“Әҙәби нағыш” – Шаранда!03.11.2015
Был төбәктә Закир Һаҙый, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле драматург Ибраһим Абдуллин, балалар шағирәһе, был донъя­нан иртә киткән Зарема Әхмәтйәнова тыуған. Әле ҡәләм тибрәткәндәр араһында ла өмөтлө йәштәр бар.


ЮҒАЛТМАЙЫҠ
ЫШАНЫСТЫ


Ышанысты емереү еңел дә ул,
Төҙәтеүе ҡыйын, яңыртып.
Аҡты ауыр түгел ҡарайтырға,
Тик ҡараны булмай ағартып.

Еңел түгел ерҙә йәшәүҙәре,
Емерелһә әгәр ышаныс.
Ҡылған эштең мәғәнәһе шунда –
Табып ҡара унан йыуаныс.

Нисек юғалтмаҫҡа ышанысты,
Был донъяла күпме ҡыуаныс!
Эҙләп үҙеңде лә табалмаһаң,
Шуныһы ул бына ҡурҡыныс.

Фирҙәт ВӘЛИЕВ.


ТӘБИҒӘТТӘН АЛАМ

Йәнгә дауа тәбиғәттән алам,
Яралғанға булмыш тупраҡтан.
Ерҙең ҡар-бураны, ямғыры ла,
Ел-дауылы йәнә шул сафтан.

Ямғыр еҫтәренән таҙарынып,
Йәшеллектә иркен тын алам.
Йәйғор күперҙәргә ҡарай-ҡарай
Төҫтәренә атап йыр яҙам.

Ҡар аҡлығын мин йәнемә йыйып,
Бәхет итеп йәйәм юлыма.
Буран-дауыл миңә ҡеүәт бирә,
Елкәндәрен алам ҡулыма.

Бөтәһен дә тәбиғәттән алам,
Зәңгәр күге – илгә тыныслыҡ!
Йәшәгәндә мин кешегә түгел,
Тәбиғәткә генә бурыслы.

Садина ВӘЛИЕВА.


Вернуться назад