— О-о-о, бына ҡәләмдәшебеҙ ҙә килеп инде. Әйҙә, рәхим итегеҙ беҙҙең “Әҙәби троллейбус”ҡа.
“Истоки” гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов шулай ихлас йылмайып ҡаршы алды. Мине генә түгел, 2-се маршрут буйынса йөрөгән троллейбусҡа ингән һәр юлсыны. Ул арала шағирә һәм журналист Светлана Ғафурова фотоаппаратына төшөрөп тә ҡуйҙы. Гәзиттең йәнә бер хеҙмәткәре баҫмаларының яңы һанын бүләк итеп тотторҙо. Транспортта кеше күп булмаһа ла, ниндәйҙер күтәренке кәйеф һиҙелә. Ике йәш кенә ҡыҙ “Истоки” гәзитен ҡулдарына алып, ниндәйҙер мәҡәләне мауығып уҡый ҙа башланы. Өлкән йәштәге ағай, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, журналистарҙан яуап алып ҡалырға тырыша. Урта йәштәрҙәге бер сибәр ханым тыйнаҡ ҡына уларҙы тыңлап бара. Тыныс һәм ижади мөхит.
Йәл, миңә ике генә туҡталыш үтеп, төшөп ҡалырға кәрәк ине. Ашыҡмаһам, билләһи, аҙаҡҡаса барыр инем.
Шул уҡ көндә “Башҡортостан” гәзитендәге бер мәҡәлә менән танышҡас, уйҙарым тағы “Әҙәби троллейбус”ҡа әйләнеп ҡайтты. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының ҡала буйлап сәйәхәте тураһында уҡығас, был коллективтың троллейбустағы кешеләр араһында әҙәби викторина үткәреүен белеп, бик ҡыуандым. Еңеүсене бүләкләргә лә онотмағандар. Ни әйтәһең: уҡытыусы ҡайҙа ла уҡытыусы булып ҡала инде.
Төрлө баҫмалар “Әҙәби троллейбус”тағы сәйәхәттәрен төрлөсә үткәрҙе. Ни өсөндөр күбеһе был сараны үҙҙәре өсөн үҙҙәре ойошторған кеүек булды. Йырланылар, төрлө музыка ҡоралдарында уйнанылар, шиғыр һөйләнеләр, баҫмаларҙың хәбәрселәре, авторҙары сығыш яһаны. Ҡайһы саҡта уларҙың һүҙҙәре тыңлаусыларға барып етмәне — әллә ни иғтибар итмәүселәр ҙә була бит.
Әҙәбиәт шау-шыуҙы яратмай былай. Китапты, гәзит-журналды кеше шым ғына уҡырға, үҙ уйҙары менән ҡалырға теләй. “Әҙәби троллейбус”тың башланғысы матур, әммә ул йыл тамамланыу менән туҡтатылмаһын, ошо маршрутта артабан да даими йөрөһөн ине. Йөкмәткеһен генә әҙерәк үҙгәртергә кәрәк. З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте тәүге булып ошо сәфәргә сыҡҡанда яңы китаптарҙы күрһәтер өсөн стеллажға ҡуйғайны. Троллейбусҡа килеп ингән һәр кешенең күҙе шундағы баҫмаларға төшә һәм ҡыҙыҡһыныу уяна. Ошондай стеллажды транспортҡа оҙаҡҡа беркетеп, унда республикабыҙҙа сыҡҡан гәзит-журналдарҙы урынлаштырып ҡуйһаң, ингән бер кеше, үҙенә ҡыҙыҡлы баҫманы алып, юл буйына уҡып барыр ҙа аҙаҡ урынына ҡуйып китер ине. Был, беренсенән, баҫмаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Бәлки, ҡайһы берәүҙәр аҙаҡ үҙҙәре өйҙәренә лә яҙҙырып, даими уҡыусыға, авторға әйләнер. Икенсенән, уҡыу кешене донъя мәшәҡәттәренән арындыра, уйландыра, тынысландыра. Юғиһә, транспортта юҡ-барға тауыш сығарып, ғауғаларға яратыусылар ҙа юҡ түгел.
“Иң мөһиме – баҫмаларҙы ҡайҙан алырға? Уларҙың бит хаҡы бар”, – тиерҙәр. Белеүемсә, “Өфө-матбуғат” киосктарында ваҡытында һатылмай ҡалған баҫмалар кире ҡайтарыла. Элек ул почтамтҡа килтерелә ине шикелле. Артабанғы яҙмышы, моғайын, макулатура менән бәйлелер. Әле иһә артҡан даналарҙың редакцияларҙың үҙҙәренә ҡайтарылыуы билдәле. Шуларҙы “Әҙәби троллейбус”ҡа ҡуйырға булалыр бит. Ҡайһы бер редакцияларҙа әллә нисәнсе йылғы журналдар ята. Ә бит улар күпме кешегә файҙа килтерер ине!
Белмәйем, был тәҡдимде тормошҡа ашырыу мөмкиндерме-юҡтырмы, ләкин теләһәң, бөтәһен дә эшләргә була. “Әҙәби троллейбус”та “Истоки” менән осрашҡандан һуң, сит кеше күҙлегенән ҡарап, шундай фекергә килдем. “Әҙәби троллейбус” Әҙәбиәт йылының бер яңылығы ғына булып ҡалмаһын ине. Рәсәй халҡының иң күп китап уҡыусы тигән даны донъяға билдәле. “Әҙәби троллейбус”ты һаҡлап ҡалыу баш ҡалабыҙҙың бер үҙенсәлегенә әйләнәсәк.