Йылмайып-көлөп кенә16.10.2015
Йылмайып-көлөп кенә Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинды республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар көн дә беҙҙең күңелде имләй. Роберт әфәнденең яҡшы сатирик икәнен дә әйтеп китергә кәрәк. “Мыйыҡ аҫтынан ғына...” китабына ингән ошо яҙмаларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Ике Миңнуллин

Туфан Миңнуллин менән фамилияларыбыҙ ғына уртаҡ. Беҙҙе йыш ҡына бутайҙар. Би­ге­рәк тә йәшерәк саҡта шулай ине. Ауылдарға килеп төшкәс тә: “О-о-о, иптәш Миңнуллин, беләбеҙ һине, пьесаларыңды яратып ҡарайбыҙ. Маладис”, — тиҙәр. Ундай саҡта мин инде, рәхәтлектән иреп китеп, баш ҡағып ҡына торам. Ундай маҡтауҙар тағы ҡасан эләгә әле беҙгә?! “Һин, иптәш Миң­нуллин, тормошто бик үк белеп бөтөрмәйһең икән. Тураһын әйткәнгә асыуланма, ну һуңғы пьесаң бик слабый сыҡҡан”, — тип тә ебәргеләйҙәр. Мин инде ундай саҡтарҙа: “Юҡ-юҡ, мин ул Миңнуллин түгел, Аллам һаҡлаһын, ғүмеремдә лә пьеса яҙғаным юҡ. Мин шағир ғына, Роберт Миңнуллин ғына!” — тип ҡотолам.
Бер ваҡыт Арса районына уҡыусылар менән осрашыуҙарға барҙым. Наласа ауылында китапханасы апай: “Иптәш Миңнуллин, китапханаға ла инеп сығығыҙ инде. Беҙҙә һеҙҙең бөтә китап­тарығыҙ ҙа бар, күреп китерһегеҙ”, – ти. Ул саҡта әле мин – йәш шағир. Йоҡа ғына бер китап авторы. Йә Хоҙай, мин әйтәм, әллә тағы берәр китабым сыҡтымы икән? Китап нәшриәтендә ҡулъ­яҙмам ята ине, тәки сығарғандар икән, рәхмәт яуғырҙары! Китапханаға инәбеҙ. Өҫтәлдә тау бейеклеге китаптар. Йөрәк дөп-дөп тибә. Неужели минекеләр? Ҡарайым: бөтәһе лә Туфан Миңнуллиндыҡы булып сыҡты.
Шулай бер көндө почтовый перевод килеп төштө. Гонорар! 2500 һум! 70-се йылдарҙа ул аҡсаның күпмелеген самалайһығыҙҙыр. Ҡатынға күрһәтергәме-юҡмы, тип уйлайым үҙем. Шулай түҙмәнем – күрһәттем. Йығылып китә яҙҙы. Көскә тотоп ҡалдым.
Переводты бер әйләндерҙе, ике әйләндерҙе. Унан бышылдап ҡына: “Был бит һиңә түгел”, – тине. Иғтибар менән ҡараһам, ысынлап та, “Т.А. Миннуллину” тип яҙылған. Был юлы үҙем ауып китә яҙҙым. Ҡатын көскә тотоп ҡалды. Адрестарыбыҙҙы бутағандар, заразылар. Икебеҙ ҙә Декабристар урамында йәшәй инек. 2500 һумды үҙ ҡулдарым менән Туфанға илтеп бирергә тура килде. Нисауа, минең гонорарҙы ла Туфанға ебәргәндәре булды. Ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы! Бер заман Туфан Миңнуллиндан хат килеп төштө. Конверт эсендә записка менән почтовый перевод. 1 һум 56 тинлек! “Татарстан йәштәре”нән гонорар. Заказлы хат менән ебәргән бит әле, етмәһә. Юғалмаһын тип. 3 һум 50 тинлек марка беркетеп.

“Мин бит хәҙер
Рәшит Зәкиев түгел!”


Әлмәттә бер ҡыҙыҡ хәл булды. Ниндәйҙер бер ҙур байрам ине. Банкет, әлбиттә. Мәжлесте ҡала гәзите мөхәррире алып бара. Халыҡ ҡыҙып ҡына барғанда, был былай тип һүҙ башланы: “Хәҙер һүҙҙе “Чаян” журналының баш мөхәррире Рәшит Зәкиевкә бирәбеҙ!” Ян-яғыма ҡаранам. “Бәй, мин әйтәм, күренмәгәйне бит ул. Ну хәйләкәр ҙә кеше инде, банкетҡа ғына килгән”, – тип уйлайым эсем­дән генә. Тик Зәкиев һаман күренмәй. Ә тамада, микрофонын услап, туп-тура миңә табан килә. Килеп тә етте, микрофонын да тотторҙо. Нимә эшләргә? Аптырабыраҡ торҙом да былай тиергә мәжбүр булдым: “Хөрмәтле иптәш тамада! Ғәфү итегеҙ инде, мин бит хәҙер “Чаян”да түгел, ә “Һабантуй”ҙа баш мөхәррир булып эшләйем. Унан... мин хәҙер Рәшит Зәкиев тә түгел, ә Роберт Миңнуллин ғына”.
Ҡайтып һөйләгән инем, Рәшит Зәкиев ҡыс­ҡырып көлдө. Баҡһаң, элегерәк уның үҙен дә минең менән бутай торған булғандар икән. Мин “Шиғри тәлгәштәр” телевизион тапшырыуын алып барған саҡтарҙа ул обкомда эш­ләй ине. Телевизорҙан мине күрә­ләр икән дә теге­ңә: “Кисә теле­ви­зорҙан тапшырыуыңды ҡара­ныҡ. Бик матур бул­ды”, – тип китәләр, имеш. Ул тыныс ҡына тыңлап тора икән.
Шаҡтай ғына ваҡыт­тан һуң Зәкиевте өлкә комитет секретары са­ҡыр­тып алған. “Ип­тәш Зәкиев! Һин үҙең со­лид­ный ғына кеше ин­де, тәжрибәле обком ра­ботнигы, ә үҙең бала-саға менән телевизорҙа ултыраһың. Ки­лешмәй бит. Давай, туҡтат һин был эшең­де”, – тигән, имеш. Ҡайҙа бара­һың, аҡла­нырға тура килгән. “Юҡ, юҡ, Морзаһит Фәтхиевич, минең телевидениеға аяҡ та баҫҡаным юҡ. Ул Роберт Миңнуллин бит, теге балалар өсөн шиғырҙар яҙыу­сы”, — тип тиҙ генә ҡото­лорға мәжбүр булған. Шунан һуң иптәш Вәлиев, йәғни, мәҫәлән, өлкә комитет секретары, осрашҡан саҡта минең менән дә иҫәнләшеп йөрөй башланы.

