Абруйлы ғилем усағында29.02.2012
Абруйлы ғилем усағындаСәйетбаба урта мәктәбе — Башҡортостанға ғына түгел, илебеҙгә лә бихисап шәхестәр биргән абруйлы ғилем усағы.
“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына берҙәм ҡушылып, бөгөн тотош уҡытыусылар коллективы төп гәзитебеҙҙе алдырып уҡый”, — ти мәктәп директоры Зөһрә Хәйруллина. Физика уҡытыусыһы Рәйес Мурзин да уның һүҙен ҡеүәтләй:
— “Башҡортостан” ғаиләбеҙ гәзитенә әүерелде. Сығарылыш класы етәксеһе булғас, ул уҡыусылар менән төрлө әңгәмәләр үткәреүҙә ныҡ ярҙам итә. Фәһемле мәҡәләләр баҫыла, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәйбәт яҡтыртыла, тәрбиә темаһына ҙур урын бирелә.
Сәйетбабала Ғәлиә Вәлиева, Миңлесор Тоҙбәкова, Инера Сираева, Илдар Хәкимов, Әлфиә Степанова, Рәмилә Ғәзизова, Гүзәл Латипова, Гөлшат Мусина, Луиза Мусина, Фәнүзә Заһиҙуллина, Рәмил Латипов, Илһам Байбулдин, Фәниә Фәйзуллина кеүек тәжрибәле уҡытыусылар йәш быуынға белем биреүгә ҙур көс һала.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Саймә Игелекованың уҡыусылары йыл да “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында матур һөҙөмтәләр менән ҡыуандыра. Ә йәйен мәктәп яны баҡсаһында ниндәй генә йәшелсә, емеш-еләк, сәскәләр үҫтермәйҙәр! Былтыр хатта районда беренсе урынды алғандар. Былар барыһы ла — биология уҡытыусыһы Гөлшат Мусинаның тырыш хеҙмәт емеше.
Мәктәптә спортҡа ҙур әһәмиәт бирелә. Еңел атлетика, көрәш буйынса республика күләмендәге ярыштарҙа йыш ҡына тәүге урындарҙы яулайҙар. Физик культура уҡытыусылары Ринат Шәйәхмәтов менән Камил Латипов балаларҙа тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Белем биреү менән бер рәттән, төрлө һөнәрҙәргә, халҡыбыҙ кәсептәренә өйрәтеү зарурлығын яҡшы аңлай сәйетбабалар. Фәрит Хәйруллин уҡыусыларҙы умартасылыҡ серҙәренә өйрәтә. Мәктәптең өс баш умартаһы бар, киләсәктә уны тағы ла ишәйтергә иҫәптәре. “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә лә балалар ихлас йөрөй, өлкән класс уҡыусылары ҙур теләк менән кейеҙ һуғырға өйрәнә. Сәйетбабалар районда, республикала үткән төрлө сараларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла ихлас ҡатнаша.
Рәйсә ФӘЙЗУЛЛИНА,
“Башҡортостан”дың
штаттан тыш хәбәрсеһе.
Ғафури районы,
Сәйетбаба ауылы.


Вернуться назад