Ижадҡа ғашиҡ Салауат ҡыҙы10.11.2015
Ижадҡа ғашиҡ  Салауат ҡыҙы Салауат районы ҡыҙы Рүзидә Үтәшеваның үҙнәшер юлы менән донъя күргән “Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем...” тигән шиғыр һәм “Ете юл сатында” тип аталған хикәйә йыйынтыҡтарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте. Рүзидә Рәсүл ҡыҙын сибайҙар күптән яҡшы белә: ҡала гимназияһында балаларға туған тел нескәлектәрен өйрәткән уҡытыусы ижад итергә лә ваҡыт таба, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыусыларын да ҡәләм тирбәтергә өйрәтә, әленән-әле матбуғатта сығыш яһай.


Автор үҙе: “Әҙәбиәт — минең булмышым. Ҡәләм тирбәтеү теләге мине Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетына алып килде. Ә яҙышыу – минең өсөн көн талабы ғына түгел, йәшәү рәүеше, күңел ҡанаты”, — ти. Рү­зи­дә Үтәшеваның ниндәй генә әҫәрен алып ҡараһаң да, һәр береһе ке­шелеккә, тормошҡа оло һөйөү, ышаныс, сабырлыҡ, инаныу менән һуғарылған. Уның әҫәрҙәре уҡыу­сы­ны бөгөнгө тормошто дөрөҫ са­ғылдырыуы, заман проблемаларын күтәреүе менән үҙенә йәлеп итә. Автор үҙ геройҙары менән бергә ҡайғыра, шатлана, уларҙың бары­һы ла беҙҙең арала йәшәй.
Шиғриәткә килгәндә, Рүзидә Үтә­ше­ваның ижады күп яҡлы. Тормош­то яратыуҙан, һоҡ­ланыуҙан торған ши­ғырҙары уҡыусының кү­ңел ҡыл­да­рын тирбәтерлек моңға, аһәңгә эйә. Уның шиғырҙарында тыуған ере­нә, иленә мөхәббәт, әсәлек бә­хе­те, тәбиғәт миҙгелдәре, киләсәк өсөн борсолоу хистәре киң сағылыш тапҡан.
Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән әсәй, хәстәрлекле ҡатын, ғаилә­һен­дә ҡот уйнатыусы уңған хужабикә, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өлә­сәй Рүзидә Үтәшеваның ижады, ысын мәғәнәһендә туғандарына, дуҫтарына, коллегаларына ғына түгел, ә ул йәшәгән Сибай ҡалаһы халҡына ла оло бүләк, уның ижадын яратыусыларға көтөп алынған китап булыуы менән һөйөндөрә.






Вернуться назад