“Һиңә Роберт Миңнуллин булырға иртә әле!”

“Электр тауарҙары” магазинында бер татар ағайы грузчик булып эшләй. Эштән ҡайтышлай шунда һуғылырға яратам. Мине күреү менән: “О-о-о, шаян сәхнә”, — тип сәләмләй теге ағай. Өйрәнеп бөттөм инде — Камил Кәримов менән бутай был мине. Ул йылдарҙа Камил телевизорҙан “Шаян сәхнә” тигән тапшырыу алып бара ине. “Юҡ, мин Камил Кәримов түгел”, — тип тә ҡарайым. Ышанмай. Үҙ туҡһаны туҡһан: “Ну шаян да инде үҙең, сәхнәлә генә түгел, бында ла шаяртаһың”, — тигән була.
Береһендә барыбер дөрөҫөн әйтергә тура килде. “Юҡ, – тим, – мин Камил Кәри­мов түгел, ә Роберт Миңнуллин”. Шулай тигәс, ул бөтөнләй ҡыҙып китте: “Һиңә Роберт Миңнуллин булырға иртә әле! Роберт Миңнуллинды ғына беләбеҙ инде беҙ, энекәш. Мин уны һинең менән бутарға диуана түгел. Роберт Миңнуллин ул — ҙур шағир, халыҡ депутаты. Беҙҙең кибеткә инеп йөрөргә малай-шалай түгел ул һиңә”. Теҙеп китте, малай, мин һиңә әйтәм. Көскә сығып ҡотолдом. Кем менән бутайҙар бит әле, ә? Камил Кәримов менән...

Бутайҙар!

Бына шулай буташтыралар, йәмәғәт. Урамға сығыр әмәл юҡ. Ҡатын ҡайта ла бәйләнергә тотона: “Кисә ресторанда ултырғанһың”. “Юҡ, — мин әйтәм, — ултырманым”. “Юҡ, ултырғанһың!” “Юҡ, ултырманым!” “Юҡ, ултырғанһың! Күргәндәр!” Ә мин эстән генә Туфан Миңнуллинды тиргәйем. Бындай заманда ресторанда ултырһа, ул ғына ултырыр! Өйҙә генә ултырһа, ни булған. Булған аҡсаны ресторанда ғына туҙҙырырға тимәгән дә. Аҡсаһы бик ҡысытһа, беҙҙе саҡырһын ине шунда. Юҡ, саҡырмай.
Ә ҡатын күҙҙе лә астырмай: “Кисә урамда һине бер ҡатын менән күргәндәр”. “Юҡ, — мин әйтәм, — булмаҫ!” “Булған инде, булған!” “Булмаҫ! Мин көн буйы сессияла ултырҙым!” Ә үҙем эстән генә Камил Кәримовты тиргәйем. Көпә-көндөҙ ҡыҙҙар менән ҡултыҡлашып йөрөмәһә булмағандыр. Бөткәнме ни шунда тыҡрыҡ-маҙар, ҡараңғы мөйөш. Юҡ, әбизәтелне урам уртаһынан йөрөргә кәрәк! Уға нимә, барыбер мин тип беләсәктәр бит.
Ә ҡатын ҡайта ла бәйләнә: “Кисә үҙеңде иҫерек килеш күргәндәр”. “Юҡ, булмаҫ!” “Күргәндәр инде, күргәндәр!” “Юҡ, булмаҫ!” Үҙем эстән генә Батулланы тиргәйем. Ҡарт башы менән йәштәргә эйәреп эсеп йөрөмәһә. Йөрәгенә операция яһаған килеш. Бер тамаҡтарына, бер нәфселәренә хужа була алмайҙар ҙа, бөтә ауырлыҡтары миңә төшә. Унан һуң уйлайым-уйлайым да тынысланып та ҡуям. Ярай әле, мин әйтәм, Марсель Ғәлиев менән бутамайҙар. Уның менән дә бутаһалар, башың Себер китәсәк.
Йәмәғәт, зинһар, тим, бутамағыҙ мине. Минең Туфан Миңнуллин булғым килмәй. Батулла ла булғым килмәй. Әхәт Ғаффар ҙа, Камил Кәримов та булғым килмәй. Шахрай ҙа, Сталин да булғым килмәй. Минең Роберт Миңнуллин ғына булғым килә.





Вернуться назад