Рәхмәт һиңә, китап!02.11.2015
Рәхмәт һиңә, китап! Бала саҡта нәфис әҙәбиәт уҡыуы күңелле ине, сөнки китапхананан алып ҡайтҡандарҙың күбеһенең эсе тулы — әкиәт. Гүзәл принцессалар, ғәжәйеп хай­уандар төшөрөлгән сағыу баҫмаларҙы кем яратмаҫ! Уларҙы ҡабат-ҡабат уҡығы, иптәштәр менән уртаҡлашҡы килә. Һөйләй торғас, шиғыр кеүек ятланып бөтә ине улар хатта. Серле лә, фәһемле лә әкиәттәр донъяһын үҙ эсенә алған ул китаптар беҙҙе бала саҡтан ҙур тормошҡа оҙатып барыу­сы иң яҡын дуҫтарыбыҙға әүерелде. Ошо хикмәтле донъяға яҡыныраҡ килеү теләге менән үҙем дә әкиәт яҙып ҡарағайным. Унда, әлбиттә, кисерештәрем, етем ҡалған ҡыҙҙың уйҙары, әрнеүҙәре сағылғайны...
Үҫә төшкәс, ҡулыңа алған китапта һи­ңә таныш хәлдәр тура­һын­да яҙылһа, бигерәк уй­лан­дыра икән. Китап ҡанат­лы, тиҙәр бит. Үҙенең ҡана­ты­на ултыр­тып мең йылға артҡа илтә йә иһә йөҙ йылға алға алып китә. Күптән түгел мин был ҡанат­тар­ҙың тылсым көсөн үҙемдә татыным. Үткән­дәремә ҡабат осоп ҡай­тырға теләмәһәм дә, ки­лә­сәк­кә байҡау яһау, күңелемдә йө­рөткән хыялдарымды ны­ғы­тып ҡуйыу бик урынлы, яҡшы булды. Һүҙем Айгиз Баймө­хәмәтовтың рес­­публика йәмә­ғәтселегендә ысын мәғә­нә­һендә шау-шыу тыу­ҙыр­ған, бер тап­ҡыр һатылып бө­төп, икенсегә ба­ҫылған “Ҡал­­дырма, әсәй!” тигән китабы тураһында.
Әҫәрҙең геройы Ильястың ки­сереш­тәре миңә бик яҡын, сөнки бәләкәй ва­ҡыт­тан әсә­йемдән айы­рылып балалар йортонда йәшәнем, бер тап­ҡыр тәр­биәгә алынғас, кире ҡай­та­рылып, йәнә шул мөхит­кә эләк­тем... Ильяс та ҡыҫҡа ғына ғү­мерендә күп ауыр­лыҡ­тар күргән: ата-әсәһен юғалт­ҡан, балалар йортонда уның директорынан, тәрбиәсе Рәй­фә апай­ҙан, һуғыш суҡмары, вәхши Даяндан йәберләнеп йәшәгән, яҡын дуҫы Фәнил­дең үлемен кисергән. Балалар йортондағы тормошомдо һис тә иҫкә ал­ғым килмәй ине. Шулай ҙа китапта бәйән ител­гән хәлдәр миңә үткәндәргә дөрөҫ һығымта яһарға, ысын­барлыҡтың ҡәҙе­рен белергә өйрәтте тип әйтә алам.
Балалар йортоноң үҙ ҡа­нун­дары бар, унда рәхәт тү­гел, әлбиттә. Өлкәндәрҙең би­та­раф­лығына, яһалма мө­нә­сәбәтенә лә етем бала күңеле үтә һиҙгер була. “...Шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән?” – тип яҙа автор. Күңе­лем ила­ған саҡ­тар­ҙы иҫкә алһам, миңә лә ҡыйын була...
Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы баш­ҡорт прозаһында яңы һүҙ булды, тип яҙҙылар. Был повесты уҡығас, йәм­ғиәт­тә етем­дәр яҙмышына баш­ҡасараҡ ҡа­раш барлыҡҡа килер тигән ышаныс та бар. Күптәр малайҙы йәлләгәндер. Күңелендә изге ынты­лыш ты­уып, етемдәрҙе тәр­биә­гә алыусылар һаны ла ар­тыр... Ә бына мин Ильястың яҙ­мышын үҙемдеке менән са­ғыш­тырам да көнләшеп ҡуям. Ильяс әсәһен өҙөлөп һағынған бер мәлдә Әми­ләнән көнләшә. “Ниңә генә минең әсәйем дә төрмәлә ултырмай икән?” – ти геройым. Эй, йүләр! Кеше үлте­реп төрмәгә эләккән йәки эскесе (әммә иҫән!) ата-әсә­ләрҙең ҡа­сандыр килеп бала­һын ҡосағына алыр мөм­кинлеге булыуы, ә үҙенең ғәзиздәренең кире ҡайт­мая­сағын уйлап әрней үҫмер күңеле.
