Үҙемдеке бары ла, үҙәктә…Республикамдың үҙәгендә торам,
Үҙеңдеке, тиҙәр, үҙәктә.
Өйөм, ауылым, республикам ғына
түгел,
Бар Ер шары минең йөрәктә.
Ерем, илем, телем – бөтәһе лә
Берәү булып килеп тоташҡан.
Өмөттәрем сикһеҙ, бикһеҙ минең,
Киләсәккә улар олғашҡан.
Мин бит кеше.
Бурыслымын, тимен,
Тәндә ҡайнар ҡаным барында,
Һыйҙырырға тейеш йөрәгемә
Ерҙең заңын, аңын – барын да.
Мин битараф түгел бөгөн ерҙә
Яңғыраған һәр бер тауышҡа.
Килеп ҡағыла бомба шартлауы ла,
Ҡыштырҙаған йәшел ҡамыш та.
Яҡын миңә ҡоштар һайрауы ла
Моңға биҙәп Илем аланын.
Үҙәгемә үтә асҡа интегеп
Илағаны йәтим баланың.
Кисәгеләр инде күрелгәндәр,
Бөгөнгөләр бына күрелә.
Киләсәктең изге орлоҡтары
Аҫыл хистәр булып терелә.
Тәндә ҡайнар ҡаным бар сағымда,
Бик өмөтлө минең уйҙарым.
Мең йыл аша күргем килә минең
Бәхет сәскән йәшлек туйҙарын.
Ҡабул була, ти, ул теләктәрең,
Изгелеккә әгәр юраһаң.
Изге теләк менән оҙатамын,
Киләсәккә уйым юл алған.
Үҙеңдеке гел үҙәктә, тиҙәр,
Үҙәктәге миңә бары ла.
Кеше булып шулай йәшәү кәрәк,
Тәндә ҡайнар ҡаның барында.
Ҡараңғынан ҡурҡамҠараңғынан ҡурҡам кесе йәштән,
Тәбиғәтем шундай, ни итәм.
Ҡараңғыла ҡай саҡ тороп ҡалһам,
Яҡтылыҡты көтәм, гел көтәм.
Яратҡан да барҙыр ҡараңғыны,
Ҡараңғыны эҙләй берәүҙәр.
Ҡараңғыла эшләй ҡара эштәр,
Ҡараңғылыҡ уға терәү ҙә.
Ҡараңғыны һөйгән шул әҙәмдәр
Башҡаларҙы этә упҡынға.
Үҙе иҫән ҡалып, бүтән батһа,
Ул ҡәнәғәт, ҡыуана ул шуға.
Ҡараңғыны һөйгән шундайҙарҙы
Аҙ күрҙемме ошо ғүмерҙә.
Яҡтылыҡтар сәскән уттар булды,
Абындырҙы ҡара күмер ҙә.
Ҡараңғынан ҡурҡам мин әле лә,
Ҡараңғылыҡ берүк килмәһен.
Кешеләрҙең алда барыр юлын
Гел яҡтылыҡ ҡына биҙәһен.
Саф күңелгә ят ул ҡараңғылыҡ,
Күңел көтә һәр саҡ яҡтылыҡ.
Бөтә донъя һәммә кешеләргә
Ал таң булып атһын яҡтырып.
Яҙмышымдың көҙгөһөЕтте инде, етте, етте
Баштар буталған саҡтар.
Йыйын сыбар араһында
Аҡтар юғалған саҡтар.
Артта ғүмер шишмәләрең,
Диңгеҙгә сапҡан саҡтар.
Артта тау-таштар аҡтарып,
Саф алтын тапҡан саҡтар.
Ҡартлыҡтың үҙ матурлығы,
Үҙ халәте, үҙ төҫө.
Һиңә ҡарап тора, гүйә,
Яҙмышыңдың көҙгөһө.
Шөкөр, кисем һөйә-һөйә
Түшәгемдә йоҡлата.
Шөкөр, таңым наҙлай-наҙлай
Яңы көнгә уята.
Шөкөр, төштә йәшлек килеп,
Гармундарын уйната.
Уйната ла, уята ла,
Татлы уйҙар уйлата.
Шәп саҡтарҙы хәтерләү ҙә –
Бәхет бит ул ҡартлыҡта.
Үҙеңдеке үҙәктә бит,
Ҡайғылар ҙа, шатлыҡ та.
Баш буталған саҡтар, тинем,
Изгелеккә буталһын.
Сәскән аҫыл гөлдәремде
Сүп-сарҙарҙан утаһын.
