Уҙған аҙнала “Әҙәби нағыш” марафоны республикабыҙҙың Ҡалтасы һәм Балтас райондарын да урап сыҡты. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы делегацияһына “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, шағир, прозаик Мөнир Ҡунафин етәкселек итте. Ҡалтасы районының үҙәкләштерелгән китапханаһында Өфөнән килгән әҙиптәр Рәйеф Әмиров, Сергей Янаки, Марсель Сәлимов, шулай уҡ Милли әҙәбиәт музейының баш һаҡлаусыһы Әлмира Шәрипова ижад юлын башлаусыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшерҙе, уларға кәңәштәрен бирҙе. Венера Глухова, Марина Карамова, Дарья Коновалова, Вилена Ҡадырова һәм Рима Рәхимоваларҙың был аралашыуҙан күңелдәре үҫеп ҡалғандыр тип өмөт итәйек.
Артабан яҙыусылар Дан мемориалына сәскә һалды, Ҡалтасы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны. Район мәҙәниәт һарайында йыл символы булған Йылъяҙма-китапты балтастарға тапшырҙылар. Ошонда уҡ урындағы үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҙур концерт ҡуйҙы. Яҙыусылар сығыш яһағанда зал диҡҡәт менән тыңланы, бигерәк тә йәштәрҙең күп булыуы был сараны ойоштороуҙың маҡсатын аҡлай төҫлө. Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Юрий Садыровтың әҙиптәр менән аралашып, осрашыуҙан ситтә ҡалмауы төбәктә ижад кешеләренә булған мөнәсәбәтте күрһәтә.
Балтас районы буйлап сәйәхәтте яҙыусылар XVIII быуат мәғрифәтсеһе Батыршаның музейын ҡарауҙан башланы. Уны ойоштороусы Рәфис Шәйхәйҙәров ҡунаҡтарға һәр экспонат хаҡында ентекле һөйләне. Ул үҙе Батырша Алиев нәҫеленән, бында тупланған йыһаздар ҙа – быуындан быуынға күсеп килгән ҡомартҡылар. Музейҙа 300 йыл элекке китаптар ҙа һаҡлана! Һоҡланғыс күренеш. Музей етәксеһенең тағы ла бер теләге бар. Ул да булһа – Батыршаның Шлиссельбург ҡәлғәһе эргәһендәге ҡәбер ташын яңыртыу. Бәлки, был мәсьәләне республика кимәленә күтәреү кәрәктер?
Артабан әҙиптәр үҙәк китапханала урындағы ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ҡулъяҙмаларын тикшерҙе. Илнур Вәлиев, Булат Мостафин кеүек йәштәрҙең яҙғандары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һуңғыһына ҡулъяҙмаһын Башҡортостан Яҙыусылар союзына тәҡдим итергә кәңәш бирелде. Ҡәләм оҫталары фекер алышҡан “түңәрәк өҫтәл”дә яҙыусы, китап, үҙнәшер темалары күтәрелде.
Ә инде “Тыуған яғым – илһам шишмәһе” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә райондағы барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты. Йыл символы Йылъяҙма-китапты Балтас районы хакимиәте башлығы Марсель Закиров Благовещен районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Николай Осинскийға тапшырҙы.
Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡынлаша, әммә әҙиптәр ҡатнашлығындағы сараларҙағы, осрашыуҙарҙағы әүҙемлек, ҡыҙыулыҡ һис тә һүрелмәй әле.