Ирекмәндәрҙән — кәмендә биш мәҡәлә!30.10.2015
Халыҡ араһында йылдан-йыл киңерәк танылыу ала барған “Википедия” интернет энциклопедияһын тағы ла киңерәк даирәлә таратыу һәм уның йөкмәткеһен артабан байытыу маҡсатында төрлө саралар йыш үткәрелә.
Мәҫәлән, Ҡытай, Һиндостан, Индонезия, Филиппин, Тайвань, Таиланд, Япония һәм Үзбәкстан ирекмәндәре тәҡдиме менән 1 ноябрҙән “Wikipedia Asian Month” халыҡ-ара викимарафоны ойошторола. Ай буйы барасаҡ был бәйге Азияға арнап яңы мәҡәләләр яҙыуҙы һәм булғандарын тулыландырып, камиллаштырыуҙы күҙ уңында тота. Донъяның өс тиҫтәгә яҡын илендәге ирекмәндәр менән бергә был башланғысҡа Башҡорт википедияһы мөхәррирҙәре лә әүҙем ҡушыла.
Виртуаль энциклопедияның туған телебеҙҙәге бүлегендә ҡатнашыусылар ошоға оҡшаш халыҡ-ара сараларҙа даими ҡатнашып килә. Тәүге тапҡыр улар 2012 йылда Алматы ҡалаһындағы төрки телле википедиялар конференцияһында Башҡорт википедияһының үҙенсәлекле исем туйын үткәргәйне. Быйыл башҡорт ирекмәндәре үҙҙәренең 10 йыллығы айҡанлы Өфөлә Вики-һабантуй ойошторҙо. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге фекеренсә, был йыйын бик матур уҙҙы. Сентябрҙә Башҡорт википедияһы вәкилдәре Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәре ирекмәндәренең Эстониялағы осрашыуында ла ҡатнашты һәм һөнәрҙәштәрен үҙ эштәре менән таныштырҙы.
— Башҡорт википедиясылары халыҡ-ара бәйгеләрҙә ҡатнашыу һәм конкурс шарттарына ярашлы мәҡәләләр яҙыу буйынса ярайһы уҡ бай тәжрибә туплаған, — тине Башҡорт википедияһы етәксеһе Рөстәм Нурыев. – Мәҫәлән, виртуаль энциклопедиябыҙҙың 10 йыллығына арнап былтыр ноябрҙән апрелгәсә үҙебеҙҙең бәйгене ойошторғайныҡ. Унда бихисап мөхәрриребеҙ ҡатнашты һәм 764 яңы мәҡәлә яҙҙы. Һуңыраҡ “Викимедиа РУ” һәм “Беҙҙең киләсәк” социаль программалар фонды ойошторған конкурс барышында Башҡорт википедияһы социаль эшҡыуарлыҡҡа бағышланған 221 яңы мәҡәлә менән тулыланды.
Ирекмәндәрҙең халыҡ-ара бәйгеләрҙең киңерәгендә һәм мөһимерәгендә ҡатнашыуы Башҡортостанды донъя кимәлендә танытыуға һиҙелерлек өлөш индерәсәк, тип иҫәпләй ирекмәндәр. Был сара тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн унда ҡатнашыусыларҙың тағы ла күберәк булыуы шарт. Шуға ла википедиясылар туған телде һәм республикабыҙҙы ихлас һөйөүселәрҙе Азияға арнап кәмендә биш мәҡәлә яҙырға саҡыра. Әүҙемерәк булайыҡ, милләттәштәр!