Сәләм рухы йәшәй бында...30.10.2015
Сәләм рухы йәшәй бында... Силәбе өлкәһендә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия тапшырылды. Әйткәндәй, был әҙәби бүләккә шағирҙар, яҙыусылар, журналис­тар, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр дәғүә итә ала. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүселәрҙе баһалауҙы, уларҙы рухландырыуҙы, исемдәрен халыҡҡа танытыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сара Көньяҡ Уралда ғына түгел, тотош әйләнә-тирәлә яҡшы билдәле.
Сәләм рухы йәшәй бында...Сығышым менән Баш­ҡорт­остан­дан­мын. Был премия минең өсөн ҙур мәр­тәбә. Си­лә­бе ере мине ихлас ҡаршы ал­ды. Эшемде баһалауҙары, шулай итеп ҙурлауҙары өсөн милләттәштәремә рәх­мәт­ле­мен. Силәбе ерендә сығып килгән “Уралым” гәзите ҡыҫҡа ғына ваҡытта ха­лыҡ ихтирамын яуланы. Баҫмаға бита­раф­тар юҡ. Силәбеләр мәҡә­ләләрен ебә­рә, гәзитте таратыуҙа ла әүҙем ҡатнаша.
“Нәфис әҙәбиәт” номи­на­цияһында талантлы шағир, башҡорт йәштәре ойошма­һы­ның әүҙем ағзаһы Марат Дауытов лауреат тип танылды. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе хеҙмәт ветераны Әсләм Арыҫ­ланов та ошо премия менән бүләкләнде. Ул: “Силәбе ерен­дә премияның терге­ҙелеүе бигерәк тә шатлыҡлы, сөнки был — әҙиптең тыуған төйәге”, — тип билдәләне.
Сәләм рухы йәшәй бында...– Ғәлимов Сәләм – минең яҡташым, уның исемендәге премияға лайыҡ булыуым икеләтә шатлыҡлы. Ижадыма илһам нуры өҫтәлде, – тине Марат Дауытов.
Сараның икенсе өлөшө про­заик, рәссам, музыкант Урал Ҡолошовтың 50 йәшлек күр­кәм юбилейына һәм уның «Күңел йылыһы» тип аталған йыйынтығы менән таныш­ты­рыуға арналды. Урал төйә­ген­дә башҡорт әҙәбиәте мән­фәғә­тен ҡайғыртып, хал­ҡы­на тоғро хеҙмәт итеүсе М. Аҡ­мулла исемендәге әҙәби берекмәнең эшмәкәрлеге ысын мәғәнә­һендә хуплауға лайыҡ.
Нурия ИҠСАНОВА,
«Уралым» гәзитенең
баш мөхәррире.



Вернуться назад