Урал батыр төйәге — мәҙәни мираҫ үҙәге21.10.2015
Урал батыр төйәге — мәҙәни мираҫ үҙәге Башҡортостан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып иң ҙур халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале — Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итеү хоҡуғын алды. 12 – 18 октябрҙә Перуҙың Арекипа ҡалаһында уҙғарылған Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советының (CIOFF) 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Генераль ассамблеяһында ошондай ҡарар яңғыраны. Дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған Фольклориада кешелектең мәҙәни мираҫының күп төрлөлөгөн сағылдырыуға һәм һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итергә тейеш.
2020 йылдың йәйендә Баш­ҡорт­остан ике аҙнаға үҙенсә­лек­ле театрлаштырылған май­­ҙан­сыҡҡа әүереләсәк. Донъя­ның 60-тан ашыу иленән килгән өс мең самаһы артист республика халҡына һәм ҡунаҡ­тарға музыка, бейеү, сәхнә сән­ғә­тен, халыҡ кәсептәрен, милли аш-һыуын, кейем-һалымын күр­һә­теү өсөн берләшәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте де­ле­гацияһы Арекипала уҙған 45-се Бөтә донъя конгресында төбәктең мәҙәни ҡеүәтен, ҙур ха­лыҡ-ара сараны ойоштороу мөм­кинлеген уңышлы иҫбат­ла­ны. Рес­публикабыҙҙың мәҙәни фес­тивалде үткәреүгә дәғүәсе си­фа­тындағы кандидатураһы ойош­маның Генераль ассам­блея­һында бер тауыштан хуп­ланды.
Әйткәндәй, Башҡортостан мә­ҙәни сараларҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса CIOFF менән уңышлы хеҙмәттәшлек тәжри­бә­һенә күптән эйә. Мәҫәлән, бы­йыл йәй төбәктә уҙғарылған “Берҙәмлек” халыҡ-ара фестивале CIOFF-тың 2015 йылға төп мәҙәни ваҡиғалары календарына индерелгәйне.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Башҡортостандың мәҙәни донъялағы ошондай күләмле ваҡиғаны ҡабул итеүенә бик шатмын. Киләһе дүрт йылда Фольклориадаға әүҙем әҙерләнергә тейешбеҙ. Республика буйынса бөтөн сәхнәләрҙе тәртипкә килтереү, ҡала, райондарҙы төҙөкләндереүҙе дауам итеү шарт. Республика Хөкүмәтенә һәм барлыҡ муниципалитеттарға ошондай бурыс йөкмәтелә.


Вернуться назад