башҡорт Ҡыш бабайы06.11.2015
башҡорт Ҡыш бабайы — Әсәй, ниңә беҙҙең балалар баҡсаһына килгән Ҡыш бабай башҡортса һөйләш­мәне ул? Әллә башҡорт Ҡыш бабайы юҡмы? ...”Йәншишмә” гәзитенән Венер Исхаҡов менән Дилара Йәлилова Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булып кейенеп, редакция хеҙмәткәрҙәренең балаларын ҡотларға тип сығып, беҙҙең өйгә лә килеп ингәс, уларҙың башҡортса һөйләш­кәненә улыбыҙҙың ҡыуанға­нын күрһәгеҙ икән!

Инде Азамат ҙур хәҙер. Туғандары­быҙ­ҙың, дуҫтары­быҙ­ҙың балаларын башҡорт­са ҡотлар өсөн үткән йыл ирем Нияз Ҡыш бабай булып кейенеп, Дим биҫтәһенән алып Шак­шаға хәтлем йөрөп, дүрт ғаиләне урап ҡайтты. Ҡала баш­ҡорт­тарының балалары үҙ туған телдәрендә һөйләшкән Ҡыш бабайҙы күреп, ауыҙҙарын асып аптырап ҡараны.
Башҡорт Ҡыш бабайын шулай айырым ғаиләләрҙә, башҡорт ауылдарындағы мәк­тәптәрҙә кү­рер­гә мөмкин. Ә бөтә Башҡортос­тандың баш­ҡорт Ҡыш бабайы ҡайҙа һуң?
башҡорт Ҡыш бабайы2000 йылдар башында “Йәш­лек” гәзите башҡорт Ҡыш ба­ба­йының резиден­ция­һын булды­рыу хаҡын­дағы мәсьәләне күтәреп сыҡҡайны. “Уны Ирәмәл итә­гендә төҙөргәме, әллә Ғафури райо­нындамы?” ти­гәнерәк фекерҙәр ҙә әйтел­де. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә йыш ҡына шулай була: кемдер эшлекле фекер менән сы­ғыш яһай, тик уны мәлендә күтәреп алыусыһы ғына табылмай. Һөҙөмтәлә, тәҡдим дә онотола, эш тә башҡа­рыл­май. Башҡорт Ҡыш бабайының резиденцияһы менән дә шундай хәл килеп сыҡты.
Ә бит “Йәшлек” гәзите “Ҡыш бабай ҡайҙа йәшәй?” тигән акция башлап, изге эшкә нигеҙ һалғайны. Ирәмәл тауына иң яҡын ултырған Учалы ҡалаһы һәм районы хаки­миәте Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән берлектә “Йәшлек”тең баш­ланғысын хуп­лап ҡаршы алып, үҙҙә­рен­дә Ҡыш бабай менән Ҡар­һылыуҙы башҡорт милли орна­менттары менән биҙәлгән ҡыйбатлы махсус костюм тектереп, уларҙы Яңы йыл байрамында балаларға күрһәтә алған. Ул саҡтағы район хаки­миәте башлығы Юлай Ғәб­дрә­хим улы Усмановҡа, Ирәмәл итәгендәге йортом миңә биге­рәк тә оҡшай, тип башҡорт Ҡыш бабайы хатта ҙур рәхмәт тә белдергән.
Гәзит акция­ны өс-дүрт йыл дауа­мында алып барҙы. Журна­листарҙың башҡорт Ҡыш ба­байын нисек эҙләү­ҙәре, уны табып, әңгәмә ҡороуҙары ха­ҡында гәзит уҡыусылар ма­уы­ғып та­нышып торҙо. Ата-әсә­ләргә, бала­ларға, мә­ҙә­ниәт һәм мәғариф хеҙмәт­кәрҙәренә лә мөрәжәғәт менән сығыш яһаны “Йәшлек”. Ба­лаларға башҡорт Ҡыш бабайына хат яҙырға тәҡдим итте. Аҙаҡ тоҡлап-тоҡлап килгән хаттарҙың бер өлөшөн гәзит биттәрендә баҫтырып сығар­ҙылар.
Шул хаттарҙы уҡып, замандың һу­лышын тойорға мөмкин бөгөн. Берәүҙәр баш­ҡортса китаптар һораған, икен­селәр Ҡыш бабайҙы үҙҙә­ренә ҡунаҡҡа са­ҡыр­ған, өсөн­сөләр Өфөгә килеп пре­зи­дентты күреү теләген тормошҡа ашырыуын үтенгән. Ә Әбйәлил районының Тал Ҡусҡары ауылынан Нәркәс менән Айнур Мәмлиевтәрҙең хатындағы түбәндәге өҙөк шул осорҙоң проблемаһын күтә­реүе менән өлкәндәрҙе уйландырмай ҡал­мағандыр: “Мин — V, ҡустым II класта тик “биш­ле”ләргә генә уҡыйбыҙ. Электрһыҙ бик ҡыйын, сөнки кискеһен өйгә эште баш­ҡа­рып, китап уҡып, ҡул эштәре менән булашып булмай. Бигерәк тә ҡышҡыһын ҡыйын — тиҙ генә ҡараңғы төшә. Шуға ла, Ҡыш бабай, һинән ярҙам һорарға булдыҡ”.
