Былтыр беренсе тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара “Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале тураһында Рәсәйҙә генә түгел, донъя кимәлендә ишеттеләр. Быйыл фестивалдә ҡатнашыусылар һаны ла бермә-бер артҡан, конкурсҡа ебәрелгән кинолар ҙа сағыуыраҡ, тип билдәләй белгестәр.“Көмөш Аҡбуҙат” милли һәм этник кино фестивале үҙенең географияһы, маҡсаты менән башҡаларҙан айырылып тора. Был хаҡта “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов һөйләне.
– Сараға 250-нән ашыу фильм тәҡдим ителде. Шулар араһынан өс йүнәлеш буйынса 36-һы конкурсҡа һайлап алынды. Гран-при яулаусы “Көмөш Аҡбуҙат” менән бүләкләнәсәк. Башҡортостандан конкурста биш фильм ҡатнашасаҡ: Таңсулпан Бураҡаеваның “Ике күрше”һе, Руслан Юлтаевтың “Өс хат”ы, Айнур Асҡаровтың “Әсә”һе, Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә”һе, Айсыуаҡ Йомағоловтың “Бибигөл һәм Сәйфелмөлөг”ө. Бынан тыш, ШОС һәм БРИКС илдәре киноһы көндәре буласаҡ, – тип эш барышы менән таныштырҙы Азамат Шәриф улы.
Шулай итеп, “Көмөш Аҡбуҙат” кино фестивалендә Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Беларусь, Болгария, Куба, Иран, Мысыр, Бангладеш, Ираҡ, Германия, Бөйөк Британия илдәренән, Рәсәйҙең Башҡортостан, Бүрәт, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмурт республикаларынан, Хабаровск, Свердловск, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан фильмдар ҡатнаша. Баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар сәнғәт әҫәрҙәрен 10 – 12 декабрҙә “Родина” кинотеатрында, Актерҙар йортонда бушлай ҡарай ала. Фестивалде асыу һәм ябыу тантаналары баш ҡаланың “Конгресс-хол”ында үтәсәк.