Этҡол егетенең “этлек”тәре16.10.2015
Этҡол егетенең “этлек”тәре Баймаҡҡа эш менән килдем. Танышым Вәкил тап булды. Бер аҙ һөйләшеп торғас, ни эш бөтөрөп йөрөүем менән ҡыҙыҡһынды. Мин:
— Алтмыш йәшлек бисәмде утыҙ йәшлек икәүгә алыштырам, тип гәзиткә иғлан бирергә килдем, – тинем.
Дуҫым:
— Улайтып буламы, әй? — тип һорамаһынмы.
Әллә үҙенекен алыштырырға уйланымы икән?

* * *

Баймаҡта милиция (полиция) бүлексәһе яғынан баҙар яғына төшөп килһәм, ике танышым осраны.
– Ҡайҙа ашығаһың? – тиҙәр.
– 1000 һум аҡса таптым да милицияға алып барғайным, юғалтҡан кешенең ике 500 йөҙлөгө булған, тип аҡсаны ваҡлатырға ебәрҙеләр, – тигәйнем, икеһе бер юлы:
— Уй, алйыған, аҡсаны кеше уларға алып барамы, ҡана, беҙгә бер яртылыҡ бир, — тип сат йәбеште.

* * *

Темәстә бер әбей: “Беҙ йәш саҡта һарыҡтар “бә-ә-ә” тип ҡысҡыра торғайны, хәҙер әллә ни булды, ауыҙын аса ла ҡуя”, — тип һуҡрана икән.
Үҙенең ҡолаҡҡа ҡатҡанын иҫәпкә алмай, күрәһең.

* * *

Танышым Салауат тап булды ла: “Айға, көнгә күренмәйенсә ҡайҙа йөрөйһөң әле?” – тип һорағас, “Иҫке Сибайҙа тауыҡ фермаһында осеменатор булып эшләйем”, – тип яуап биргәйнем, әллә һоҡланды, әллә көнләште: “Ҡалай шәп эш тапҡанһың”, — тимәһенме.

* * *

Йәйгеһен уңыш йыйыр алдынан мейес сығартҡайным, дуҫым: “Мейесең ҡыҙыумы?” – тип һораны. “Әлегә тыныс”, – тип яуап бирҙем.

* * *

Рафаэль ҡусты тап булды. Хәл-әхүәл һораша.
– Кисә генә судтан ҡайттым, ике йыл условный бирҙеләр, – тим.
– Ни өсөн? – тип аптырай был.
– Йәйгеһен Темәстәге дуҫым бесән сабышыуымды һорағайны. Барҙым. Төш мәлендә бисәһе, әҙерәк серем итеп алам, тип ятҡайны, бесән араһында йылан булған, ҡолағының төбөн генә саҡты ла ҡуйҙы. Дуҫым дауаханаға алып барғанда ашығып машинаһын ағасҡа төкөнө. Ни эшләргә белмәйбеҙ. Ҡатындың ҡолағының төбө күгәреп шешә башланы. Шунан мин уның капрон ойоғон систереп алдым да муйынына жгут һалдым. Теге бисә әҙерәк тыпырсынып ятты ла тынысланды. Жгут килеште, тип уйлаһам, үлгән дә ҡуйған, – тигәйнем, ҡусты:
– Дурак, ҡартайып бөткәнһең, һаман аҡылың юҡ, кеше муйынға жгут һаламы? – тип әрләне лә ташланы.

* * *

Минең бер дуҫым 1983 йылда ғаиләһе менән Себергә эшкә китте. Уның ағай тейеш кешеһе үҙебеҙҙең районда урыҫтары һанаулы, башҡорттары муйындан булған бер ауылда йәшәй. Ул кәрәкһә-кәрәкмәһә лә урыҫса һүҙ ҡыҫтыра. Сит кешеләргә (улары ҡара башҡорт булһа ла) урыҫсалап ҡына хәбәр һөйләй. Йәнәһе, белемле булып күренә. Хатта “по-башкирски не знаю” тип ебәрә. Урыҫ телен белеүен дә ташҡа үлсәйем инде.
Себергә киткән дуҫты 20 йылдан ашыу күргәнем юҡ ине, ниһайәт, осрашырға насип булды. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Саф башҡортса тетә генә был, бер бөртөк урыҫса һүҙ ҡыҫтырһасы.
Бер аҙ торғас, уға:
– Ағайың, башҡорт араһында йәшәһә лә, урыҫса һөйләшә, ә һин утыҙ йылға яҡын ситтә йәшәп, урыҫса белмәйһең, аңра, – тип асыуланған булдым.
Төптән уйлағанда, кем аңра һуң әле?

* * *

Урам буйында танышым осраны. Һаулығын һорашҡайным:
– Ҡуй инде, хәл юҡ, үләм инде, – тип яуап бирҙе.
– Алла бирһә, тип әйт, – тигәйнем, асыуланып:
– Һиңә ысынлап әйтәм дә баһа! – тип енләнеп китеп барҙы. Мин уға юрамал әйтә, тип уйланы шикелле.

* * *

1977 йыл. Уралда ятып бесән эшләйбеҙ. Рәшит ағайым да беҙҙең менән бергә саба. Ағайға кәбән ҡойғанда бик шәп һыйландыҡ. Алдан да “һуға-һуға” йөрөгәйнек. Һыйланып ултырғанда ике кәбәнсебеҙ, “күктәге торнаны бүлешә алмай”, һуғышты ла китте.
Рәшит ағайым араларына төштө лә: “Егеттәр, давай, аккуратно һуғышығыҙ!” – тигәйне, “кәзә тәкәләре” шарҡылдап көлдө лә “һөҙөшөүҙән” туҡтаны.





Вернуться назад