...Ярҙам иттеме икән башҡорт Ҡыш бабайы был ауылға? Ошо хатты яҙған балалар хәҙер ҡайҙа, кемдәр булған? Ни тиһәң дә, ун йылдан ашыу ваҡыт үткән бит. Әгәр башҡорт Ҡыш бабайы­ның даими йорто асылһа, йыл дауамында килгән хаттар йыйылып барһа, уларҙан тотош бер йыйынтыҡ туплап сыға­рырға булыр ине. Йәшәйе­шебеҙҙең, көнкүрешебеҙҙең тарихи көҙгөһөнә әйләнер ине ул.
Ә инде өлкәндәргә, мәҙә­ни­әт һәм мәғариф хеҙмәткәр­ҙәренә мөрәжәғәт итеп, “Йәш­лек” гәзите башҡорт Ҡыш бабайын үҙебеҙҙең милли фольклорға нигеҙләнеп яҙыл­ған сценарийҙар менән байрам яһап ҡаршыларға саҡыр­ҙы. Шул йәһәттән Яңы йыл сценарийҙарына конкурс иғ­лан итте. Һөҙөмтәлә, уҡыу­сы­лар әүҙем ҡатнашып, бәй­гегә 49 ҡулъяҙма ебәргәйне. Иң ҡыҙығы: Ҡыш бабайҙың әллә күпме ярҙамсыһы уйлап табылғайны — Ҡарһылыу, Күк бүре, Ҡанатлы аҡ толпар, Ҡыш әбейе Һыуыҡбикә, сос ейән, Яңы йыл һәм баш­ҡалар...
Башҡорт Ҡыш бабайы тоғ­ро ярҙам­сылары менән үҙ төйәгенән алдан уҡ сығып китеп, Башҡортостан буйлап, ҡар-бурандар туҙҙырып үтеп, баш ҡалалағы иң оло тан­танаға — Президент Шыршы­һы байрамына килеп етергә тейеш ине... Ләкин 2002—2004 йылдарҙа “Йәшлек” гә­зи­те үткәргән акция, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, баҫма биттәрендә ваҡытлыса сара булып ҡына ҡалды.
Ә бит Рәсәйҙең 17 төбә­гендә Ҡыш ба­байҙың резиденциялары бар. Уларҙың һәр ҡайһыһында үҙ төбәктәренә генә хас саралар ойошторола. Мәҫәлән, Бөйөк Ус­тюгта “Ун ике ай” күңел асыу паркы, зоопарк... Ҡыш бабай янындағы өс көнлөк сәйәхәт өсөн һәр кеше турфирмаға 18 мең­дән ашыу аҡса түләй. Уға юл хаҡын да ҡушһаң, бындай мажаралар бер ҙә тылсымлы күренмәҫ, сөнки ундай ергә ғаиләләр балалары менән бара бит.
Шуның өсөн дә һәр төбәк­тең үҙ Ҡыш бабайын булдырыуы, уның даими йәшәү урынын төҙөүе — тәбиғи күре­неш. Баш­ҡорт Ҡыш бабайы балаларға ла, күңе­лендә ба­ла­лығын юғалтмаған өлкән­дәргә лә кәрәк. Ирәмәлдәме, Ғафуриҙамы бу­лыр уның йорто, дәүләт кимәлендә эш­ләнәме, әллә берәй турист фирмаһы тотонамы, йә берәй эшҡыуар үҙ өҫтөнә аламы — нисек кенә булһа ла, был мәсьә­лә хәл ителергә тейеш. Бәлки, быйыл уҡ башҡорт Ҡыш бабайы республикабыҙ балаларын ҡотларға өлгөрөр. Ҡышҡы осор­ҙа бәләкәстәр каникулда сәйәхәткә юл­лан­һын өсөн әкиәти боҙ һарайын да ҡойоп ҡуйырға була. Аҙаҡ яйлап ағастан мөһабәт рези­денцияһын да төҙөргә мөм­кин. Ә йөкмәткеһенә килгәндә инде, был сараны бүтәндәрҙе ҡабатламайынса, үҙебеҙҙең фольклор нигеҙендә ойош­торорға мөмкин.






Вернуться назад