Өфөлә Ай тотолдо29.11.2011
Өфөлә Ай тотолдоОшо ғәжәйеп күренеште ҡарарға халыҡ күп йыйылды. Көтөлмәгән хәл бит, был хаҡта хатта астрологтар ҙа иҫкәртеп өлгөрә алмай ҡалды, сөнки башҡа тарафтарҙың күгендә һин дә мин йөҙгән Ай нәҡ Өфөбөҙҙә килеп тотолһонсо әле! Ләкин шуныһы ҡыҙыҡ: Ай тотолоуҙан донъяны ҡараңғылыҡ баҫманы, киреһенсә, ғаләм яҡтырып киткәндәй тойолдо.
Ниндәй сәйер күренеш һуң ул, тип аптырайһығыҙмы? Улайһа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барып ҡарағыҙ, үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ: Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйған спектакль бара унда.
Әлбиттә, был классик әҫәр күптән инде драматургиябыҙҙың алтын фондына инеп, республикабыҙ театрҙары сәхнәһенән төшкәне юҡ. Уны ҡасан һәм ниндәй режиссер ҡуйһа ла классик әҫәр һис әһәмиәтен юғалтмаҫ. Ләкин Айрат Абушахманов ҡуйған спектаклде ҡарағас, күңелдә “Ай тотолған төндә” яңыса балҡыны. Эйе, режиссер әҫәргә заманса күҙлектән ҡарап, уның тәьҫир көсөн, мәғәнәһен байыта алған. Мәҫәлән, сәхнәләге таштарҙы ғына алайыҡ. Миңә ҡалһа, спектакль өсөн ҙур әһәмиәткә эйә табыш улар. Быуаттар буйына кешелектең билен бөккән ҡоллоҡ шул таштар булып һынлана түгелме һуң!? УларӨфөлә Ай тотолдо сәхнәлә һибелеп кенә ятмай, үҙҙәренсә хәрәкәт тә итә. Әйтәйек, Аҡъегет менән Шәфәҡтең никах һикеһе ошо таштарҙан яһала. Еңгәһе Шәфәҡкә көсләп өйләндерелгән Аҡъегет өсөн, ысынлап та, был түшәк һалҡын таш кеүек бит! Тағы ла Шәфәҡ менән Дәрүиш араһында барлыҡҡа килгән стена ла ошо таштарҙан ҡорола.
Шулай итеп, режиссер таланты таштарҙы ла эшкә егә алған, улар спектаклдең мәғәнәһен, йөкмәткеһен көсәйтеп, үҙҙәренсә әһәмиәтле “роль” башҡара.
Спектакль табыштарға бай: ҡара кейемле ҡатындарҙың туҙған сәсе менән иҙән һеперерҙәй булып һәр кем алдында имгәкләп йөрөүе — ҡоллоҡто, һарыҡ битлеге кейгән кешеләр халыҡтың һарыҡ көтөүе хәлендә ҡалыуын сағылдыра. Шул уҡ “һарыҡ”тар спектакль аҙағында Дәрүиште күтәреп ала, тегенеһе кинәнеп сыбыртҡы шартлата. Ошо күренештең бөгөнгө тормошобоҙға ла хас булыуын зиһене бар кешегә аңлатып тороу ҙа кәрәкмәйҙер...
Тамаша барышында сәхнәлә атҡа (тере ат!) атланған Юлмырҙаның рухы сығыуы — тетрәнгес күренеш.
Ғөмүмән, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Ай тотолған төндә” әҫәренә яңыса, заманса ҡараш һалған. Сәхнә биҙәлеше лә һоҡланғыс. Санкт-Петербург рәссамы Варвара Чувина күңел йылыһын бөрккән уға. Мин аңлы рәүештә ролдәрҙе башҡарыусы артистарҙың исемен атаманым, театрға барғас улар менән үҙегеҙ танышырһығыҙ. Тамашанан мәхрүм ҡала күрмәгеҙ, күңел күгегеҙҙең айы тотолмаһын.
Салауат ӘБҮЗӘРОВ


Вернуться назад