Күңелдәрҙә усаҡ дөрләне07.11.2015
Күңелдәрҙә усаҡ дөрләне Сара Баҡалы китапханаһы күргәҙмәләре менән башланып китте. Йыл дауамында район күләмендә барған “Һәләттәр эҙләйбеҙ” әҙәби бәйгеһенә бик күп эштәр килгән.

Шағирә Ирина Шәймәрҙәнова, район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зилә Нәжмиева, 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслиә Ғәлиуллина төбәк ижадсыла­рының иң-иңдәренең яҙмаларын баш ҡаланан килгән яҙыусылар хөкөмөнә сығарҙы. Нәжиб Асанбай, Миәссәр Басыров, Ләйес Зөлҡәрнәйҙәрҙе биргән был бәрә­кәт­ле төйәктә бөгөн дә йөрәктә­рендә ижад ҡомары дөрләткәндәр байтаҡ икән. Улар араһында мәктәп уҡыусылары­ның күп булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы.
Баҡалының йәш ҡәләм тирбәтеүселәре менән осрашыуға килгән шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәр­рире Гөлназ Ҡотоева, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, танылған прозаик, “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре Сабир Шәрипов, ғалимә, әҙәбиәт белгесе Зәйтүнә Шәрипова, яҙыусы Сәрүәр Сурина, шағирә Гөлнара Хәлфетди­нова, әҙәбиәт музейының учет һәм һаҡлау фонды етәксеһе Альмира Шәрипова, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың документтарҙы реставрациялау һәм консервациялау үҙәге мөдире Мөнирә Фәттәхова килгәйне. Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йортонда күргәҙмәләр менән таныштырҙы­лар, төбәктән сыҡҡан яҙыусылар хаҡында һөйләнеләр.
Ҡулъяҙмалар тикшереү башланды. Барыһы бер тауыштан, тәүҙә рус телендә ижад иткән Евгения Семенованың шиғырҙарын ҡарайыҡ, тине. Уның шиғырҙарын алдан уҡып, һоҡланып, авторға туғыҙ йәш икәнлеге, моғайын, яңылыш яҙылғандыр, тип һөйлә­шеп барғайныҡ. Баҡтиһәң, ул, ысынлап та, бала ғына икән. Шиғырҙарында һүрәтләү саралары менән иркен эш итеүе, мәлдең һулышын бирә белеү оҫталығы менән ғәжәп итте беҙҙе бәләкәс шағирә. Хатта бер шиғыр йыйынтығы ла баҫтырып сыға­рыр­ға өлгөргән ул.
Евгенияның балалар өсөн яҙ­ған пьесаларының да төҙөк­лөгөнә иғтибар иттек. Ә инде ғәм халыҡ алдында ижад юлы хаҡында бик етди итеп һөйләп ташлауы менән бөтәһен дә тамам арбаны. Мәктәп уҡыусылары араһынан тағы ла башҡорт телендә яҙыусы Ләйсән Шәфиғуллина менән татарса ижад итеүсе Лилиә Ғәлимова иғтибарҙы йәлеп итте. Ләйсән, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ватансылыҡ, тарих һымаҡ ҡат­мар­лы темаларға ҡыйыу тотон­ған. Ә Лилиәнең ябай ғына кү­ре­нештәрҙең, ваҡиғаларҙың башҡалар күрмәгән яҡтарын тотоп ала белеү сифаты бар. Кескәй ижадсыларҙың барыһына ла яҙыусы апай-ағайҙары шул көндә ишеткән аяуһыҙ тәнҡиттән күңелдәрен төшөрмәүен, ә, кире­һенсә, сәмләнеп ижад итеүҙәрен теләне.
Проза өлкәһендә лә өмөтлө ҡәләмдәр бар Баҡалыла. Барса эштәр араһынан иң уңышлылары тип Марина Афанасьеваның “Мес­то где свет”, Регина Рия­нованың “Алһыу итектәр” исемле хикәйәләре билдәләнде. Прозаик Сабир Шәрипов уларға үҙенең ҡиммәтле кәңәштәрен бирҙе, донъяны үҙегеҙ күргәнсә, үҙегеҙ тойғанса тасуирлағыҙ, тине. Ололарҙан Ирина Шәймәрҙәнова менән Лилиә Әхмәтғәлиеваның шиғырҙарын тыңланыҡ, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында ла фекер алышыу булды. Ижадтары баҙыҡ­ланған был ҡәләм оҫталарына уңыштар ғына теләргә ҡала.
Әҙәбиәт йылына арнап, баш­ҡорт телендә яҙышҡан мәктәп уҡыусылары ижадынан торған “Рәхмәтлемен һиңә, Баҡалым!”, билдәле яҡташтары тураһында “Писатели земли Бакалинской” кеүек әҙәби йыйынтыҡтар, буклет­тар ҙа баҫтырылып, халыҡҡа таратылған. Район гәзите лә быйыл ҡәләм тирбәтеүселәргә күберәк урын бирергә тырышҡан. Был матур башланғыстар Әҙәбиәт йылы тамамланғас та дауам итер тип ышанабыҙ.
Бәхетленең ҡунағы бер мәлдә тигәндәй, төбәктәге “Әҙәби нағыш” райондың 85 йыллыҡ юбилейы һәм ауыл хужалығы хеҙмәт­сәндәрен тәбрикләү менән бер көнгә тура килде. Өфө яҙыу­сылары, байрам тамашаларында ла ҡатнашып, шиғырҙарын уҡы­ны, төбәктә ижадсылар берек­мәһе төҙөү, Нәжиб Асанбай исемендәге премия булдырыу зарурлығын телгә алды. “Халыҡтың иғтибарын хәҙер нәфис һүҙ, шиғриәт менән йәлеп итеп була”, – тине беҙҙең сығыштарҙан һуң райондың мәҙәниәт йорто һәм моделле китапхана директоры Гүзәл Мөхәмәҙийәрова, башҡалар ҙа уның фекерен йөпләне. Ғалимә Зәйтүнә Шәрипова, архивтарҙа ҡаҙынған саҡта, тыумышы менән Баҡалының Ҡорос ауылынан булған ғилем эйәһе, дин белгесе, әйтештәрҙә ал бирмәгән Низаметдин әл-Сиражи (псевдонимы – Илһамиә) тигән кеше хаҡындағы яҙмаларға тап булыуы хаҡында һөйләп, яҡташтарын уның ижади мираҫын эҙләшеүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Әҙәби марафондың символын баҡалылар Шаран районына тапшырҙы. Был көндә Өфөнән килгән әҙәби десант әллә ниндәй асыштарға ла юлыҡмағандыр, “йондоҙ”ҙар ҙа асмағандыр, әммә ерле халыҡтың әҙәбиәткә, шиғриәткә булған һөйөүен тойоу, һәр икенсе кешенең ҡәләм тирбәтеп ҡарауын белеү күңелдәрҙә яҡты бер усаҡты дөрләтеп ебәрҙе. Әҙәбиәттең әле йәшәйәсәген, уға мохтажлыҡ барлығын тағы ла бер иҫбатланы был осрашыуҙар.






Вернуться назад