Хәбәрсе тоҡсайын артмаҡлап, республикабыҙҙың байтаҡ ауылында булырға тура килә. Ҡайҙа барһаң да, бер үк зар ишетеп, күңел ҡырыла: эш юҡ, мәктәп ябылды, клуб эшләмәй һәм башҡалар. Туҡтағыҙ әле, туғандар, ошо зар диңгеҙенең төбөнәрәк сумып ҡарайыҡ.Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Башҡортостанда һуңғы биш йыл эсендә 369 мәктәп ябылған, шуларҙың 343-ө — ауыл ерендә! Төп сәбәп – демографик хәлдең насарайыуы. Факттар менән бәхәсләшеп булмай. Хәйер, уның күктән һәрмәп алынмағанын да беләбеҙ. Йә, кемегеҙҙең тыуған ауылында төркөм-төркөм балаларҙың мәктәпкә китеп барғанын күргәне бар икән? Булһа ла, ундай бәхетле ауылдар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бына ике-өс баланың мәктәпкә барыуы һуңғы йылдарҙа ғәҙәти күренешкә әйләнде.
Миҫал өсөн әйтәм, беҙ малай саҡта 60-лап өйҙән торған ауылыбыҙҙа ғаилә һайын кәмендә 5-6 бала була торғайны. Күрше ауылдағы мәктәптә “А”, “Б” кластарына бүленеп уҡыныҡ. Быйылдан башлап уны һигеҙ йыллыҡ итеп ҡалдырҙылар. Был күренеш беҙҙә генә түгел, башҡа ауылдарға ла хас.
Ғәйеп көбәге ҡайһы тарафтағы сәпкә тоҫҡала һуң? Әлбиттә, уны үҙ маңлайыбыҙға терәп, күптән тәтегә баҫырлыҡ!.. Бигерәк тә ир-атҡа ҡағыла был. “Шул юҡ, был юҡ...” тип мыжып, түбәгә төкөрөп, атай-әсәйеңдең пенсияһын кимереп, кемдәрҙелер ҡәһәрләп ятҡансы, елле итеп бер һүгенергә лә эшкә тотонорға ваҡыт. Ҡыл ҡыбырҙатырға йыбанып ятҡан ир ғаилә ҡора аламы ни?! Шуға ла ауылдарҙа буйҙаҡ ирҙәрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ә балаларҙың кәбеҫтәнән табылмағанын яҡшы беләбеҙ. Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар дөйөм халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. Өйләнмәгән ир-аттың һанын иһә белеүсе лә юҡтыр.
Баҙар иҡтисады хөкөм һөргән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Совет заманындағы кеүек бер кем дә һине эшкә һөйрәп сығармай. Ләкин беҙгә, башҡорт халҡына, заман заңына күптән күнегергә, яраҡлашырға кәрәк. Заман еҫен тойоп, үҙ юлын тапҡан милләттәштәребеҙ ҙә бар, әлбиттә. Нимә генә тиһәк тә, сереп байыған һәм халҡына ярҙам итергә ынтылып ятҡан башҡорт меценаттарын күргән юҡ әле. Ир-аттарыбыҙ, исмаһам, ғаиләһе өсөн булһа ла етеш донъя ҡорһа, милләтебеҙ үҫешенә йоғонтоһоҙ ҡалмаҫ ине. Етеш ғаиләлә үҫкән бала өсөн барыбер юлдар таҡырыраҡ, офоҡтар киңерәк була бит ул.
Бер йәш егетте беләм. Башҡа малайҙарҙан бер нәмәһе менән дә айырылып торманы. Улар кеүек туп типте, мал көттө, утын ташыны... Һалдат бутҡаһын ашап ҡайтҡандан һуң, эш юҡ тип, башҡа тиҫтерҙәре кеүек эсеп, ары һуғылып, бире төртөлөп урам гиҙмәне. Бер йыл самаһымы шул, ҡайҙалыр ҡалымда йөрөп, пилорама һатып алды. Беҙҙең яҡтарҙа урман өҫкә ишелеп тора: таҡта, бурса әҙерләп һатырға тотондо. Күп тә үтмәне, хан һарайылай өй һалып, кәләш алды, бер-бер артлы өс балаһы тыуҙы. Гөрләтеп йәшәйҙәр хәҙер: магазин тота, сит илдең затлы машинаһында йөрөй...
Икенсе егет армиянан ҡайтты ла ата-әсәһенең елкәһенә атланды. Төш ауғансы рәхәтләнеп йоҡо һимертте. Йоҡо тигәндән, бер мәрәкә һөйләп үтәйем әле. Кис етеп, ҡояш байыуға табан бара ине. Бер дуҫым менән ошо егеткә инеп сығырға уйланыҡ. Ишеге эстән бикле булып сыҡты. Шаҡыйбыҙ-шаҡыйбыҙ, асмай был. Байтаҡ хитлана торғас, килеп сыҡты ла, күҙҙәрен ыуа-ыуа, байып барған ҡояшҡа ҡарап:
– Таң менән ниңә кеше маҙаһыҙлап йөрөйһөгөҙ? – тимәһенме.
– Аһ, аһ, – тип баш сайҡаны дуҫым. – Ҡояш хәҙер көнбайыштан сыға башланымы ни?!
Бына шул егет, ата-әсәһе вафат булғас, мал-тыуарын бөтөрҙө, хатта картуф та сәсмәне. Нимә ашап йәшәйҙер, бер Хоҙай ғына белә. Яңылышам, Хоҙайҙан башҡа тағы күрше-күләне белә икән: уны йәлләп, кем тегенеһен, кем быныһын индереп сыға, имеш. Атаһының йорто ла иҫкерҙе, түбәһе таҡырайған ҡарттай, ҡыйығы ҡойола башланы. Ҡышҡы һалҡындарҙа, утыны булмағас, мунсаһын һүтеп яҡты, тора-бара һарайына тотондо. Артабан нимә булыр – әйтә алмайым. Йоҡлай әле... Йоҡлай...
Бер һыу эсеп, бер һауа һулап, бер үк мөхиттә үҫкән ике кешенең яҙмышы. Тәүге егеткә лә бер кем ярҙам итмәне, килтереп тотторманы, хәләл көсө менән мал тапты, үҙенең ҡаҡшамаҫ ҡәлғәһен булдырҙы һәм, донъяның ләззәтен татып, тормоштоң һутын һурып йәшәй. Ә икенсеһе, күктән көтөп ята торғас, меҫкен хәлгә ҡалды.
Тормош аяуһыҙ! Бигерәк тә баҙар иҡтисадының ҡорос тәгәрмәстәре, алма беш, ауыҙға төш, тип ятыусыларҙы иҙеп китәсәк. Ауыл тулып йөрөгән, айыу тотоп менерҙәй ир-аттарға күптән аңларға ваҡыт: алмағас ултыртмаһаң, алма бешмәй һәм өҙөлөп төшмәй...