Нурлы, моңло йорт10.11.2015
Нурлы, моңло йорт
Таҙа.
Яҡты.
Йылы.
Тағы ла… сәскә-лә-әрр!
Ысын мәҙәниәт усағы шулай булырға тейештер, тим эстән генә. Ана бит, хужаларҙың ҡунаҡсыл әйҙүкләүенән тыш, стеналағы фоторәсемдәрҙән хакимиәт биләмәһенә ингән ауылдарҙан сыҡҡан шәхестәр баҡҡан, урындағы спортсылар сәләмләй, үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәре йырын һуҙа, тыпырлап бейеп ҡаршылай, төрлө ярыш-конкурстарҙа алған диплом, кубоктар күҙҙе ҡамаштыра.


Баҙап ҡалыуҙы һиҙгәндәй, методист Әлфиә Сафина Туғыҙлы мәҙәниәт йорто менән таныштыра ла башланы:
— Клуб 2008 йылда асыл­ды. Районда иң яҡшыһы иҫәп­ләнә. Әй, 20 йыл эшләү дәүерендә күрмәгәнде күрҙек инде. Емерегендә лә эшләнек, тамам ватылғас, мәктәптә лә булдыҡ, хатта магазин бина­һында ла. Хәҙер шатланып бөтә алмайбыҙ. Республика, район етәкселегенә рәхмәт яңы бина өсөн. Бына әле лә Башҡортостан Мәҙәниәт ми­нистрлығының махсус прог­рам­маһына ярашлы миллион һум бүлделәр. Ҡыйғынан беҙ­ҙең клуб ҡына ингән…
Күк көмбәҙе асылып, һауа­нан төшкән һымаҡ булған аҡсаға улар сәхнә кейемдәре тектерәсәк, өҫтәл уйындары, компьютерҙар аласаҡ. Туғыҙ­лы — үҙәк мәҙәниәт йорто. Бынан тыш, алты ауылда клубтар бар. Программаға ҡушы­лып, бүленгән финанс яр­ҙа­мын тәүҙә шаяртып ҡына “һауанан төшкән” тинек. Юҡ, туғыҙлылар быға ысын-ысындан лайыҡ. Әйтәйек, Әлфиә Сафина ололар, йәштәр менән күберәк эшләһә, методист Әлиә Хәсәнова балаларҙы йый­ған. “Йыйған” тип әйтеүе генә анһат. Һәр сабыйҙың күңеленә ятырлыҡ шөғөл табыуы, уға тәбиғәттән һәләт орлоғоноң һалыныуын күреп, “гөлсәскә” үҫтереүе, ай-һай, анһат түгелдер.
Балалар фольклор ан­сам­бленән тыш “Умырзая” тип аталған театрҙың эшләүе лә – быға асыҡ миҫал. Етмәһә, “Етеҙҙәр” клубына ла йөрөй­ҙәр. Бында Әлиә Фәррәх ҡыҙы ҡул эштәренә, йәғни бәйләргә, бәйләмдәрҙән төрлө уйынсыҡ­тар яһарға өйрәтә. Әлфиә Әнүәр ҡыҙы иһә ошо уҡ эштәр­ҙе ололар менән башҡара. “Шишмәләр” фольклор коллективын туплаған. Конкурстарҙа ҡатнашыуҙан тыш, ауылдарға концерт менән йыш сығалар. Тағы бер мөһим, һирәк эш башҡара клуб хеҙмәткәрҙәре — тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторғандар. Әле материал туплау бара. Халыҡ боронғо ҡомартҡыларын теләп тапшыра.
Ғәҙәттәгесә, мәҙәниәт йортонда китапхана ла урын­лаш­ҡан. Заманса “моделле” тип атала ул. Үҙ эшен яратҡан хужабикә эшләүе әллә ҡайҙан күренеп тора: яҡташтары Хә­ниф Кәримгә арналған күргәҙ­мә ойошторолған, “Ҡыйғы районына — 85 йыл”, “Яҡташ­тарыбыҙ ижады”, “Башҡорт әҙәбиәте хазинаһы” һымаҡ­тары ла бүлмәгә йылылыҡ өҫтәй.
— Фондта 5 меңдән ашыу китап бар. Даими уҡыған 550 уҡыусыбыҙ йөрөй, — ти китапхана мөдире Елена Мирғә­ҙиева. — Урындарға ла сығабыҙ, осрашыуҙар үткәрә­беҙ. Клуб хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп эшләйбеҙ…
Йылы тәьҫораттар алып сыҡтыҡ Туғыҙлы мәҙәниәт йортонан. Тышта һуңғы ямғыр тамсыларын күбәләктәй ҡар бөр­төктәре алыштыра. Әйтерһең, тәбиғәт тә күңелгә нур өҫтәгәндәй, тирә-яҡты аҡлыҡ-паклыҡҡа күмә…






Вернуться назад