Нәсих Хәлисовты дуҫтары, яҡындары рәссамлыҡтан бигерәк балыҡсы тип белә. Саҡ ҡына буш ваҡыты табылдымы, ҡырға, һыу буйына сыға ла китә ул. Ҡомарлы булғанға түгел, ә тәбиғәтте яратҡанға.Бишенсе класта уҡығанда уҡ “Смена” аппараты менән фото төшөрөргә әүәҫләнгән Әбйәлил егете Өфөләге мәктәп-интернатҡа килгәс тә тәбиғәт балаһы булып ҡала, һәр ерҙә матурлыҡты, үҙенсәлекте күреп, кадрға теркәп йөрөй. Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлағандан һуң күп тә үтмәҫтән республика матбуғатында эшләй башлай, бар көсөн, ижади ҡеүәтен ошо тармаҡҡа бағышлай, ләкин яратҡан шөғөлөнә лә хыянат итмәй. Йәшәйештең төрлө мәлдәре – ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла – Нәсихтең объективына эләгеп кенә тора. Бөгөн уның иҫ киткес бай фотоархивында ниҙәр генә һаҡланмай!
Һөнәри эшмәкәрлегенә килгәндә, Нәсих Хәлисовты Башҡортостандағы исемле йылдарҙың етеһенең эмблемаһын ижад иткән талантлы рәссам булараҡ республика халҡы яҡшы белә. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған эмблемаһы айырыуса киң танылыу алды. Төрлө ойошмаларҙың, ведомстволарҙың, сараларҙың билдәләре, йәғни логотиптары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш, “Башҡортостан” гәзитендәге һәр фотоһүрәт ошо рәссамдың ҡулы, зиһене аша үтә, баҫманың биҙәлешен яҡшыртыу йәһәтенән дә Нәсих Хәлисовтың хеҙмәте оло хуплауға лайыҡ. “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” кеүек маҡтаулы, абруйлы исемдәрҙе юҡҡа алмаған ул.
Әле Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының күргәҙмә залында Нәсих Хәлисовтың “Ҡабатланмаҫ мәл” тигән фотокүргәҙмәһе ҡуйылған. Авторҙың үҙен, дуҫтарын да саҡырып, музей етәкселеге Өфөләге Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернаты уҡыусылары өсөн матур осрашыу ойошторғайны. Балаларҙы Нәсих Хәлисовтың ижады һәм шәхесе менән таныштырырға балыҡсы һәм “балыҡсы” дуҫтары килде: “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға ҡармаҡ һалыу серҙәрен өйрәтеүсе Әсләм Камалов; тормош күренештәрен “ҡәләм-ырғаҡ”ҡа оҫта эләктереп, шәп әҫәрҙәр ижад итеүсе, шулай уҡ фәһемле фекерҙәрҙе ҡомарланып сүпләүсе әҙип Факил Мырҙаҡаев; халҡыбыҙҙың көйҙәрен төрлө тәрәнлектәрҙән тартып сығарып, ҡурай моңона һалып, сәхнә аша тамашасыларҙы “һыйлаусы” Ишморат Илбәков; рухи донъябыҙҙағы иң мөһим бурыстарҙы “һөҙөп алып”, дөйөм хөкөмгә тәҡдим итеп барған Альбина Исхаҡова, Наилә Буранғолова...
Былтыр Нәсих Хөббөтдин улы социаль селтәргә ике кило ярымлыҡ балыҡ тотоп төшкән фотоһын ҡуйғайны. Быйыл шунан ике тапҡырға тиерлек ҙурыраҡты эләктергән. Фоторәссам булараҡ та йылдан-йыл еллерәк табыштарға юлығырға яҙһын уға!
Күберәк фотолар ошонда:
фотолар