БабичҡаУны үлтергәндәр таңда,
Яҙҙың күге ағарғанда,
Үлгән шағир йәшәмәй, тип,
Вәхши йәндәр алданғанда.
Ҡанһыраған яраларҙан
Шағир йөҙө ағарғанда,
Йөрәгендә илгә әйтер
Һуңғы һүҙе яралғанда.
Зиндан уны өркөтмәгән,
Рухы уның мәңге азат,
Ул үткәндә ҡала алмай,
Алға әйҙәп барыусы зат.
Быуат үтте. Уның һымаҡ
Шағир, бәлки, тыумаҫ ҡабат,
Бабич йәшәй күңелдәрҙә,
Булып набат, булып һабаҡ.
АуылҺәр бер шаҡыуға ул ишек аса,
Аса төнөн, аса көндөҙөн,
Сәйен яһай, балын-майын ҡуя
Һәм һорамай кемдең кемлеген.
Уйламай ҙа быны изгелек тип,
Борондарҙан килә был ғәҙәт,
Бөйөклөгө менән һоҡландыра
Ихласлыҡтан тыуған был әҙәп.
Табынам тик ошо яҡшылыҡҡа,
Ниндәй ябай уның үлсәме:
Ҡунаҡ ҡына түгел, дошманға ла
Һөйөү аша һөйөү күскәне.
* * *
Яҙғы үлән... Белмәй әле
Көҙҙөң барын,
Үҙәк өҙгән әсе елен,
Ямғыр зарын.
Таңғы ҡояш... Уйламай ҙа
Байыр мәлен,
Ҡараңғылыҡ ҡаплар, тиеп,
Ерҙең йәмен.
Ҡайтҡан ҡоштар... Һайрап туймай
Иртә, кисен.
Йылы эҙләп, ҡайҙа ғына
Улар китһен.
Үткән бәхет аянысы –
Ҡара оя
Ағастағы, шундай бушлыҡ
Көҙөн тоя...
* * *
Ваҡыт түңәрәге әйләндерә
Бар әҙәмде,
Тик ул ғына буйһондороп тота
Бар ғаләмде.
Юғалтыуҙар уны һис ҡурҡытмай
Йәшәү барҙа,
Быуын менән быуын, миҙгелдәрҙә
Алмаш бара.
Бер ғүмерҙән тыуған мәңгелек бит
Даһи асыш,
Ваҡыттан да көслө һөйөү менән
Йәшәү – осош.
ИгенсегәОшо ер һине тыуҙырған,
Уның менән тын алаһың,
Хеҙмәтеңдең ҡөҙрәтенә
Хатта үҙең таң ҡалаһың.
Ошо ерҙәй, бурысыңды
Өнһөҙ генә башҡараһың,
Кәрәк икән, был ер өсөн
Уйламай ҙа баш һалаһың.
* * *
Мәңгелектең үҙ хоҡуғы:
Кемдәрҙелер дан итергә,
Кемдәрҙелер башҡаларҙың
Араһында һан итергә.
Тик мәңгелек кенә белә:
Икеләнеү кәрәк ҡай саҡ,
Уның көсөн аңлайбыҙ беҙ,
Ҙур бәләгә генә ҡалһаҡ.
Тик мәңгелек кенә аңлай:
Дөрөҫлөк тик берәү түгел,
Уны тойор өсөн кәрәк
Зирәк аҡыл, һиҙгер күңел.
* * *
Мин барыбер һайлар инем
Тик үҙемдең тормошомдо,
Ошо илаҡ һәм баҙнатһыҙ
Көҙгө күңел торошомдо.
Мин һис ҡасан ынтылманым
Бүтәндәрҙең уңышына,
Үҙемде тик мәжбүр иттем
Үҙем менән уҙышырға.
Үҙем тапҡан икмәгемдең
Тоҙон, тәмен беләм үҙем,
Шатланыр йә ғәрләнергә
Тик үҙемдә ике күҙем.
ЕтегәнЕтегән тигән ете йондоҙ –
Ете һыбайлыһы күктең,
Баш осонан нисә тапҡыр
Һәр төн һайын елеп үттең.
Атта яуға киткәндәрҙең
Һәм өҙөлөп көткәндәрҙең,
Уралым, тип Парижғаса,
Берлинғаса еткәндәрҙең
Һин күктәге маяғымы?
Ҡараңғыла өмөт биргән,
Етегән тигән ете йондоҙ,
Ете бөртөк нурын бүлгән.
Етегән тигән ете йондоҙ —
Ете һыбайлыһы күктең,
Һаҡлар өсөн еребеҙҙе,
Ҡай заманда күккә күстең?..