“Башҡортостан” бында башлана30.10.2015
“Башҡортостан” бында башлана “Уйлан, Кеше!” конкурсы иғлан ителгәс, редакциябыҙға шылтыратыусылар бермә-бер артты. Әммә шиғыр ебәреү менән бергә гәзиткә яҙылыу ҙа кәрәклеген ишетәләр ҙә телефонды һалып ҡуялар. Гәзиттең ышаныслы авторҙары өсөн иһә был ярыш өҫтәмә шатлыҡ ҡына бүләк иткәндер, тигән фекер тыуҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзында үткәрелгән йомғаҡлау сараһынан һуң. Әҙәби ойошманың идара рәйесе урынбаҫары Зөлфиә Күскилдина һәр кемде рухиәт байрамы менән ҡотлап, төп баҫманан айырылмаҫҡа саҡырҙы.
“Башҡортостан” бында башланаПопуляр йырсы Радик Ди­нәх­мәтов, вәғәҙә иткәнсә, “Баш­ҡортостан” гәзитен алды­рыу­сыларға йырлы, шиғырлы кисә ойошторҙо. Сараға лау­реаттарыбыҙҙы, дипломант­тарыбыҙҙы ла саҡырғайныҡ. Уларға дипломдарҙы һәм бүләктәрҙе “Башҡортостан” гә­зи­тенең баш мөхәррир урын­баҫары Гөлдәр Бүләкбаева тапшырҙы. Үҙ исеменән Радик Динәхмәтов та аудиодиск, “Кеше” китабын әҙерләгәйне.
Благовар районынан кил­гән Гөлфирә Әхмәтшинаның “Баш­ҡортостан” гәзитенән 50 йыл айырылғаны юҡ. Уның атаһы, Ғафури районы уҙа­маны Хөр­мәт Ҡалмырҙин баҫ­ма­быҙҙың штаттан тыш хә­бәрсеһе лә булған. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн утыҙ йылдан һуң Ҡыҙыл Бай­раҡ ордены менән бүләк­лә­н­гән Зиннур Ҡал­мырҙин ха­ҡындағы “Орден эйәһен тап­ты” мәҡә­ләһе ул 6-сы клас­та уҡығанда гәзитебеҙҙә ба­ҫылған булған. Бына бит ул бәйлә­нештәр ҡасандан бирле килә!
“Башҡортостан” бында башлана– Баҫманың йөҙө үҙгәрә. Ҙур, матур фотолар биреүегеҙ бик оҡшай. Яҡты кисереш­тәрҙе яҡындарым, коллегаларым менән уртаҡлашырмын! – тине Гөлфирә Хөрмәт ҡыҙы, рәх­мәтен белдереп.
Дәүләкән районының Мә­кәш ауылынан килгән Гөлшат Саматованы гәзит уҡыусылар шулай уҡ даими авторыбыҙ тип белә. Ул баҫма хеҙмәткәр­ҙәренә ижади ҡомар теләп, Башҡортостандың халыҡ ша­ғи­ры Мостай Кәримдең “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” ши­ғырын уҡып ишеттерҙе. Ра­дик Динәхмәтовҡа гәзитте ҙурлап байрам ойошторғаны өсөн сәскәләр гөлләмәһе лә бүләк итте.
Байрам өсөнсө лауреа­ты­быҙ, Ҡариҙел районы ҡыҙы Раушания Ғиндуллинаның тыу­ған көнөнә тура килгән икән. Ул әхирәте, шулай уҡ БДУ студенты Шәүрә Туйси­наның шиғырын уҡып ишет­тер­ҙе һәм “Был мәңге иҫтә ҡалырлыҡ юбилейым булды”, тине.
Сарала “Кеше” китабын нә­шер итеүгә әҙерләүселәрҙең береһе, Башҡортостандың ха­лыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев сығыш яһап, “Башҡортостан” гәзитен яҙылыу ватаныңа тоғ­ролоҡҡа тиң, тигән фекерен еткерҙе, шиғри сәләмдәрен еткерҙе. Әүҙем йәмәғәт эш­мә­кәре Ләлә Бейешева, шағирә Фәниә Чанышева, Башҡорт­остандың халыҡ артистары Илһөйәр Ғизетдинова, Илдар Ғүмәров, Күмертауҙан сатирик шағир Закир Әкбәров – һәр береһе шиғыр уҡып, матбуғат менән әҙәбиәттең тығыҙ бәй­ләнештә йәшәүен билдәләне.
Дипломанттарыбыҙҙың бере­һе, әҙип Кәбир Аҡбашев матбуғаттың совет кешеһенең тормошонда биләгән урыны тураһында иҫенә төшөрҙө. “Ни­сек булһа ла бөгөнгө йәштәрҙе йәлеп итергә ине гәзит-журналдарға!”– тине ул.
Сарала М. Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сту­дент­тары ҡатнашыуына өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Был юлы ла улар ситтә ҡал­маны. Етәкселәре әҙәбиәтсе, тәнҡитсе Зәки Әлибаев та – баҫмабыҙҙың авторы һәм гәзиткә алмаш тәрбиәләү­се­ләрҙең береһе.
“Башҡортостан” гәзитенең блокноты һәм ручкаһы баш­ҡорт шағирҙарының әҫәрен ишеттер­гән студентҡа бүләк ителәсәк, тип иғлан итеүгә залдан Айбулат Сәсәнбаевтың ҡулы күтәрелде. Ул Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың мө­хәб­бәт хаҡын­да шиғырын яттан һөйләне.
Вәғәҙә иткәнсә, Радик Ди­нәхмәтов кисә буйына йырла­ны, “Кеше” китабына ингән ши­ғырҙар һөйләне. Рәхмәт уға республикабыҙҙың төп баҫма­һына күрһәткән ихтирамы өсөн!
Ирекһеҙҙән Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Рауил Бик­баевтың “Башҡортостан бын­да башлана” тигән шиғы­ры иҫкә төшә. Гәзит – ул һәр бере­беҙ­ҙең һүҙе, замандың йөҙө, уның бө­гөн­гөһө беҙҙән башлана, килә­сәгенә күперҙе бына тап ошондай кисәләрҙә һалабыҙ!




Вернуться назад