Салауат районының Лағыр ауылы халҡы милли рухты, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүгә бик күп көс һала. Һүҙем — Лағырҙа һуғыш йылдарында уҡ төҙөлгән “Мираҫ” фольклор ансамбле тураһында. Ул композитор Таһир Кәримов етәкселегендә Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһында сығыш яһаған. Концертта ошо ауылдан Әхтәр Шәрипов, уның ҡатыны Сания Батталова, Сания Моратова һәм башҡалар ҡатнашҡан.
Ә инде 70-се йылдарҙан алып фольклор төркөмөнә Әҡлимә Шәрипова етәкселек итә. Ул Мәскәүҙә П.И. Чайковский исемендәге консерваторияның вокал бүлеген тамамлаған. 35 йыл Лағыр ауылы клубы мөдире була. Ошо осорҙа драма, бейеү, вокал, фольклор ансамблдәрен ойоштороп, ауылдар буйлап концерт ҡуялар. Гөлнәфис Әминева, Мәүлиә Яруллина, Флүрә Арыҫланова, Ирек менән Афған Йәнгировтар, Рафаил Йосопов, Зөһрә һәм Рәйес Йосоповтар, һуңынан Мирҙиян Әхмәтйәнов, Азат Ситдиҡов, Рифат Шаһиев, Зөлфиә Ғәниева, Рәүиә Яңыбаевалар ансамблдең нигеҙен тәшкил итә.
Артистар Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә сығыш яһай, Өфөлә “Аҡ тирмә” байрамында ҡатнаша.
Былтыр улар Силәбе ҡалаһына барып, матур итеп сығыш яһап ҡайтты. Артистарҙы Екатеринбург ҡалаһында яңы сыға башлаған, Рәсәй буйынса таралған “Фотография и жизнь” журналының исем туйына саҡырғайнылар.
Баҫманың бер һаны “Янғантау” шифаханаһына арналһа, икенсеһе иһә Лағыр ауылының “Мираҫ” ансамбленә бағышланды. Ул мәҡәлә “Где растет курай?” тип атала.
Лағырҙарҙың сығышын бик оҡшатты силәбеләр. Ғөмүмән, “мираҫ”тар милли йолаларҙы тергеҙеү йәһәтенән ҙур эш башҡара. Улар үҙҙәре сценарий яҙып, тамашасыға тәҡдим итә. “Исем туйы”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Әхирәттә — ҡунаҡта”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һалдат ҡайтты ауылға”, “Килен төшөрөү”, “Килен ҡаршылау”, “Юрған һырыу”, “Әй буйында ял итеү” — шуға миҫал.
Гөлшат МӨХӘМӘТЙӘНОВА.