“Әҙәби нағыш” республика марафоны барышында һәр төбәктә үҙенсәлекле күренештәргә тап булабыҙ. Шаран районының мәҙәниәт һарайында сағыу тамашаның шаһиты булырға насип итте.Мәктәп уҡыусылары сәхнәгә сыға ла, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле драматург, прозаик Ибраһим Абдуллиндың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе тасуири уҡый. “Уның нимәһе бар һуң?” –тиерһегеҙ. Бар шул! Беренсенән, өҙөктәр өсәр-дүртәр биттән ашып китә, йәғни оҙон ғына, икенсенән, ҡыҙҙар һәм малайҙар уларҙы мәғәнәһен аңлап, тәрән кисерештәр аша уҡыны. Өсөнсөнән, уларҙың береһен туҡтатып юрамал ғына: “Ибраһим ағайҙың яҙмаларын ҡайҙан алдығыҙ?”– тип һорауыма: “Кемдер – китаптан, өлгөрмәгәндәр Интернет селтәренән тупланы!”– тигән яуап ишеттем.
Тимәк, Интернет селтәренән! Ошо хаҡта бер аҙ ғына фекер йөрөтөп алайыҡ әле. Мин дә балаларҙың виртуаль донъя менән мауығыуына ҡаршымын. Һәр нәмәлә сама кәрәк. Әммә, хөрмәтле йәмәғәт, Хужа Насретдин әйтмешләй, ниндәй маҡсат менән тотонаһың бит был эшкә. Әгәр беҙ Интернетҡа бысраҡлыҡ, яманлыҡ эҙләп инәбеҙ икән, ул да беҙгә шуны уҡ тәҡдим итәсәк. Хас та урмандағы шаңдау һымаҡ: нимә тип өндәшһәң, шундай уҡ яуап алаһың. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Ана бит, кәрәк булғас, мәктәп уҡыусылары матур әҙәбиәтте лә виртуаль донъянан эҙләп тапҡан.
“Боронғолар ахырызаманда бөтә донъя бер ҡумта эсенә һыйыр, тигән”, – тип һөйләй торғайны беҙгә өләсәйем. Телевизорға ҡарап, моғайын, ошо хаҡта һүҙ барғандыр, тип уйлай ине ул. Хәҙер килеп компьютер тураһында беҙ ошондай уҡ фекерҙәбеҙ. Быларҙың ғына сик булмауы ла ихтимал. Кешелек технологиялар юлы менән атлай. Алға барамы, әллә бер урында тапанамы, әллә киреһенсә артҡа китеп барамы – уныһын һәр кем үҙенең рухи халәтенә, донъяның яҡты йәки ҡараңғы яғында йәшәүенә ҡарап тойомлар. Әммә, нисек кенә булмаһын, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан Әҙәм балалары шиғыр уҡый, яттан әҙәби әҫәрҙәр һөйләй икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдабыҙ, тимәк, бөтә донъяны үҙ эсенә һыйҙырған ҡара ҡумта үҙе лә тормошобоҙ сағылышы икән дәбаһа! Тик айырма шунда ғына: әгәр был донъялыҡта беҙгә яҡтылыҡты арттырыр өсөн көрәшергә кәрәк булһа, виртуаль киңлектә изгелек эҙләгәндә лә, яманлыҡты арттырам тиһәң дә бер нөктәгә генә баҫыу етә. Ниндәй ниәт, маҡсат менән тотонаһың бит эшкә! Хәҙистә әйтелгәнсә, Мәккә менән Мәҙинә араһын да Аллаһ ризалығы өсөн үтергә була, шул уҡ араны үҙеңә дан, мал өсөн дә атларға мөмкин.
Интернет селтәре донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте ҡомартҡылары менән тулы. Шаран мәктәптәре уҡыусылары кеүек, унда яҡты маҡсат, изге ниәт менән инергә кәрәклеген онотмайыҡ, йәмәғәт!