Театрҙың Беренсе Пингвины27.10.2015
Театрҙың Беренсе Пингвины Рәмзил Сәлмәнов Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ун өсөнсө йыл эшләй. Ошо арала ул төрлө пландағы иллеләгән ролде сәхнәгә сығарған. Уның актер тормошо бәхетле тип әйтергә була: театрға килеү менән уға бер юлы ике төп ролде – ике Йәмилде — ышанып тапшыралар. Бер Йәмил Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”енән булһа, икенсеһе — М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме”нән.
Хәҙерге ваҡытта Рәмзил театрҙың иң әүҙем эшләгән актерҙары иҫәбендә. Тыныс, уйсан холоҡло был актер сәхнәлә драматик һәм комик ролдәрҙе оҫта башҡара. Урыҫ труппаһы спектаклдәрендә лә ҡатнаша, хатта киноға ла төшөп өлгөрә. Миҙгел асылғас та, ҡайнап торған ижади тормошта йәшәүсе актерыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Рәмзил, һине театрҙың яңы ижади миҙгеле менән ихлас ҡотлайбыҙ. Башҡорт труппаһы өсөн ул “Ғә­лә­үет­дин” әкиәтенән, Бәлә­кәй сәхнәлә Сыңғыҙ Айыт­матовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” нә­ҫеренән старт алды. Ике­һен­дә лә һин төп ролдәрҙе башҡараһың...
– Ҡотлауығыҙ өсөн рәх­мәт. Ысынлап та, артист өсөн миҙгел асылыу тор­мош­тоң яңы бүлеген яҙа башлау менән бер. Быйылғыһы башланып та өлгөрмәне, алыҫ сә­фәрҙә йөрөп ҡайттыҡ. Ҡа­зан ҡалаһында Туфан Миң­нул­линдың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған театр дека­даһы булды. Беҙҙең театр унда ошо дра­ма­тург­тың “Йәнкиҫәккәйем” спектакле менән ҡатнашты. Мин Исфат ролен башҡарҙым. Баш­ҡорт труппаһын Учалы ҡалаһында ла ихлас ҡабул иттеләр. Филармония cәхнә­һендә Гөлшат Зәйнә­ше­ва­ның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” исемле комедияһын ҡуйҙыҡ, балалар өсөн Ульрих Хубаның әҫәре буйынса “У ковчега в восемь” тигән бик ҡыҙыҡлы һәм балалар өсөн дә, атай-әсәйҙәргә лә фәһемле тамаша тәҡдим иттек. Унда мин Беренсе Пингвин ролен дә уйнаным.
– Театрҙың тағы бер актеры, йәштәр араһында киң билдәле Шәһит Хамматов һәм һинең өсөн йәнә бер мөһим ваҡиға булды...
– Эйе. Әйткәндәй, Шәһит ме­нән мин – Әбйәлил райо­ны­ның Боранғол ауы­лынан­быҙ. Яҡташтарыбыҙ ал­­дында оло ижади һынау тот­тоҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ, ту­ған­дарыбыҙ, уҡытыу­сы­ла­рыбыҙ, күрше-күләнебеҙ ал­дын­да... Икебеҙ ҙә ныҡ тул­ҡынландыҡ. Шәһиттең әсәһе, мәҫәлән, бер ҡасан да улын сәхнәлә артист рәүешендә күрмәгән икән. Минең дә бай­таҡ туғандарым театр­ҙағы ижадым менән таныш түгел.
– Спектаклдең дә нин­дә­йе бит әле – “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт”... Ул һеҙҙән бик юғары актерлыҡ оҫта­лығы талап итә. Ишетеп-белеүемсә, ул бер тама­шасыны ла тыныс ҡалдырмай, һәр кем бик көслө тойғолар кисерә...
– Эйе, Сыңғыҙ Айыт­м­тов­тың фәлсәфәүи, бик күп мә­ғә­нә һалынған бөйөк әҫәре ул. Режиссер Мөсәлим Күл­баев мине атай роленә са­ҡыр­ғас, үҙем алдында нин­­дәй ҡатмарлы бурыс торғанын аңлап ҡыуандым да, оло яуаплылыҡ та той­ҙом. Рәхәтләнеп уйнай тор­ған, драматик һәләтеңде асыр­лыҡ роль булғанға ҡыуанһам, тамашасыға Эмра­йиндың алсаҡлығын да, улы өсөн хафаланыуын да, йәш, матур кәләшенә булған наҙын да һәм башҡа төрлө кисерештәрҙе тейешенсә ет­керә алырмынмы, тип борсолдом. Тап ошо спектаклде ауылдаштарым хөкөмөнә сығарыу, әлбиттә, тулҡын­ландырҙы. Бәхеткә күрә, улар сығышыбыҙҙы дәррәү алҡышлап ҡабул итте.
– Актер нисек кенә тә­жрибәле булмаһын, тамашасы алдына сығыу һәр саҡ һынау ул. Ә һин бит әле­ге ваҡытта театрҙа ниндәй генә ролдәр баш­ҡармайһың – төп ро­лдәрҙе генә һанаһаң да, ундан ашыу... Һәләтеңдең кино сәнғәтендә лә асылыуы ҡыуандыра.
– Эйе, кинола уйнау оҡ­шай миңә. Унда бөтөнләй баш­ҡаса талаптар. Ҡайһы саҡ­та, эй, килештереп уйна­ған булаһың, ә ул дөйөм план менән төшөрөлгән икән – йөҙөң бөтөнләй күренмәй. Ҡайһы саҡ ҙур планда күҙ­ҙә­рең, беленер-беленмәҫ иша­ра менән генә эмо­цияң­ды еткерергә кәрәк. Эҙлә­нәһең, режиссер кәңәштәрен тың­лайһың. Минең тәүге һәм ҙур ролем — Булат Йо­соповтың “Визит” ҡыҫҡа метражлы фильмында тәрже­мәсе Муса Шәрипов. Быйыл иһә Ренад Еникеев һәм Булат Йосопов төшөргән “Наган” ко­медияһында милиция капитаны ролен башҡарҙым.
– Тимәк, быйыл һине туған театрың сәхнәһендә лә, ҙур экрандарҙа ла кү­рәсәкбеҙ. Әле иң уңышлы, ҡанат йәйеп ижад итә торған ваҡытың, Рәмзил. Яңы миҙгелдә яңы-яңы ролдәр теләйбеҙ!

Зөһрә БУРАҠАЕВА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәби-нәшриәт бүлеге мөдире.



Вернуться назад