Гөлфиә апай шиғыр уҡый!27.10.2015
Гөлфиә апай шиғыр уҡый! Уҡыусыларым менән күҙгә-күҙ осрашып, ижад емештәремде уртаҡлашыу, үҙенә күрә отчет һымаҡ шиғыр һәм йыр байрамдары үткәреү матур бер йолаға әүерелде, ти шағирә, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гөлфиә Юнысова.


Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында “Ғүмер үҙе — серле, моңло...” тигән йыр һәм шиғыр кисәһе тап уның ижадына арнала.
29 октябрҙә киске сәғәт 7-лә башланасаҡ был байрамда Гөлли Мөбәрәкова, Гүзәл Маликова, Миңзәлә Хәйруллина, Илһөйәр Ғизетдинова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Светлана Хәкимова, Нурия Ирсаева, Илдар Ғүмәров, Рәүис Заһитов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Сәғиҙулла Баййегет, Азамат Ғафаров, Алһыу Ғәлина, Дилара Иҙелбаева, Фирүзә Париж, Ирада Фазлаева, Артур Ҡунаҡбаев, Юнир Ҡоланбаев кеүек күренекле сәхнә оҫталары менән бер рәттән, халыҡ күңелен яулап өлгөргән йәшерәк быуын артистары уның шиғырҙарын уҡыясаҡ.
Кисәнең сценарий авторы һәм режиссеры — күренекле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр, йыр байрамына.


Вернуться назад