Әҙәби нағыш – Илештә!28.10.2015
Уңған игенселәр төбәге генә түгел был яҡ. Икмәк булһа, йыр ҙа булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндер халҡыбыҙ. Был районда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Суфиян Поварисов, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, шағирҙар Ринат Хәйри, Марат Кәбиров, Зәлифә Кашапова тыуған. Уларҙың моңона йәштәрҙең тауышы ла килеп ҡушыла бөгөн.

Йәшәү дәрте
һүнмәһен


Һикәлтәле тормош юлдарында
Осрап тора төрлө кәртәләр.
Батыр йөрәк, сабыр күңел булһа,
Улар еңеүҙәргә илтәләр.

Күҙҙәреңдә һинең йәшәү дәрте,
Яҡты хыялдарың көс бирә.
Оло һынауҙарҙы еңеп үтеү
Тыуыр таңдарыңа төҫ бирә.

Яҡты донъяларға беҙ киләбеҙ,
Ҡунаҡ ҡына булып китергә.
Ниңә йәшлек сәскә атҡан саҡта
Кәрәк уны әрәм итергә?

Ғүмер юлдарының ҡәҙ(е)рен белеп,
Гөрләп йәшәүҙәргә ни етә?
Үҙ-үҙеңә аяҡ салмаһаң да,
Абыныуҙар юлда йыш көтә.

Илфира НИҒМӘТУЛЛИНА.


Яуапһыҙ мөхәббәт

Ап-аҡ ҡарҙар яуа, ҡайтып киләм
Йомшаҡ ҡына атлап аҡ ҡарҙан.
Һиңә булған керһеҙ мөхәббәтем
Минең йөрәгемдә һаҡланған.

Мин һаман да мөғжизәләр көтәм,
Һине генә уйлап ут йотам.
Килер әле оло мөхәббәт тип,
Күңелемдә хыял йөрөтәм.

Йөрәгеңдә урын буш түгел шул,
Уны бер ҡыҙ яулап өлгөрҙө.
Бына бөгөн дә бит шаян елдәй,
Һинең ҡосағыңа йүгерҙе.

Һин шатланып, ихлас көлә-көлә,
Урам буйлап атлап киттең дә,
Шул минутта минең йөрәгемде,
Гүйә, ҡайнар утта өттөң дә.

Тик шулай ҙа мине ташлап китмәй
Күңелемдең ҡайнар хистәре.
Бар булмышым һинең менән бергә
Иртәләрен, көндөҙ, кистәрен…

Был яуапһыҙ һөйөү үтер бер саҡ,
Үтер һағыш, ҡайнар күҙ йәше.
Һин булырһың йәндәй күргән кейәү,
Ә мин берәй кемдең кәләше.

Юҡ, юҡ инде, нисек бындай уйҙар
Килә алды икән башыма?
Һөйөүемде мәңгелек йыр итеп,
Һин килерһең әле ҡаршыма.

Ап-аҡ ҡарҙар яуа, ҡайтып киләм
Йомшаҡ ҡына атлап аҡ ҡарҙан.
Һиңә булған сикһеҙ мөхәббәтем
Минең йөрәгемдә һаҡланған.
Мин яҙ көтәм әле ҡарҙарҙан…

Алһыу ШАРМАТОВА.


Ташла
һоро ҡәләмеңде


Ташла һоро ҡәләмеңде,
Яҙ еткән, дуҫым, тышта.
Тәбиғәт төҫлө буяуҙа,
Ҡалдыр моң-зарҙы ҡышта.

Ташла һоро ҡәләмеңде,
Донъя ҡарҙан арынған.
Ҡыштан туйған күңелең дә
Яҙҙы көтөп арыған.

Ташла һоро ҡәләмеңде,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Һиҙәм, дуҫым, ана нисек
Һинең йөрәгең тибә.

Ташла һоро ҡәләмеңде,
Яҙ йөрәкте иретер.
Шаулап килгән яҡты яҙҙар
Йән сиренән терелтер.

Ташла һоро ҡәләмеңде,
Аҡ бит торһон алдыңда.
Төҫлө буяуҙар балҡыһын
Киләсәгең таңында.

Ләйсән ШӘЙБӘКОВА.


Таштарҙың да
теле бар


Орхон-Енисей буйҙары —
Ҡылғанлы тигеҙ дала.
Юл буйында таш һәйкәлдәр —
Серле балбалдар ҡала.

Ошо таштарға ҡарайым
Үткәндәрҙе барлайым.
Йыраҡ тарихтарҙа ҡалған
Бабайҙарҙы уйлайым.

Дошмандар менән һуғышта
Ҡойолған күпме ҡандар?!
Халыҡ хәтерендә ҡалған
Үҙен аямаҫ йәндәр.

Ярым күсмә тормошта
Йәшәгән төрки халыҡ.
Уҡлы-туплы осор кискән,
Үлемһеҙ батыр ҡалып.

Төркиҙәр ҡырағай ул тип
Уйлауҙар — бик ҙур хата,
Үҙ әлифбаһын булдырып,
Тарихын уйған ташҡа.

Яу үткән ошо ерҙәрҙә
Таштарҙы елдәр өткән.
Үткәндәргә тере шаһит
Бөгөнгә килеп еткән.

Йәнһеҙ, тимәгеҙ, таштарҙы,
Таштарҙың да йәне бар.
Уларға тарих яҙылған,
Батырҙарҙың ҡаны бар.

Сикһеҙ дала киңлегендә
Рун таштары — һәйкәлдәр.
“Үткәндәрҙә — киләсәк”, — тип
Бик тә дөрөҫ әйткәндәр.

Ҡайтып булмаҫ төркиҙәрҙең
Шул бөйөк дәүеренә.
Маңҡорт булмайыҡ,
Атлайыҡ киләсәктең үренә.

Айбулат АХУНОВ.


Әсәйемдең
зәңгәр күҙе


Зәңгәр күҙҙәр биргән Хоҙай
Яратҡан әсәйемә.
Шиғыр яҙып бүләк итәм
Бергенәм, ҡәҙерлемә.
Әсәй, бәғерем,оҙон булһын
Һинең тормош юлдарың.
Ҡояш кеүек йылы бөркә
Йомшаҡ, наҙлы ҡулдарың.

Ауыр саҡта күҙҙәреңә
Бер генә ҡарау етә.
Булған ҡайғы-хәсрәтемде
Ялҡындары юҡ итә.

Һәр көн йылмайып ҡарайым
Һинең яҡты күҙеңә.
Зәңгәрлеге тура килгән
Күктең нурлы йөҙөнә.

Резеда МУСИНА.


Мостай ағайға

Мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙҙың
Йәмле көҙгө көнөндә
Донъяға килгән бер бала
Келәш ауылы өйөндә.

Мостай исеме матур тип,
Ҡушҡан ата-әсәһе.
Серле әкиәттәр һөйләп,
Үҫтергән ти әбейе.

Бала сағы тура килгән
Бик тә ауыр йылдарға.
Әммә малай бирешмәгән
Әсе, ҡырыҫ елдәргә.

Ас, яланғас булһа ла ул,
Уҡыуын ташламаған.
Утлы һуғышта ҡатнашҡан,
Үҙен һис аямаған.

Бай хисле матур әҫәрҙәр
Яҙған балалар өсөн.
Повесть һәм поэмаларға
Һалған ул рухи көсөн.

Илмир ВӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад