“Иҙел бит ул, киң бит ул...”21.10.2015
“Иҙел бит ул, киң бит ул...” Ошо көндәрҙә “Иҙел” V башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Өфөнән Рәфис Сирусин юбилей фес­тивалендә еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Ул “Башҡорт халыҡ йы­ры” номинацияһында беренсе урын­ға һәм Татарстан Республикаһынан махсус призға лайыҡ булды. Рәфис Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында профессор Фәр­зәнә Сәғитованың класында белем ала.
Шишмәнән Әлиә Ҡарасурина, Мәс­кәүҙән Рената Бә­ҙәмшина менән Ри­нат Закиров, Өфөнән Илсур Сабитов, Ил­дус Дәү­ләнов, Айрат Зин­нәтов, Ләй­сән Байрамғолова, Нурзидә Абыҙова, Ас­ҡар Һаҙыев, Ҡа­зандан Мәҡсүт Юлдашев, Римма Ни­китина, Альбина Аб­ра­мова, Эльвира Ғиматдинова, Ок­тябрьскийҙан Зарина Вилданова фес­тиваль лауреаттары булды.
Тамашасы һөйөүен Ришат Төхвә­туллин яуланы. Ульяновскиҙан Лилиә Зәмдиханова “Өмөт” махсус бүләгенә лайыҡ булды. Бәйгелә йәмғеһе 25 йәш артист ҡатнашты. Улар араһында Ҡы­тай, Үзбәкстан һәм Мексика вәкилдәре лә бар ине.



Вернуться назад