Йәнле аралашыуға етмәй29.02.2012
Йәнле аралашыуға етмәйҠайһылай тиҙ үҙгәрә заман! Элек китап кибеттәрендә сират була торғайны. Классиктарҙың әҫәрҙәрен, яңы сыҡҡан роман-хикәйәләрҙе уҡыр өсөн яҙҙырып ала, һирәк китаптарҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, туҙҙырып бөтә инек.
Ә китапханаларҙа... Мин уларҙың буш торғанын хәтерләмәйем. Юҡҡамы ни беҙҙең ил иң күп уҡыған дәүләт иҫәпләнә ине.
Хәҙер магазин кәштәләре китаптан һығыла. Йәнең теләгән әҫәрҙе алып уҡырға мөмкин. Әммә... тормош ҡиммәтләнгән һайын китаптың да хаҡы арта бара, һәм күптәр китап кибетен урап үтергә тырыша. Ә бына китапханала хәл икенсерәк. Ул башлыса совет осорондағы фонд менән йәшәй. Уҡыусыларҙың һаны ла кәмегәндән-кәмей, сөнки, берҙән, унда яңы китаптар килмәй, икенсенән, балаларҙа, йәштәрҙә уҡыуға әүәҫлек юҡ. Ниндәйҙер дәрәжәлә әҙәби әҫәрҙәрҙе Интернет алыштыра. Ғөмүмән, хәҙер уның аша бөтөн мәғлүмәтте лә алырға мөмкин. Ә шулай ҙа...
Китап менән йәнле аралашыуға бер ни ҙә етмәй. Компьютерҙың һалҡын экраны ла йәнгә йылылыҡ өҫтәмәй кеүек. Шуға ла минең өсөн китапхана әүәлгесә изге урын булып ҡала. Бына бөгөн дә Гусев ауыл китапханаһына килдем. Һәр ваҡыттағыса Рәйлә Мөхәмәтйәрова менән Сәриә Әхмәтйәнова мине ихлас ҡаршы алды.
Улар бында оҙаҡ йылдар эшләй. Рәйлә: “Миңә һөнәрҙе атайым һайланы, — тип көлә. — Ә үҙем шофер, йә булмаһа медик булам тип хыялландым, армияға китергә лә теләк юҡ түгел ине. Шаян, ҡыйыу булдым...” Ашып-ташып торған дәрт-дарманы китапханасы һөнәрендә лә бик ярап ҡала. Өфө китапхана техникумынан һуң ҡыҙ тәүҙә район үҙәгендә эшләп ала, унан Гусевҡа күсә. Бында эшләүенә лә хәҙер утыҙ йылға яҡын. Ә инде 1995 йылдан ул китапхана мөдире вазифаһын башҡарҙы. Күптән түгел, ни сәбәптәндер, был штатты бөтөрөп ҡуйҙылар.
Йәнле аралашыуға етмәйОҙаҡ йылдар Гусев китапханаһына етәкселек иткән атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Инна Петровна Киселева заманында яратҡан эшен тап Рәйлә Әсғәт ҡыҙына ышанып тапшыра һәм яңылышмай. Һәр төрлө конкурс-ярыштарҙа гусевтар гел еңеүселәр рәтендә килә. Былтыр, мәҫәлән, китапты рекламалау буйынса районда еңеүсе булдылар. Унан алда “Иң яҡшы китапхана” конкурсында беренсе урын алғайнылар.
Шул уҡ Өфөләге китапханасылар әҙерләү техникумын ситтән тороп тамамлаған Сәриә Әхмәтйәнова ла бында күптән эшләй, йыйыштырыусы Гүзәл Хөбөтдинованың стажы ла егерме йылға яҡын. Ниндәй генә сара уҙғарһалар ҙа, бер-береһенә таянып, кәңәшләшеп эш итә улар. Былтыр “Ҡорама туй”ҙа ҡатнашып, икенсе урын яуланылар. Әйткәндәй, китапхана менән ауыл мәҙәниәт йорто бергәләшеп ҡул эштәренән бик күркәм күргәҙмә лә ойошторған. Һәр килгән кеше оҫталарҙың бәйләгән, сиккән, теккән әйберҙәренә һоҡланып туймай.
Баҙар шарттарында хәҙер ойошмалар үҙенсә йәшәргә тырыша. Элекке кеүек ул-был сараларға күпләп аҡса бүлеү ҙә юҡ. Китапхана хеҙмәткәрҙәре лә кисә-маҙар, конкурс ойошторһа, йыш ҡына үҙ кеҫәһенән сығарырға мәжбүр. Асылда бөгөн һәр китап уҡыусы өсөн көрәш бара. Гусев китапханасылары әҙәбиәткә һөйөүҙе бәләкәйҙән тәрбиәләргә кәрәклекте яҡшы аңлай, шуға күрә улар балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә юлды онотмай.
Балалар баҡсаһында йыл һайын үткәрелеп килгән “Һаумы, ҡоштар иле!” байрамы — быға асыҡ дәлил. “Балалар китабы аҙналығы”н Таҡһыр, Юлдаш ауылдарына барып ойошторалар. Бәләкәстәр бындай сараларҙа бик теләп ҡатнаша. “Минең китабым” конкурсы ла ойошҡан үтә. Унда ла гусевтар алдынғылыҡты бирмәй. Уҡыусылар менән “Рәхмәт! Мин тартмайым, сөнки...” тигән темаға диспут бик йәнле үтте.
— Бөтә нәмә аҡсаға бәйле, ләкин беҙ нисек тә юлын табырға тырышабыҙ, — ти китапхана хеҙмәткәрҙәре. — Йыш ҡына эш хаҡыбыҙҙың яртыһы төрлө саралар үткәреүгә китә.
Баҙар шарттарында әүәлге кеүек гәзит-журналға күпләп яҙылып булмай. Яңы баҫмалар ҙа аҙ килә. Былтыр, әйтәйек, йыл буйына ни бары 285 дана китап килгән.
Мәҙәниәт йорто менән берлектә йыл һайын үткәрелгән Әсәләр байрамы, “Эшлекле ҡатын”, “Тол ҡатындар иламай”, “Күп балалы әсәләр” һәм башҡа ошондай сараларҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы ла туранан-тура ҡатнаша. Августа тотош ауыл Сәскә байрамын көтөп ала. Иң матур сәскә-гөлдәр үҫтергән хужабикә, әлбиттә, бүләкһеҙ ҡалмай.
“Аҡбуҙат” балалар баҡсаһының өлкән төркөмө – китапханала көтөп алынған ҡунаҡ. Кескәйҙәрҙә уҡыуға ҡыҙыҡһыныу ошо йәштә уяна. “Яҡын дуҫыбыҙ — китап” күргәҙмәһе, “Мин уҡырға яратам” стенды ла китапхананың тулы ҡанлы эшмәкәрлеген дәлилләй.
— Киләсәккә лә ниәттәр ҙур, — ти китапханасылар. — Проблемалар ҙа етерлек. Әммә бөгөн уларға һылтанып ултыра торған мәл түгел...
Гөлгизәр ФӘЙЗИ,
“Башҡортостан”дың штаттан тыш хәбәрсеһе.
Әбйәлил районы.


Вернуться назад