Ҡартлыҡтың үҙ гүзәллеге,
Үҙемдеке көллөһө.
Гүйә, бөгөн ҡарап тора
Яҙмышымдың көҙгөһө.
Тойомлау
алдаманыБеләме икән, һиҙәме икән
Йөрәгемдең ҡаҡҡанын
Яндарымда йылдар буйы
Эҙләй-эҙләй тапҡаным.
Ә мин күрәм, йәнем һиҙә,
Шулдыр, тимен, яҙмышым.
Тойоп торам, ишетеп торам
Йөрәгемдең тауышын.
Ғәжәпләнеп ул ҡараған
Матур күҙҙәре менән.
Мин һаташам әйтеләсәк
Йөрәк һүҙҙәре менән.
Ул һынайҙыр, шикләнәлер,
Тик бары танышҡанбыҙ.
Ә йөрәгем әйтә һымаҡ:
“Мәңгегә ҡауышҡанбыҙ!”
Шулай башланды, барылды
Беҙҙең ғүмер юлдары.
Йөрәгемдең һиҙемләүе
Бер ҙә юҡҡа булманы.
Йылдар үткәс, шул мәлемде
Әле мин уйлап торам.
Бергә үткән матур юлды
Яңынан юллап торам.
Уйым менән юллап барам,
Юлдарҙан уңдыҡ, тимен.
Барыбер беҙ бергә-бергә
Бәхетле булдыҡ, тимен.
Хыялың
алдан атларШымалыҡты яратһаң да,
Донъя шып-шыма түгел.
Юлдары соҡор-саҡырлы,
Юлдары бөгөл-бөгөл.
Тигеҙләп тә ҡарайһың да,
Барыбер сите кителә.
Китек-митеккә ҡарамай
Барыбер донъя көтөлә.
Элек тә ул шулай булған,
Әле лә шулайыраҡ.
Тигеҙләү тигән хыял да
Йүгерә һинән арыраҡ.
Төшөрмәйенсә күңелде
Өҙлөкһөҙ алға барыш.
Әйтерһең, тормош үҙенсә
Сабып уҙымлы ярыш.
Донъя ҡыҙығы ла шунда,
Гел ашҡынып йәшәйһең.
Башҡа тормош кәрәк түгел,
Шулай йәшәү йәшәһен.
Ҡара һаҡалың үҙеңдән
Ҡалмай, тиһә лә ҡарттар,
Тигеҙләү тигән хыялың
Барыбер алдан атлар.
БайлыҡҠулың биреп, ҡыуанып, киң
йылмайып:
“Мин байыным, абзый, бөгөн, –
тиһең, –
Байҙар рәтенә баҫтырҙылар,
Бик ҙурланды, – тиһең, – минең
исем”.
Мин дә хөрмәт итәм бай тормошто,
Күп ҡыуаныстар етеш йәшәүҙә.
Байлыҡ – бер айлыҡ, тип әйткән
ҡарттар,
Иҫләйексе шуны иң тәүҙә.
Байлыҡ, тиеп, бөгөн кемдер шаша,
Байлыҡ, тиеп, ата туғанын.
Байлыҡ ҡаплай күҙен, йөҙөн, йәнен,
Онота хатта ниңә тыуғанын.
Ул ғынамы, онотоп бар донъяһын,
Барып сума алтын күленә.
Алтын-көмөштәрҙән ептәр теҙеп,
Бығау һала хатта үҙенә.
Байлыҡ – бер айлыҡ, тип әйткән
һүҙҙәр
Тоташалыр, бәлки, шуларға.
Ниңә тейеш байлыҡ, өҫтөн булып,
Үҙ хужаһын үҙе быуырға?
Байы, дуҫҡай, шулай етеш йәшә,
Онота күрмә бер үк самаһын.
Ауыҙлыҡламаһын тик үҙеңде,
Үҙең йөрөт тормош санаһын.
Һин көләһең? Көлмә, мин дә бай ул,
Өҫтөм бөтөн бөгөн, тамаҡ туҡ.
Әммә байлығымдың иң ҙурына
Был донъяла, моғайын, тиңдәр юҡ.
Туған тел ул, шунан нурҙар йыйып,
Юл яҡтыртыр шәмдәр яндырам.
Кешеләргә, килер быуындарға
Шиғри таҫма теҙеп ҡалдырам.
Айлыҡ ҡына түгел байлығым ул,
Күп ғүмерҙәргә етерлек.
Һиңә лә шул рухи байлыҡ килһен,
Тормошоңдо күркәм итерлек.