Икмәк ҡәҙере16.10.2015
Тротуарҙа —
икмәк һыныҡтары...
Эйелеп тә йыям усыма —
Бала сағым,
Үкһеҙ сағым шул мәл
Ялтлап китә керпек осомда.
Йөрәгемде шул мәл телеп үтә
Зар булыуҙар тик бер телемгә.
Етемлектең,
Йәнем әрнеүҙәрҙең
Үттәй тәме килә телемә...
Тротуарҙан, эйелеп, икмәк йыям,
Устарыма йыям ҡапылда,
Икмәк түгел —
Һуғыш йылдарында
Башаҡ йыям кеүек ҡамылда!
Икмәк түгел —
Шулай йыям кеүек
Яуҙа түккән ҡанын ирҙәрҙең,
Тылда аслыҡ ҡурған ҡатындарҙың
Йыям кеүек ғазап-сирҙәрен!
Гүйә, миңә шелтә менән баға
Йәшләй вафат әсәм күҙҙәре,
Ҡолағымда зыңлай:
“Икмәк тапау —
Илде талау”, — тигән һүҙҙәре!
Бәғеремде үртәй атайымдың
Васыяты менән тиргәүе:
“Әпәкәйҙән оло булыр булһаң,
Өтһөн һине астар иңрәүе!”
...Ҡарашымды минең күҙ-йәш ҡырҡа,
Ҡырҡтағы ир —
Ник мин илайым?!
Йыйған икмәк менән ҡоштар һыйлап,
Үткән дәүерҙе мин уйлайым.
Йотлоҡ китте,
Илгә муллыҡ килде...
Ҡалас ашап микән кикерҙек —
Тротуарға икмәк ырғытабыҙ,
Хәҙер туйып микән һикерҙек?!
Эй, туҡта, тим,
Тинтәк, тиле бала!
Типкеләйһең ниңә икмәкте?!
Аңлатыусы әллә юҡмы һиңә
Икмәк тигән бөйөк хикмәтте?!
Өйрәтеүсе юҡмы:
икмәк — намыҫ,
икмәк — иман,
икмәк — батырлыҡ!
Намыҫһыҙға, бел һин, иман ҡунмаҫ,
Иманһыҙға йоҡмаҫ матурлыҡ!
Эй, кешеләр!
Һеҙгә өндәшәмен:
Онотмағыҙ, зинһар, выжданды,
Икмәк типкеләүсе аҫыраһағыҙ —
Аҫырарһығыҙ илгә дошманды!