортостандың халыҡ шағиры Ирек Кинйәбулатовтың “Көҙгө һа­ғыш” шиғыры менән асып ебәрҙе. Артабан майҙансыҡ бер генә минутҡа ла буш торманы, теләү­селәр, шатлыҡҡа, арыу ине.
Сығыштарҙың теле сикләнмә­гәйне: бер-бер артлы Рәми Ғари­повты — Сергей Есенин, Анна Ахматованы — Белла Ахмадуллина, Булат Окуджаваны Иосиф Бродский алмаштырҙы. БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе вәкиле Заһит Ғүмәров “Һағышланып ҡы­на ултырмайыҡ әле”, — тип, Шәйех­зада Бабичтың “Тешһеҙ ҡыҙ” исемле шаян шиғыры менән тамашасыны йәнләндереп ебәр­ҙе. Улай ғына ла түгел, микрофон тоторға баҙнат иткән һәр кем тиерлек үҙ ижад емештәрен халыҡ­ҡа еткерҙе. Улар араһында бе­рен­се курс студенттарының байтаҡ булыуы күңелгә май булып яғылды, тимәк, факульте­ты­быҙ­ҙың ижади киләсәге һүнмәйәсәк әле, беҙгә алмаш килә!
Тыуған йорт мөхите бөркөлгән был йылы кисәлә йыр-моңдоң булмауы яҙыҡ күренер ине. Айбулат Сәсәнбаев “Аҡйондоҙ” төр­көмө­нөң репертуарынан Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Хуш бул инде” йырын башҡарһа, Айгөл Йәмилева үҙе ижад иткән “Китмә” йыры менән сығыш яһаны.
Кисә аҙағында һүҙҙе уҡытыу­сыларыбыҙ алды: Зәки Әлибаев, Ғәлимә Ғәлина, Гөлсинә Килмә­кова, үҙҙәренең тәьҫораттары ме­нән уртаҡлашып, хуплау һүҙҙәрен еткерҙе.
Күптән атҡарырға тип янып йөрөгән, әҙерләнгән ваҡытта бар уйыбыҙҙы ялмап алған шиғри кисәнең ошондай юғары кимәлдә үтеүенә сикһеҙ ҡәнәғәтбеҙ. Шуға ла беҙҙең тәҡдимде бер тауыштан күтәреп алған һабаҡташ дуҫтарға, кәңәштәре менән ярҙам иткән уҡытыусыларыбыҙға һәм деканыбыҙ Луиза Сәмситоваға рәхмәтлебеҙ.
Беҙ бер “Тулҡын”да, дуҫтар!




Вернуться назад