Кино ла әҙәбиәттән башлана10.11.2015
“Родина” кинотеатрында Башҡортостан Яҙыусылар һәм Кинематографистар союздары берлектә “Башҡорт әҙәбиәте һәм киноһы” исемле сара уҙғарҙы.


Кисәгә абруйлы ҡунаҡтар йыйылған ине: кү­ре­некле яҙыусылар, шағирҙар, кинематог­ра­фис­тар, режиссерҙар, студенттар һәм, ғөмүмән, әҙәбиәт­те, шиғриәтте һөйөүселәр. Кисәлә Ҡәҙим Аралбай, Тамара Искәндәриә, Айҙар Хөсәйенов, Ла­риса Абдуллина, Гөлнара Хәлфетдинова, Хис­мәтулла Юлдашев, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Сергей Янаки, Николай Грахов, Леонид Соколов, Кристина Андрианова һәм йәш шағирә Айгөл Йәмилева шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Сара барышында һәр кем яҙыусыларҙың китаптарын һәм видео-дисктарын һатып алды.
Әҙиптәребеҙҙең ижады һәм тормошо тура­һын­да документаль фильмдар күрһәтелде. Күре­некле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, башҡорт шиғриә­тен үҫтереүгә тос өлөш индергән, ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәренә ҙур йо­ғонто яһаған, төрки халыҡтарҙа киң билдәле булған, XIX быуатта милл­әттең атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һаналған Мифтахетдин Аҡмулла, Баш­ҡорт­ос­тандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры Хәниф Кәрим, күренекле башҡорт шағиры, прозаигы, драматургы Баязит Бикбай кеүек халҡыбыҙҙың мәшһүр улдарының тормошо сағылды.
Сара, беренсе тапҡыр ойош­то­ролһа ла, бик матур һәм фәһемле булды.

Ләйсән Ишмырҙина,
студент.



Вернуться назад