Ә бына мин Ильястан көн­лә­шәм. Ул атаһы һәм әсәһе менән ғорурлана, улар­ҙың исеменә тап төшөрмәҫкә тырыша, һәр аҙы­мын уйлап ат­лай. Бала ғына са­ғы­нан ата-әсә­һе рухы алдында яуаплы­лыҡ тоя. Күңе­ленән генә булһа ла әсәһе менән аралашыуы Ильясты күп яңы­лыш аҙым­дар­ҙан, насар хәлдәрҙән һаҡлап ҡа­ла. Был бәхет бит. Ә мин кескәй генә үҙемде һәм һеңлемде яҙ­мыш ҡосағына ташлап сығып кит­кән кешенән оялам. Атайым­ды бөтөнләй бел­мәйем. Бы­йыл йәй мине донъяға тыу­ҙырған ҡатын ме­нән осраштым. “Әсәй” тип өндә­шеп бул­май уға. Уның тәртипһеҙ­леге, эскелеге, бита­рафлығы арҡаһында беҙ күпме ҡы­йырһытыуҙар күр­ҙек! Са­бый­ҙар йортонан һеңлем менән икебеҙҙе бер мари ҡатыны ал­ды. Исемем, фамилиям, ата­йым­дың исеме менән бер­гә бөтә тормошом үҙгәрер тип өмөт­лән­гәйнем. Ҡайҙа ул! Беҙ­ҙе та­муҡ­тың үҙе көткән булып сыҡты. Ике йыл интек­кәндән һуң мине балалар йортона кире ҡайтар­ҙылар. Һең­лемде ҡалдырҙылар, уның менән аралашырға рөх­сәт ит­мәй­ҙәр, шунан баш­лап берҙән-бер туға­ным­ды күр­гәнем юҡ. Ике тап­ҡыр ата-әсә хыянатын ки­серҙем. Әммә улар мине ташлап киткән мәлдә, бәлки, килеп алыр­ҙар, тигән өмөт менән тәҙрә янынан китмәй һаман да көткәнем хәтерҙә...
Бөгөн мин өсөнсө ғаи­ләлә йәшәйем. Атайым һәм әсәйем миңә гел изгелек кенә теләй. Беҙҙе, ун бер баланы – үҙҙә­ре­некен дә, тәр­биәгә алған­дарын да – тигеҙ күреп яра­талар. Ошо йылы мөнә­сәбәтте тойоу менән бәхетле мин. Атай-әсә­йем мине оло сабырлыҡ менән донъяла йәшәргә өйрәтте. Улар һәр уңы­шымды күреп һө­йөнә, ауыр саҡ­тарымда, бөтә мәшә­ҡәт­тәрен сит­­кә ҡуйып, ярҙам­ға ашыға, кү­ңелем ҡырыл­ғанын күрһәләр, бергә ҡай­ғыра­лар. Әҙәбиәтте һө­йөүем дә әсә­йемдән күс­кән­дер. Өйөбөҙҙә бай китапхана булдырыусы ла, мине китап уҡырға өйрә­теүс­е лә ул. “Үҙ аҡылың юлбашсы бул­һын, китап юлда­шың булһын”, – тип бәләкәй са­ғым­дан ҡулы­ма тәрән йөк­мәткеле китаптар һалды әсәйем.
Быйыл ХI класта уҡыйым. Һөнәр һай­лау алдында тор­ғанда Айгиз Баймөхә­мәтов­тың китабы ҡулыма килеп элә­геүе осраҡлы хәл түгел­дер, моғайын. Дөрөҫ маҡсат­тар ҡуя белһәң, яҡшы юлдан ат­лап, тормошта уңыш­тарға өлгәшеп булыуын Ильяс үҙ үрнәгендә иҫбатлай. Минең уға оҡшағым килә! Киләсәктән бер аҙ ғына ҡурҡыу бар, әл­биттә. Минеке кеүек яҙмышлы балалар һирәк осраҡта ғына юғары бе­лем ала, яҡшы эш урыны таба. Ысынбарлыҡҡа күҙҙе йомоп булмай. Үҙемә табип һөнәрен алыр­ға маҡ­сат итеп ҡуйҙым. Шуға өлгәшергә көсөм етһә, мин иң бәхетле кеше булыр инем. Үҙ алдым­да, миңә ышанған ғаиләм алдында йөҙөм яҡты булыр ине.
Әлегә тиклем үҙ әсәйемдең ҡосағында иркәләнеү теләге кү­ңелемдә йәшеренеп йәшәп кил­гән булһа, был өмөттәрем һүн­де инде. Булғанына шөкөр итәм. “Ҡал­дыр­ма, әсәй!” – тип яңы әсәйемә, мине ҡараған, яҡшы тәрбиә биргән, балалары өсөн өҙөлөп торған ке­шемә әйтәм. Әрнеткәне өсөн дә, уйлан­дыр­ғаны һәм килә­сәгемә ышаныс бүләк иткәне өсөн дә тоғро дуҫым Китапҡа рәхмәтлемен!






Вернуться назад