Былтыр ҙа ошондайыраҡ фекер әйткәйнем шикелле “Юлдаш йыры” конкурсы хаҡында: унда төбәк таланттары ҡатнаша һәм һирәк ишетелгән халыҡ көйҙәре, халыҡ йырына әйләнгән композитор әҫәрҙәре яңғырай. Был юлы ла тап шулай булды. Шәп проект! Тап ошонда бала саҡта ишеткән моңдарҙың ауазын тойомлайһың, һуғым аштарында, ҡаҙ өмәләрендә, һабантуйҙарҙа йырланған көйҙәр шундай яҡын күңелгә!
Тотош концертты күҙ уңынан үткәрҙем дә үҙем өсөн Ринат Тулыбаев, Фәрүәз Камалетдинов, Римза Байсурина һәм Әхмәт Мөхәмәтйәновтың сығыштарын билдәләп ҡуйҙым. Ни өсөнмө? Был һис кенә лә объективлыҡҡа дәғүә иткән фекер түгел, зауыҡ менән бәхәсләшеп булмай. Етмәһә, ана ниндәй абруйлы баһалама ағзалары күҙәтте сығыштарҙы.
Ринат Тулыбаев, сөнки халыҡ йырына әйләнгән был әҫәрҙе киң күкрәгенә һалып, бик оҫта башҡарҙы эшҡыуар ағай! Хатта күңелгә ятты. Юҡҡа ғына уға 1-се урын бирмәгәндәр, күрәһең. Фәрүәз Камалетдиновтың моңо үҙенсәлекле, шулай уҡ йыр яратҡандар араһында бик популяр булған әҫәрҙе башҡарҙы ул. “Йырға тоғролоҡ” номинацияһында еңде егет! Римза Байсурина “Аҡсарлаҡлы күл” менән йөрәккә үтеп инде: был шәхси кисерештәр шағирә Зарема Әхмәтйәнованың яҙмышын уйлау, ошо йырҙы тап үҙе башҡарыуын хәтерләүҙән килә. Әйткәндәй, ул “Асыш һәм ихтирам” номинацияһында билдәләнде.
Яҡташым өсөн бик ҡыуандым! Афарин, Әхмәт Мөхәмәтйәнов (һүрәттә)! Һай, Дәүләкән егете! “Соҡан батыр”ҙың кемлеген халыҡ араһынан һорашып белешеп ҡуйһаҡ, тағы ла мәғлүмәтле булырбыҙ. Ҡобайыр стилендәге был йыр дәртле маршты ла, сәсән әйтешен дә хәтерләтте. Ул “Өмөт” номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды.
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә халыҡсан йырҙар ижад итеүе менән популярлыҡ яулаған Светлана Сөләймәнованы “Йондоҙло миҙгел” номинацияһында тәбрикләнеләр. Тағы ла “Тыуған яҡ йырсыһы”, “Илһөйәрлек рухы” номинацияларында еңеүгә лайыҡ булыусылар билдәләнде. Бөтә бүләкләнеүселәр хаҡында мәғлүмәт “Юлдаш” радиоһының сайтында бар, рәхим итеп ҡарағыҙ!
Гран-при менән Күгәрсен районынан Эльвир Ишкилдин бүләкләнде. Ул бер үҙе оҙон көйгә халыҡ йырын башҡарҙы. “Тамашасы һөйөүе”н тауыш биреү юлы менән билдәләнеләр. Кемдең туғандары, райондаштары күпләп килгән, шул еңгәндер тигән һығымта тыуҙы. Залда көйөргәҙеләр бик күп ине, Раушания Сынбулатова билдәле йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин ижад иткән дәртле йырҙы оҫта башҡарҙы, уны сәскәгә күмделәр. Алып барыусылар Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин менән Миләүшә Ғәлиева был юлы ла тел маһирлығы менән һоҡландырҙы. Миләүшәнең милли кейеме сәхнәнең бер биҙәге булды.
“Ҡатнашыусы” дипломына Силәбенән Миңһылыу Тойғонова, Йылайыр районынан Фәрит Амантаев, Яңауыл ҡалаһынан Хәлисә Нәсибуллина, Миәкә районынан Марсель Йосопов һәм Мәсетленән Илүзә Әхмәтйәнова лайыҡ булды. Быныһына ла хуп тип әйтәйек!