Рәми Ғариповтың тылмасы кем?30.10.2015
Рәми Ғариповтың тылмасы кем? Күптән әҙәби сараларҙан һуң шундай ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән ҡайтҡан юҡ ине. “Бельские просторы” журналы редакцияһы ойошторған VII республика тәржемәселәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Шығырым тулы зал йыйылырға тейеш кеүек ине, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың лирик шиғырын урыҫсаға ауҙарыу буйынса ярыш ойошторолоуын иҫәпкә алғанда. Заманында улар шулай майҙан тотҡан. Хәйер, ул саҡтарҙа әҙәбиәткә мөнәсәбәт тә башҡаса булған шул, сөнки бөгөн ижад эштәре беҙгә китап, автор аша ғына түгел, башҡа төрлө сығанаҡтарҙан да килә.
Рәми Ғариповтың тылмасы кем?Эйе, тәржемә эше менән шөғөллә­нергә теләгәндәр аҙ булған кеүек, сарала ҡат­нашыусылар ҙа күп түгел. Ун кешенән саҡ артып киттек, әммә бө­тә­һе лә — тап ошо өлкәлә эшлә­гән­дәр. Еңеү­селәр ҙә — күптән таныш авторҙар: Любовь Колоколова (3-сө урын), Дмитрий Масленников (2-се урын), Андрей Кадынцев (1-се урын). Тап ошо ярыш ярҙа­мында күпме яңы исем­дәр асылды, был өсәү тап шул ҡа­һармандарҙан. Әлеге лә баяғы ҡаһарман, тим, сөн­ки теләмәйҙәр бөгөн тәржемә эше менән шөғөлләнергә. Ә ысын ижад утында янғандар өсөн был һайлаған юлыңа тоғролоҡҡа тиң!
Еңеүселәргә бүләккә, дипломдан, редакция сувенир­ҙа­рынан тыш, халыҡ шағирының портреты һәм башҡорт те­лен­дә шиғыры төшөрөлгән бокалдар бүләк ителде. Бына, исмаһам, иҫтәлек!
Икенсе ҡыуандырғаны шул булды – бынан ары конкурс баш­ҡорт әҙәбиәтенең хеҙмәтсеһе, бик күп башҡорт прозаиктарының әҫәрҙәрен урыҫ теленә ауҙарған яҙыусы Марсель Ғәфүровтың исемен йөрөтәсәк. Ниһайәт, тип ҡыуандым, тик был һүҙ эсендә һис кенә лә редакцияға ҡарата көрһөнөү ярылып ятмай, кире­һенсә, уларға – афарин! Ниһайәт, сөнки, Марсель Ғәфүровтың исеме ҙур наградаларға лайыҡ, маҡтауҙарҙы уҙған. Нисек кенә булмаһын, үҙе арабыҙҙан китһә лә, уның яҡты рухы алдында йөҙ яҡтырыр.
Киләһе йыл да дауам итәсәк М. Ғәфүров исемендәге тәрже­мәселәр конкурсы. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, әҙәбиәт һө­йөүселәр!




Вернуться назад