Тамсы һәм диңгеҙХалҡым хаҡында уйлаһам,
Алдыма килә диңгеҙ —
Ул ҡеүәтле, ул ҡөҙрәтле,
Ниндәйен бөйөк, тиңһеҙ!
Үҙем хаҡында уйлаһам,
Алдыма килә тамсы.
Үҙ-үҙемә тәҡрәрләйем:
“Шул диңгеҙ менән бер булып,
Бер тамсы булып ҡалсы”.
Тамсы. Диңгеҙ.
Айырма ҙур.
Ҙурлыҡтан ҡурҡырғамы?
Диңгеҙ шауы минеке бит,
Минеке бит бөйөклөгө,
Ярһыулы тулҡындары!
Тамсы исемен йөрөтөүҙең
Изге ҡануны ла бар.
Диңгеҙенән айырылһа,
Кибеп ҡалыуы ла бар,
Ҡояшта йылмайған нурының
Һүнеп ҡалыуы ла бар.
Беҙ бергә, беҙ айырылмайбыҙ,
Мин — бер диңгеҙ тамсыһы.
Үҙемдеке ҙур диңгеҙҙең
Тын алышы, ярһыуы.
Минең өсөн тәмле, татлы
Хатта һыуының асыһы.
Минең йәшәү, бар ғүмерем —
Ҙур диңгеҙҙең яҙмышы.
Уның тулҡындары һымаҡ
Йөрәгемдең ҡағышы.
Халҡым — диңгеҙ, мин — бер тамсы.
Халҡым, булсы ҙур диңгеҙ!
Мин — тамсыңда һинең көсөң!
Бөйөк халҡым, һин тиңһеҙ!
Тау һәм йылғаҺөйләшә ала икән дә
Тау менән йылғыр йылға.
Олатай, гүйә, ейәнен
Оҙата оҙон юлға.
Беҙ бит тауҙар — ергә күпме
Шишмә бүләк иттек беҙ.
Йылға булып үҫеп еттең —
Һинең барыр юлдарыңа
Яҡты нурҙар һиптек беҙ.
Ергә йәшеллектәр биреп,
Барырһың, йылғыр йылғам.
Ғүмер буйы гел йәм өҫтәп,
Ағырһың, алғыр йылғам.
Йылға аға, ярға ҡаға,
Тулҡыны тауға баға.
Рәхмәт ауазы яңғырай
Шишмә биргән тауҙарға.
Эй, һеҙ, тауҙар!
Көс бирҙегеҙ
Саф һыуҙарығыҙ менән.
Һеҙҙең ошо изгелекте
Иҫтә тоторбоҙ гелән.
Ҙур диңгеҙҙәргә илтербеҙ
Һеҙҙән алған сәләмде.
Һыуҙарға мохтаж итмәбеҙ
Кешелекте, ғаләмде.
Ярҙарға һирпеп барабыҙ
Һеҙҙән алған бар йәмде.
Эй һеҙ, тауҙар, эй, йылғалар,
Күсәһегеҙ йырыма.
Күпме гүзәллек бирҙегеҙ
Минең ғәзиз еремә.
Тәбиғәттең нурлы бүләгелер...Ап-аҡ ҡарға ал нурҙары менән
Ҡояш яҙа һинең исемде.
Шундай йыраҡтарҙан ҡояш нисек
Белде икән минең хисемде?
Яратам һине, һине, Гөлсөмдө!
Ун һигеҙ йәш түгел түгелен дә,
Иртәгәһен тыуа һикһән бер.
Ҡар өҫтөндә ҡояш һүҙен күреп,
Бына киттем әле һиҫкәнеп.
Һикһән берҙә ҡояш менән бергә
Һөйөү һүҙен әйтеү бүләктер.
Һинең менән ҡауышыу был донъяла
Йәндәремә тиңһеҙ терәктер.
Эй, ҡояшым, яҡты йылы бирҙең.
Мәңге шулай йомарт, изге бул.
Ғүмер буйы кеше күңелдәрен
Ысын һөйөү хисе наҙлай шул.
Ап-аҡ ҡарға йөрәк һүҙен яҙа.
Рәхмәт һиңә, бөйөк ҡояшым!
Исемемә, уйыма, хисемә лә
Ғүмер буйы булдың юлдашым.
Ҡояш, тиеп, астым юл башын.
Ҡояш, тиеп, юлым тамамланыр.
Ниндәй оло бәхет, ғорурлыҡ!
Ниндәй баһа бар һуң был донъяла
Шундай баһаларға торорлоҡ!
Тәүге ҡарҙа нурҙар яҙған һүҙҙәр.
Ап-аҡ ҡарҙа — һөйөү һүҙҙәре.
Һикһән берҙә әйтәм:
Булдың, йәнем,
Ғүмеремдең аҫылы, гүзәле.
Аҫыл заттарҠатын-ҡыҙға бәхәс йәбешеп бөтмәй,
“Мохтаж түгел” улар кәңәшкә.
Күп кейәүҙәр балда-майҙа йөҙә,
“Эйе”, — тиеп торһа кәләшкә.
Ул заттарҙы Алла беҙ, ирҙәрҙе,
Ашҡындырыр өсөн яратҡан.
Улар тиеп ирҙәр утҡа кергән,
Улар тиеп шашҡан, йән атҡан.
Яңғыҙ ҡалһаң, барыбер һағынаһың
Улар менән бергә саҡтарҙы.
Йоҡоларҙан яҙған төндәр аҙмы,
Юҡһынғанда аҫыл заттарҙы.
Ул заттарға мин дә ғүмер буйы
Бер һоҡландым, берсә уфтандым.
Кәңәш бирер булдым, туҡтап
ҡалдым,
Тотоп ҡалдым бәхәс нуҡтаһын.
Ни өсөндөр ошо аҫыл заттар
Егелергә тырыша уртаға.
Юл башлаһаң, арғы яҡҡа тиеп,
Бороп ала улар был яҡҡа.
Бәхәсләшеп ҡара, алдарына
Сығам тиеп инде уйлама.
Ир заттары шунан үҙ теҙгенен
Үҙе тарта, туҡтай, уйлана:
Һәйбәт кейәүҙәрсә, “һинеңсә”, тип,
“Һин хаҡлы”, тип, уға баш ҡаға.
Аҫыл заттар ул саҡ тик һинеке,
Тәтемәйҙәр инде башҡаға.